хәл
Тәңкәнән яһалған биҙәүес. □ Украшение из монет. Хәйуә яһау. Хәйуә тағыу.
ХӘЙӘСӘТ (Р.: путешествие; И.: journey; T.: seyahat) и. диал. ҡар. сәйәхәт.
Ил, донъя гиҙеп йөрөү. □ Путешествие. Алыҫ хәйәсәт. Хәйәсәт ҡылыу. Хәйәсәт тәьҫораты.
ХӘКИМI [ғәр. и. ҡар. хаким. Идара итеусе хәким. Хәким кәңәше. Бөйөк хәким. Хәким ҡарашы. Хәким фекеренсә.
ХӘКИМ II (Р.: название родового подразделения башкир-тунгаурцев; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Түңгәүер ырыуы башҡорттарының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-тунгаурцев. Хәкимдәр араһы. Хәкимдәрҙең шәжәрәһе.
ХӘҠИҠӘТ [ғәр. &к] (Р.: правда; И.: verity; T.: hakikat) и.
1. Ысынбарлыҡта булған, ысынбарлыҡҡа тап килгән эш-хәл; дөрөҫлөк. □ Правда, истина. Н Эйе, ғәләмәт куп төрлө икән Хоҙай бәндәләре! Тәҡдире ҡушып, әлеге сәфәренә сыҡмаған булһа, Мөхәмәтша, бәлки, ошо хәҡиҡәтте ғумере ахырынаса белмәҫ тә ине. И. Ноғманов. • Хәҡиҡәтте белмәу ғәйеп тугел, белә тороп курмәу — ғәйеп. Әйтем.
2. Дөрөҫлөгө тормош тәжрибәһендә һыналған, нығынған фекер һәм ҡараш. □ Правда, истина. Мәңгелек хәҡиҡәт. Хәҡиҡәтте аңламау. Хәҡиҡәтте асыҡлау. Аяуһыҙ хәҡиҡәт. ■ Тойоп, аңлап булмаҫ абсолют хәҡиҡәттән уҙем танып белгән хәҡиҡәт яҡын миңә. Ғ. Хөсәйенов. Барлыҡ йән эйәләренең уҙ-ара мөнәсәбәттәрендә бер хәҡиҡәт ҡанун бар: кем көслө, шул хаҡ. С. Ильясов.
ХӘҠИР [ғәр. (Р.: непочитаемый; И.: irreverent; T.: hakir) с. иҫк. кит. ҡар. ҡәҙерһеҙ.
Ҡәҙере булмаған, меҫкен. □ Непочитаемый, неуважаемый. ■ Үҙ нәфесен таныусы әҙәм донъяла мөхтәрәм булһа, мәғрур әҙәм шул нисбәттә хәҡир һаналалыр. Р. Фәхретдинов.
ХӘҠӘРӘТ [ғәр. ojlia.] (Р.: оскорбление; И.: insult; T.: hakaret) и. иҫк. кит.
Кешенең намыҫына, ғәрлегенә тейә торған әсе мыҫҡыл. □ Оскорбление, унижение
кого-л., презрительное отношение к кому', умаление чьего-л. достоинства. Хәҡәрәт ишетеу. Хәҡәрәткә юл ҡуймау. ■ Хәҡәрәт менән туҡмаҡтан башҡаны татымаған етем бала уҙенә әйтелгән яғымлы, иркә һуҙҙән шулай аптырау тойғоһо кисерәлер. М. Ямалетдинов.
ХӘҠӘРӘТ ИТЕҮ (хәҡәрәт ит-) ҡ. ҡар. хәҡәрәтләү. Абруйҙы хәҡәрәт итеу. М [Әмирханов:] Һөйләргә мөмкин, ләкин кешенең инсаниәтен хәҡәрәт итергә .. берәугә лә ирек бирелмәҫ! С. Агиш.
ХӘҠӘРӘТЛӘҮ (хәҡәрәтлә-) (Р.: оскорблять; И.: demean; T.: hakaret etmek) ҡ. иҫк. кит.
Кешенең ғәрлегенә тейеү; мәсхәрәләү, хурлау; мыҫҡыл итеү. □ Оскорблять, унижать кого-л:, издеваться над кем', относиться с презрением к кому-л. ■ [Гөлкө:] Былай, ҡойроҡһоҙ көйө .. һинән бөтә йәнлек көлөр, мыҫҡыл итер, хәҡәрәтләр, — тип, айыуҙың йөрәгенә тағы ла ут һалған. Әкиәттән.
ХӘЛ I [ғәр. Ja] (Р.: сила; И.: might; Т.: hal) и.
1. Физик көстән килгән мөмкинлек; көс. □ Сила, мощь. М Заятуләк тәуҙә ҡаршы тороп, хәл еткән саҡлы һуғышырға ла һуңынан һыуһылыу менән .. ҡасып китергә уйлай. «Заятүләк менән һыуһылыу». [Ниғмәтулла] хәле еткән урында асыҡтан-асыҡ көс менән эш итһә, хәленән килмәҫен белһә — хәйлә табырға тырышты. Я. Хамматов.
2. Нимәнелер эшләү, булдырыу мөмкинлеге; әмәл. П Сила, состояние. Хәлде аңлатыу. Сыҙар хәл юҡ. Хәл ҡалмау. ■ [Касьянов] эш менән шөғөлләнергә хәлем юҡ,— тине лә уҙенә әҙерләнгән булмәгә китте. Я. Хамматов.
3. Матди көстән килгән мөмкинлек; байлыҡ кимәле. □ Материальное положение. М Ҡалын туләрлек кенә хәлем бар минең, — тигән Көмөшбайҙың әсәһе батшаға. Әкиәттән. Һуңғы межалауҙа Турешле буйындағы ерҙәр ҡаҙнаға тартып алынғас, Мөхәмәт-ҡужаның хәле хөртәйҙе, шуға курә ул балаларын төрлө ялланма эштәргә йөрөтөргә мәжбур булды. М. Хужин.
4. Кешенең физик һәм рухи кисереше, үҙен хис итеү рәүеше. □ Состояние. Ауыр
421