ХӘҘРӘТ
2. Ошо дәүерҙәге, был заманға ҡараған.
□ Современный. Хәҙерге компьютер заманы. Хәҙерге башҡорт теле үҫеше. ■ Хәҙерге балалар ата-әсәһенән күберәк белә бит ул. И. Абдуллин. Уҡытыу дәүерендә [Гөлфирә Гәрәева] үҙен талапсан, осо-ҡырыйы күренмәгән хәҙерге әҙәбиәт диңгеҙендә иркен йөҙгән уҡытыусы итеп таныта. «Йәшлек», 30 октябрь 2015.
3. Бөгөнгө көндәге, әле йәшәп килгән.
□ Современный. Хәҙерге йәштәр. Хәҙерге ҡала тормошо. Ш Дөрөҫ, сәғәҙәт һүҙе хәҙерге йәштәргә бик аңлашылмай, әммә ниндәй матур һүҙ ул сәғәҙәт — бәхет, шатлыҡ, рәхәтлек... И. Абдуллин. Борон заманда, ҡалын урманда, хәҙерге Ҡариҙелдең башында йәшәгән, ти, бер батыр. Әкиәттән.
ХӘҘЕРГЕ ЗАМАН (Р.: настоящее время; И.: the present tense; T.: şimdiki zaman) и. лингв.
Эш йәки хәлдең башҡарылыуы һөйләү моментына тура килеүен йәки даими булыуын белдергән заман формаһы. □ Настоящее время. Хәҙерге заман формаһы. Хәҙерге заман ҡылымы. Хәҙерге заман ҡылымының барлыҡ формаһы. Хәҙерге заман ҡылымдарының мәғәнәләре.
ХӘҘЕРГЕСӘ (Р.: как сейчас; И.: as usual; T.: şimdiki gibi) р.
Әлегесә, ғәҙәттәгесә, элеккесә. □ Как сейчас, как обычно. ■ Сәлимә .. Хамматтың мөхәббәтен һаман хәҙергесә үҙендә һаҡлап тора алырмы ул? 3. Биишева. [Сарбаев-тар — Бигәлиевкә:] Юғиһә, беҙ яңыса эшләргә күсеп, ҡалғандар хәҙергесә ҡалһа, әле әйткән яңылыҡтан бер файҙа ла сыҡмаҫ. Ш. Янбаев. Бер ҡасан да үҙемде бына хәҙергесә уңайһыҙ хәлдә хис иткәнем юҡ ине. И. Абдуллин.
ХӘҘЕРГӘ (Р.: пока; И.: meanwhile; Т.: şimdilik) р.
1. Күпмелер ваҡытҡа тиклем. □ Пока, временно, покуда. Хәҙергә ошонда тороп тор. М Хәҙергә һауалағы торнаға ҡыҙыҡмайыҡ, — тине Кушнир, уның йөрәгендә ҡайнап торған утына һалҡын һыу һибеп. И. Абдуллин. Малайҙар хәҙергә арттан шым ғына бара. Р. Байбулатов. Эйе, хәҙергә түҙергә кәрәк, — тип уйланы аты ыңғайына
тыныслана төшкән Мырҙабай ҙа. Р. Байымов.
2. Ошо ваҡытта, әле, хәҙер. □ Пока. Хәҙергә хуш! ■ Хәҙергә Кәбирҙе инженер вазифаһына ныҡышалар. Р. Байымов. Хәҙергә һау булып тор, Хәмит, — тинем дә сығып киттем. Ә. Вәли.
ХӘҘЕРГӘСӘ (Р.: до сих пор; И.: up to now; T.: şimdiye kadar) р.
Хәҙерге көнгә тиклем. □ До сих пор, до настоящего времени, доныне. Эш хәҙергәсә урынынан ҡуҙғалмаған. Хәҙергәсә килеп етмәгәндәр. ■ Әсәһе үлгәс, ауылдаштарының: «Ҡайһылай сибәр, ҡайһылай ғәҙел ҡатын ине, бахырҡай», — тип ҡайғырышып һөйләүе хәҙергәсә иҫендә ҡарт шағирҙың. Ә. Хәкимов.
ХӘҘЕРҘӘН (Р.: сейчас; И.: just now; at present; T.: şimdiden) р.
Ошо ваҡытта уҡ. □ Сейчас, сейчас же, сданного момента. ■ Яңы уҡытыусыға үҙемде хәҙерҙән үк күрһәтергә кәрәк, — тигән ҡарарға килде Ғәлим. Р. Байбулатов. Башланған эште туҡтатыр өсөн хәҙерҙән мәсьәләне ныҡлап өйрәнергә һәм ғилми яҡтан нигеҙләргә кәрәк. Д. Бүләков. Хәҙерҙән үк үҙ ауылдарыбыҙға таралырға ла ерҙе һәйбәтләп тороп бүлешеп алып, йырлап һабан һөрөргә ҡалды. һ. Дәүләтшина.
ХӘҘЕРЛӘНЕҮ (хәҙерлән-) ҡ. диал. ҡар. әҙерләнеү. Уҡыуға хәҙерләнеү. Хәҙерләнеп йөрөү. Хәҙерләнеп ҡуйыу.
ХӘҘРӘТ [ғәр. o(Р.: хазрет; И.: Hazrat; T.: hazret) и. дини.
1. Махсус дини белеме булған дәрәжәле мулла. □ Хазрет. ■ Ғәлиәкбәр хәҙрәттең ҡыҙын Сәмиәрҙең ҡустыһына һоратҡайнылар. Ф. Аҡбулатова. Бәхеткә ҡаршы, хәҙрәт өйҙә ине, ҡағыҙға күмелеп, яҙышып ултыра. Р. Байымов. Үҫә төшкәс, Йыһанша үҙе лә ауылдағы иң рәхәт йәшәгән Гибаҙулла хәҙрәт кеүек мулла булыу хаҡында хыяллана башлай. М. Нәҙерғолов.
2. Дин әһелдәренә ололап әйтелгән һүҙ. □ Хазрет, почтеннейший. ■ Ярты сәғәт эсендә ахун хәҙрәт өйөнөң тирәһе ҡара сәүкә кеүек халыҡ менән тулып өлгөрҙө. М. Ғафури.
415