Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 422


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

хәл
хәлдә булыу. Хәл белешеу. Хәл торошо. В Белмәйһең дә, ағай, хәлемде, йөрәккәйем өҙөлә еп кеуек. Сеңләүҙән. Кеше хәлкәйҙәрен кеше белмәй, уҙ башҡайҙарына төшмәһә. Халыҡ йырынан. [Нәфисә] Бәлхизә әбейҙең хәлен белеп ҡайтырға әсәһенән рөхсәт һораны. Я. Хамматов. • Астың хәлен туҡ белмәҫ. Әйтем.
5. Тормош шарты, йәшәү рәүеше. □ Состояние дел. Тормош хәле. Яман хәл. Донъя хәле. ■ Хәсрәт хәле — бик ауыр хәл, май ҡундырмай йөрәк башына. Халыҡ йырынан. [Ғәйзулла] Әптрәхимдең эргәһенә барып ултырҙы ла уның хәлен һораша башланы. Я. Хамматов.
6. Йәмғиәт тормошона бәйле булмыш. □ Состояние, положение. Ижтимағи хәл. Социаль хәл. В Кейем-Һалымдың уҙгәреп тороуы ҡәбиленән йорт әсбабы-йыһаздар, ғумер һөрөу рәуештәре ижтимағи вә иҡтисади хәлдәрҙең һәммәһе лә уҙгәреуҙәлер. Р. Фәхретдинов.
7. Ниндәйҙер бер шарттағы, сифаттағы рәүеш, булмыш. □ Состояние, положение. Ауыр хәлдә. Уңайһыҙ хәлдә булыу. Ғишыҡ хәле. ■ Каскын хәлкәйҙәре ауыр икән, ярҙамыңдан ҡуйма, Хоҙайым. Халыҡ йырынан. [Касьянов] нисек итеп аҡман-тоҡманға элә-геуе хаҡында һөйләргә тотондо: «Бик ауыр хәлдә булғанмын. Бер ни ҙә иҫләмәйем». Я. Хамматов.
8. Тормошта булған төрлө күренеш, ваҡиға. □ Случай, происшествие. Фажиғәле хәл. Куңелһеҙ хәл. Төрлө хәлдәргә осрау.
9. Йәмғиәт тормошона, ижтимағи мөнәсәбәттәргә бәйле эш, ваҡиға. □ Состояние, положение. Халыҡ-ара хәл. Сәйәси хәл. Хәл ҡатмарлашыу.
♦ ... <ғына> бер хәл был ғына түгел, бынан да күңелһеҙерәге бар тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Вот ещё что... В [Крәҫтиәндәр араһында] тынып ҡалыу ғына бер хәл әле, иптәш Дауытов, ә ҡайһы бер ауылдарҙа колхоздан сығыу факттары бар [ти Ғәләу]. Б. Бикбай. <тағы> бер хәл эш-хәл менән риза булмағанды белдерә. □ К тому же. ■ [Гөльямал:] Тапҡан кемде яратырға. Элекке Нәфисә булһа тағы бер хәл. Я. Хам
матов. [Фазлый] уҙе генә йығылып ҡалһа, тағы бер хәл ине лә, улай ғына булманы, .. Ниғмәтйән ҡартты ла алып төшөп китте. И. Насыри. Ни хәл итәһең (йәки итмәк кәрәк) нимәгәлер сараһыҙҙан күнгәнде белдерә. □ Что поделаешь, что поделать. ■ Йылан батшаһы Тимербулатҡа уҙенең кесе ҡыҙын бирһә генә уттан ҡотҡарам, тигән. Ни хәл итәһең бит, риза булырға тура килгән. Әкиәттән. Зәлифәкәй, бахыр, ни хәл итһен, уҙ ағаһы һатҡас малдарға. Халыҡ йырынан. Хәлгә кереү (йәки инеү) ауыр хәлдәге кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу, яҡшылыҡ эшләү. □ Войти в положение кого, чьё. Куршенең хәленә инеу. Хәл эсендә (йәки өҫтөндә) ятыу бик ҡаты ауырыу, үлем сигендә булыу. □ Быть при смерти. Хәл өҫтөндә булыу. ■ Бына хәҙер Урал батыр хәл өҫтөндә ята. Әкиәттән. Хәл юҡ 1) нимәнелер сараһыҙҙан эшләгәнде белдерә. □ Ничего не поделаешь (о чём-л. неизбежном). ■ Хәл юҡ, атты һуйырға булалар. Ит булаһын һиҙгәс, мулла ла ҡайтып китмәй, теге ҡатынды өшкөргән булып, шунда ҡала. Әкиәттән; 2) ниндәйҙер эш-хәл шартында кемдеңдер мотлаҡ бер нәмә эшләүен белдереү өсөн әйтелә; әмәл юҡ. □ Нет выхода. В Урамдан егет-улаҡ уҙыр хәл юҡ, куҙең-ҡашың аҡшацлап, ауыҙың кутәреп һуҙ ҡуша башлайһың. Т. Хәйбуллин.
ХӘЛ II (Р.: обстоятельство; И.: adverbial modifier; T.: hal) и. гром.
һөйләмдә эштең башҡарылыу ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын, шартын белдергән эйәрсән киҫәк. □ Обстоятельство. / Обстоятельственный. Хәл төркөмсәләре. Ваҡыт хәле. Урын хәлдәренең айырымла-ныуы.
ХӘЛ АЛЫУ (хәл ал-) (Р.: набраться сил; И.: have, take rest; T.: güç almak) ҡ.
Ял итеп көс йыйыу. □ Набраться сил, отдохнуть. Ултырып хәл алыу. Хәл алып өлгөрмәу. Бер аҙ хәл алыу. ■ [Рота]ун сәғәт-тәй ауыр юл уҙа-уҙа талсығып,.. шулай кис утеп, хәл алдылар ахырҙа. Ғ. Хөсәйенов. Юлсыларҙың ҡайһы берҙәре, хәл алырға тип, юлдан ҡайырылды. Я. Хамматов.
422