Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 416


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

хәжәт
3. купл. Юғары дәрәжәләге кешеләрҙе ололап, ҙурлап әйтә торған һүҙ; әфәнде.
□ Величество; высочество; превосходительство, светлость. Мәржәни хәҙрәттәре. ■ Ул [Сырлыбай] уҙенең батша хәҙрәттәренә барыу мажараларын торған һайын тәмлә-берәк, тасуирлабыраҡ һөйләне. М. Кәрим. Хәрби генерал-губернатор .. батша хәҙрәттәре Николай I исемләнгән хатты уҙе әйтеп яҙҙыртты. Я. Хамматов.
ХӘЖӘТ I [ғәр. (Р.: необходимость чего; И.: need; necessity; T.: hacet) и.
1. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер кәрәклеге, уға булған мохтажлыҡ. □ Необходимость чего, надобность, потребность, нужда в чём. Мөмкинселектәр араһынан береһен һайлап алыу хәжәте. ■ Йәмғиәтте ҡапма-ҡаршы көстәргә булеу хәжәте тыуғас, ыңғай һәм кире геройҙар төшөнсәһе уйлап табыла. Ф. К үҙбәков. Пётр Иванович уҙе башҡорт телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белә башланы. Башта уҙенә иң кәрәк һорауҙарын, хәжәт һуҙҙәрҙе ятлап алды. Ғ. Хөсәйенов. [Артист:] Гөлнәзирә кире ҡайтмаясаҡ, театрға, филармонияға минең хәжәтем юҡ. Р. Камал.
2. Кемгәлер төбәлгән үтенес, йомош.
□ Просьба, надобность, нужда. Хәжәт тө-шөу. ■ [Бәҙерғол:] Еткерәһе һуҙебеҙ ялыу ҙа, шикәйәт тә тугел, һорағанға яуап, хәжәтебеҙҙе әйтеу ҙә баһа. Ғ. Хөсәйенов. [Табип:] Минең бер хәжәтем бар, ана ошоно эшләһәгеҙ генә ҡыҙығыҙҙы дауа-дарман итәм. Әкиәттән.
3. һөйл. Бурыс, үтес. □ Долг, задолженность. Хәжәткә алыу. Хәжәткә биреу. Алған хәжәтте туләу. ■ Малығыҙ менән файҙалы китаптар алығыҙ, мөғәллимдәргә вазифа бирегеҙ, уҙегеҙ һәм ғаилә хәжәттәрен башҡарығыҙ. Р. Фәхретдинов.
4. һөйл. Кешеләге тәбиғи ихтыяж. □ Естественные нужды. Хәжәтте утәу. ■ Бала артынан һарыға ҡатып, ниндәйҙер аяуһыҙ сырхау менән интеккән Нәзифә аш-һыу яраштырыу, иҙән йыйыу, мал тәрбиәләу тугел, хәжәтенә лә сыға алмаҫ булды. Ш. Янбаев. Ишектәренә «Биш минутлыҡ тәнәфес» тигән яҙыуҙы элеп, хәжәттәренә
барып килеу сараһы ғына ла юҡ бит ул бахырҡайҙарҙың. М. Садиҡова. Берәугә лә ләғнәт итмәгеҙ, ҡәһәрле доға уҡымағыҙ, береһен дә һукмәгеҙ, һис кемде аптыратмағыҙ, хәжәт утәгән ваҡытта һөйләшмәгеҙ. Р. Фәхретдинов.
♦ Бик хәжәте бар ине (йәки хәжәте бер тин) кәрәге юҡ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Гроша медного (ломаного) не стоит. ■ [Хафиз — мөтәуәллигә:] Төкөрәм мин һинең мәсетеңә, бик хәжәте бар ине!
B. Исхаҡов. Хәжәте үҙе кеүек кемдеңдер йәки нимәнеңдер баһаһын түбән итеп күрһәткәндә, уға мохтажлыҡ юҡлығын белдергәндә әйтелә. □ Ничего не стоящий.
ХӘЖӘТ II [ғәр. (Р.: нужный; И.: necessary; T.: lüzumlu) с.
Талап ителгән; кәрәкле. □ Нужный, необходимый, потребный. Хәжәт куреу. Хәжәт табыу.
ХӘЖӘТХАНА [ғәр. + фарс.
(Р.: туалет; И.: wc; T.: tuvalet) и. иҫк. ҡар. бәҙрәф.
Кешенең тәбиғи хәжәттәрен үтәү урыны; бәҙрәф, әбрәкәй. □ Туалет. Хәжәтхана ишеге. Хәжәтхана урыны.
ХӘЗИН [ғәр. (Р.: печальный; И.: sad; T.: hazin) с. иҫк. ҡар. ҡайғылы.
Ҡайғылы, хәсрәтле. □ Печальный, грустный, унылый. Хәзин сырай. Хәзин ҡиәфәт. ■ Бабай, һуҙен бөтөргәс, тағы ла тауға табан бик ҡурҡыныслы итеп, хәзин бер һурәттә ҡарап ҡуйҙы. М. Ғафури.
ХӘЗӘН [ғәр. û5^] (Р.: скорбь; И.: sadness; T.: hüzün) и. иҫк. кит. ҡар. ҡайғы 1.
Күңелде ғазаплағыс, йәнде әрнеткес ауыр тойғо; хәсрәт. □ Скорбь, печаль, горе. ■ Ниңә хәҙер был донъяны хәзән, ғәм ҡаплаған?
C. Яҡшығолов.
ХӘЙЕЗ [ғәр. (Р.: менструация; И.: menses; T.: hayız) и. диал. ҡар. күрем.
Балаятҡынан ай һайын килгән ҡан һәм шул ҡандың килеү мәле, айлыҡ. □ Месячные, менструация. Хәйез осоро. Беренсе хәйез.
ХӘЙЕР I [ғәр. j^] (Р .: польза; И.: use; Т.: fayda) и.
416