Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 420


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘЙЛӘКӘРЛӘНЕҮ
ХӘЙЛӘКӘРЛӘНЕҮ (хәйләкәрлән-) (Р.: становиться хитрым; И.: become sly; T.: kurnazlaşmak) ҡ.
Хәйләкәргә әйләнеү, хәйләкәр булыу.
□ Становиться хитрым. Хәйләкәрләнә барыу. Артыҡ хәйләкәрләнеү.
ХӘЙЛӘЛЕ I (Р.: хитрый; И.: crafty; Т.: hileli) с.
Хәйләгә, мутлыҡҡа ҡоролған. □ Хитрый; нечестный. Хәйләле алым. Хәйләле юл. Хәйләле кеше. ■ Ниғмәт иптәштәренә үҙенең хәйләле планын ҡыҫҡаса ғына ацлатты ла, тегеләре берҙәм хуплағас, иртәгеһен иртүк тағы сход йыйырға ҡушты. Р. Байымов. • Хәйләле эштә хәйер юҡ. Мәҡәл.
ХӘЙЛӘЛЕ II (Р.: хитро; И.: dishonestly; T.: kurnazca)/?.
Хәйлә, мутлыҡ сағылған. □ Хитро, нечестно. Хәйләле йылмайыу. Хәйләле ҡарау. ■ [Ниғмәтулла:] Өфө һәм Ырымбур ҡалаларынан килгән кешеләр кеүек хәйләле булырға өйрәнергә кәрәк. Я. Хамматов.
ХӘЙЛӘЛӘҮ (хәйләлә-) (Р.: хитрить;
И.: be devious; T.: hile yapmak) ҡ.
Хәйлә ҡороу, хәйлә менән эш итеү.
□ Хитрить, лукавить. Оҫта хәйләләү. Хәйләләй белмәү. Хәйләләп ҡотолоу. ■ Мулла хәйләләп, ҡыҙҙарҙы үҙенә алып ҡалырға самалай икән, ти. Әкиәттән. [Хисмәтулла] хәйләләп, малайҙарҙы әүрәтте: «Йә инде, малайҙар, асыуланышмайыҡ, һеҙ булмаһағыҙ, миңә ҡыйын булыр». Я. Хамматов. Элекке көн электричкала минең янда ултырып килгәйне, һеҙҙең китабығыҙҙы уҡып. Пакеттарыбыҙ буталған, — тип хәйләләне Дилбәр [егеткә]. Г. Ғиззәтуллина.
ХӘЙЛӘЛӘШЕҮ (хәйләләш-) ҡ. ҡар. хәйләләү. Төрлөсә хәйләләшеү. Хәйләләшә белмәү. Хәйләләшеп эште боҙоу. М Батша хәйләләшеп байҙы ҡаҙанға алдан сумыра. Әкиәттән. [Вил Ваһапович:] Ата-әсәгә Аллаға ҡараған һымаҡ ҡараным, алдау, хәйләләшеү тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел ине. Ш. Хажиәхмәтов. Биксәнтәй бай хәйләләште, әммә хәйләһе эскерһеҙ ине. И. Ноғманов.
ХӘЙЛӘҺЕҘ (Р.: бесхитростный; И.: naive; T.: hilesiz) с.
1. Алдыҡ, хәйлә белмәгән, эскерһеҙ. □ Бесхитростный, наивный. Хәйләһеҙ сабый. Хәйләһеҙ күңел. Хәйләһеҙ бала саҡ. ■ Тормошта ла зарлана белмәгән, хәйләһеҙ, баҫалҡы, ғәҙел Хәйретдин тыныс ҡына мәңге йоҡоға китте. Я. Хамматов. Хәйләһеҙ йәшәй Мортаза, дыуамал яндырайлығы, бер ҡатлылығы ҡотҡаралыр уны, моғайын. Р. Байымов.
2. Хәйлә ҡатышмаған, ихлас, ысын күңелдән башҡарылған. □ Честный. / Честно. Хәйләһеҙ эш. Хәйләһеҙ ысул. Хәйләһеҙ ныҡышмалылыҡ. М Мөһабәт ҡуйы япраҡлы ағастар күләгәһендә ситәндән хәйләһеҙ генә эшләнгән бер нисә ҡоролма теҙелешеп ултыра. Д. Исламов.
ХӘЙЛӘҺЕҘЛЕК (хәйләһеҙлеге) (Р.: бесхитростность; И.: artlessness; T.: hilesizlik) и.
Хәйлә белмәү хәле. □ Бесхитростность. Кескәйҙәргә хәйләһеҙлек хас. Балаларҙың хәйләһеҙлеге. ■ [Рәссам-педагог Йәноҙаҡ Ҡылысовтың] эштәрендә киң күңеллелек, хәйләһеҙлек, тыуған еренә мөхәббәт кеүек тәбиғи сифаттарҙы күрмәү һис мөмкин түгел. «Йәшлек», 14 декабрь 2016.
ХӘЙРИӘ [ғәр. (Р.: благотворительность; И.: charity; T.: hayırseverlik) с. кит.
Матди ярҙам күрһәткән. □ Благотворительность, доброе дело, благо. / Благотворительный. Хәйриә йәмғиәте. Хәйриә фонды. Хәйриә концерты. ■ Ҡала халҡынан һәм эшҡыуарҙарҙан йыйылған 2 миллион һумдан ашыу хәйриә аҡсаһы «Мәңгелек ут» мемориаль комплексын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. «Башҡортостан», 3 декабрь 2013.
ХӘЙРӘТ [ғәр. oljxk] (Р.: доброе дело; И.: charity; T.: hayrat) и. иҫк. кит. ҡар. изгелек.
Һәр төрлө яҡшы, изге эш; яҡшылыҡ. □ Доброе дело; благодеяние, благотворительность. Халык хәйрәте. Хәйрәт эшләү. Хәйрәт бәрәкәт килтерер. ■ Ҡайҙа шаулай йәш йөрәктәр ал, ҡыҙыл байраҡ менән — унда аслыҡ һәм дә юҡлыҡ ҡалтырай хәйрәт менән. Б. Ишемғол.
ХӘЙҮӘ (Р.: украшение из монет; И.: adornment made of coins; T.: madeni paradan yapılmış süs) и. диал.
420