Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 417


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘЙЕРСЕ
1. Файҙа; яҡшылыҡ, изгелек. □ Польза, выгода. Әйберҙең хәйерен куреу. ■ Билал .. ғәжәпкә ҡалды, эсенән генә: «Бындай кешеләрҙән төҙөлгән дружинаның ниндәй хәйере булыр, ниндәй файҙаһы тейер икән?» — тип һөйләнде. А. Таһиров. • Хәйләле эштә хәйер юҡ. Мәҡәл.
2. дини. Алланың ярлыҡауын һорап, доға ҡылдырып биргән нәмә. □ Милостыня, подаяние. Хәйер аҡсаһы. Хәйер өләшеу. Хәйер таратыу. ■ Ун йәшем тулғансы нәҙер әйтеп, тыуған көнөмдә муллаға хәйер биреп йәшәгән кешеләр улар [атайым менән әсә-йем]. Г. Ғиззәтуллина. Бөгөнгө көндә лә ҡаҙаҡтар уның [Ғатаулла ишандың] ҡәберенә килеп, хәйергә тәңкәләр һалып китә, намаҙ уҡыйҙар. С. Ярмуллин. • Бер тин дә — хәйер, мең тин дә — хәйер. Әйтем.
ХӘЙЕР II [ғәр. j£=b] (Р.: впрочем; И.: however; T.: aslında) мөн.
Тәүге фекерҙе ҡапыл үҙгәртеп, икенсе йүнәлеш биргәнде белдерә. □ Впрочем. Хәйер, ваҡыт та юҡ инде. ■ Хәйер, ҡыҙҙарға артыҡ киң маңлай килешмәй. И. Абдуллин. Хәйер, Ринат уҙе лә, ул уҡытҡан математика фәнен яҡшы белгәнгә курәлер инде, уҡытыусыһынан шелтә алғаны юҡ ине. Р. Байбулатов. Хәйер, рус әҙәбиәте классиктарының — Пушкин, Толстой, Чехов, башҡорт әҙәбиәтенең — Аҡмулла, Ғафури.. традициялары гуманлылыҡ һәм юғары әхлаҡ менән көслө. М. Ҡотлоғәлләмов.
ХӘЙЕР III [ғәр. j^] (Р.: хороший; И.: nice; T.: iyi) с.
Яҡшы, һәйбәт; хәйерле. □ Хороший. ■ [Валентин — ҡартҡа:] Минең өсөн: барһаң — хәйер, бармаһаң — хәйер. Ә. Бикчәнтәев.
ХӘЙЕРЛЕ (Р.: благополучный; И.: propitious; T.: hayırlı) с.
1. Яҡшы, файҙалы, уңышлы. □ Благополучный, счастливый, добрый. Хәйерле эш. Хәйерле юл. М Әгәр ҙә ата-әсә хәйерле нәғештәр төшөрһәләр, бала изге кеше булып етешер. Р. Фәхретдинов. Бергәләп сисеу хәйерле тормоштоң ибен-йәбен. X. Назар. • Хәйерһеҙ малдан хәйерле зыян артыҡ. Мәҡәл.
2. Сәләмләгәндә йәки яҡшы теләк белдергәндә әйтелә. □ Благополучный, добрый (говорится при благопожелании). Хәйерле көн! Хәйерле юл! Хәйерле сәғәттә! ■ Хаҡ Тәғәлә хәйерле ғумер бирһен һеҙ дуҫ-иштәрем менән беҙҙәргә. Халыҡ йырынан. [Гаибә әбей:] Башҡаларын әйтмәйем, Хамматым әсәһен, хәйерле иртә, хәйерле көн, хәйерле кис, әсәй, — тип сәләмләп тороуҙы бер ҡасан да онотмаҫ ине. 3. Биишева. Хәйерлегә булһын, — бығаса өндәшмәй ултырған Бибиғәйшә ҡарсыҡ улы янына килеп баҫты. Ф. Янышев.
♦ Алдынан арты хәйерле кемдеңдер тиҙерәк китеүен теләгәндә әйтелә. □ Лучше, если его не будет, соотв. Скатертью дорога. Алдығыҙҙан артығыҙ хәйерле!
ХӘЙЕРНИСА [ғәр. jxL+ *Uü] (Р .: скромная, воспитанная девушка; И.: well-bred lass; T.: mütevazi kız) и. иҫк. кит.
Инсафлы, яҡшы ҡатын-ҡыҙ. □ Скромная, воспитанная девушка. ■ һиңә, туташ, теләгем шул: һаман хәйерниса бул һин. М. Ғафури.
ХӘЙЕР-САҘАҠА [ғәр. (Р.:
подаяние; И.: alms; T.: sadaka) и. йыйн.
Йола буйынса, Алла исеменә доға ҡылдырып биргән төрлө саҙаҡа. □ Подаяние, милостыня; пожертвование. Хәйер-саҙаҡа таратыу. Хәйер-саҙаҡа биреп тороу.
■ Шәрғиә генә һаман балаһыҙ. Хәйер-саҙаҡа биреп, яңғыҙ ҡалғанда алғышлап-алғышлап Хоҙайға купме ялбармаһын, ҡарыны буш. Ә. Хәкимов.
ХӘЙЕРСЕ (Р.: нищий; И.: beggar; Т.: dilenci) и.
1. Хәйер һорап, теләнселәп тамаҡ аҫраған кеше. □ Нищий, попрошайка; побирушка.
■ [Нәзирә:] Ашап алып телевизорға текәлгән улына екерә биреп өндәште: «Былайтып ултырһаҡ, хәйерсегә әйләнербеҙ ул, ҡансама йыйған мал китер ҙә бөтөр». М. Ҡаһарманова. • Хәйерсегә сәләм бирһәң, ямаулыҡ һорар. Мәҡәл. Хәйерсе байыҡһа, юлға һыймаҫ. Әйтем.
2. кусм. Үтә ярлы кеше. □ Обнищавший, очень бедный. Хәйерсегә әйләнеу. Хәйерсе булып ҡалыу. Хәйерсегә ҡалдым әле! ■ Хә
417