Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 418


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘЙЕРСЕЛЕК
йерселәр күбәйҙе, бурҙар аҡтыҡ әйбереңде алып китә. Р. Камал.
3. инш. Нимәгәлер әсенгәнде, үкенгәнде белдерә. □ Ну надо же! (выражает сожаление). Хәйерсе, онотоп ҡалдырғанмын. Хәйерсе, автобусҡа һуңға ҡалдым.
4. әрл. Әрләгәндә әйтелә. □ Бранное слово. ■ Ҡайҙа һеҙҙең күҙегеҙ, хәйерселәр? Р. Өмөтбаев.
♦ Мысыр хәйерсеһе һораныуҙан бушамаған әрһеҙ кешегә әйтелә. □ Попрошайка (говорится о человеке, который назойливо выпрашивает, надоедает просьбами). Мысыр хәйерсеһеләй булма! Хәйерсегә ел ҡаршы берәй нәмә эшләгәндә көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа осрағанда әйтелә. □ досл. Нищему и ветер навстречу! (говорится при неудаче). ■ Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ҡойоп ямғыр яуа, ышыҡланыр урын юҡ. Ә. Хәкимов. Хәйерсенең онон ел осорор ҡар. хәйерсегә ел ҡаршы.
ХӘЙЕРСЕЛЕК (хәйерселеге) (Р.: нищета; И.: poverty; T.: dilencilik) и.
Бик ярлы хәл; ярлы тормош, фәҡирлек, ярлылыҡ. □ Нищета, нищенство. Хәйерселектә йәшәү. Хәйерселеккә төшөү. Хәйерселектә тороу. М Байҙың мөлкәте, фәҡирҙең хәйерселеге арта был заманда. Р. Өмөтбаев. [Ғәлимә — Саяфҡа:] Миллиондар колхоз арҡаһында кеше булды. Хәйерселектән ҡо-толдо! Т. Ғарипова.
ХӘЙЕРСЕЛӘНДЕРЕҮ (хәйерселәндер-) ҡ. йөкм. ҡар. хәйерселәнеү, понуд. от хәйерселәнеү.
ХӘЙЕРСЕЛӘНЕҮ (хәйерселән) (Р: нищать; И.: become destitute; T.: yoksullaşmak) ҡ.
Бик ярлы хәлгә, бөлгөнлөккә төшөү; фәҡирләнеү; хәйерсегә әйләнеү. □ Нищать. // Нищание, обнищание. Хәйерселәнеп китеү. Хәйерселәнә барыу. ■ Күрәһең, алдағы яуҙарҙа арығанлыҡ та, халыҡтың һуңғы сиккә етеп хәйерселәнеүе лә барҙыр. Р. Камал.
ХӘЙЕРСЕЛӘҮ (хәйерселә-) (Р: нищенствовать; И.: beg (for); T.: dilenmek) ҡ.
1. Хәйер һорау, хәйер һорап тамаҡ туйҙырыу; теләнселәү. □ Нищенствовать, побираться, попрошайничать. Хәйерселәп тамаҡ
туйҙырыу. Хәйерселәп йөрөү. ■ [Ҡайныһы -Фатимаға:] Бында килмәһә, хәйерселәп йөрөр ине ана! Ж. Кейекбаев.
2. һөйл. Һораныу, теләнселәү. □ Выпрашивать. Аҡса хәйерселәү. Хәйерселәп алыу. Хәйерселәп һораныу.
ХӘЙЕР ТАРАТЫУ (хәйер тарат ) (Р: раздавать милостыню; И.: give out alms; T.: sadaka vermek) ҡ.
Йола буйынса, Алла исеменә доға ҡыл-дырып, саҙаҡа өләшеү. □ Раздавать милостыню. Ҡөрьән уҡып, хәйер таратыу. Хәйер таратып сығыу. М Олатай-өләсәйҙәрҙең рухына бағышлап хәйер таратыу, уларға аят уҡытыу исламда юғары баһалана. «Башҡортостан», 13 июнь 2014.
ХӘЙЕР-ФАТИХА [ғәр. (Р:
благословение; И.: blessing; T.: hayırdua) и. йыйн. дини.
Ризалыҡ биреп ҡылған доға, фатиха. □ Благословение. Хәйер-фатиха биреү. Оло юлға хәйер-фатиха алыу. Ш [Барсынбикә] Хоҙайҙан Мәҙинәһенә, Сәбилә килененә һәм уның улына, йәнә Хашимға хәйер-фатиха һорар, тыуған һәм әле тыумаған нәҫел-ырыуына һәр ике донъяның рәхәтен юрар. Т. Ғарипова.
ХӘЙЕРХАҠ [фарс. j^] (Р.: доброжелатель; И.: well-meaning person; T.: iyiliksever kimse) и. иҫк. кит.
Яҡшылыҡ, изгелек теләгән кеше. □ Доброжелатель. ■ Серең әйтмә, зарланма, итмә аҡ, таба алмаҫһың был донъяла хәйерхаҡ. М. Ғафури.
ХӘЙЕРҺЕҘ (Р: бесполезный; И.: useless; T.: yararsız) с.
1. Эшкә ашмаған, файҙаһыҙ, насар. □ Бесполезный; невыгодный, ненужный. Хәйерһеҙ хәбәр. Хәйерһеҙ сәфәр. Хәйерһеҙ яҙмыш. ■ Бәхетһеҙ кеше хәйерһеҙ эшкә дусар булыр. М. Өмөтбаев. Хәйерсенең иң хәйерһеҙ көнө — төшмәүҙәре хәйер-саҙаҡа. Р. Бикбаев. • Хәйерһеҙ ҡатын ир бөлдөрөр, хәйерһеҙ түрә ил бөлдөрөр. Мәҡәл. Ырыҫы булған әҙәмгә хәйерһеҙ йәйҙән ҡыш артыҡ. Әйтем.
2. инш. Ризаһыҙлыҡ тойғоһон, үкенгәнде, әсенгәнде белдерә. □ Неудачный, недобрый (говорится при неудаче). Хәйерһеҙ, доку-
418