ХӘЛ ИНЕҮ
ХӘЛ БЕЛЕҮ (хәл бел-) (Р.: справляться о чьём-л. здоровье; И.: inquire after; T.: hal hatır sormak) ҡ.
Кемдеңдер хәлен, үҙен хис итеү рәүешен һорашыу. □ Справляться о чъём-л. здоровье, состоянии. Туғандарҙың хәлен белеу. Шылтыратып хәл белеу. Бер-береңдең хәлен белеу.
ХӘЛ БЕЛЕШЕҮ (хәл белеш-) ҡ. урт. ҡар. хәл белеү, взаимн. от хәл белеү. Хәл белешеп тороу. Куршеләрҙең хәлен белешеу.
ХӘЛ БӨТӨҮ (хәл бөт-) (Р.: устать; И.: tire out; T.: halsiz düşmek) ҡ.
Көс-хәлдән яҙыу, арыу. □ Устать, обессилеть. Хәл бөтөп ултырыу. Бөтөнләй хәл бөтөу. ■ Юлдаштың хәле бөтөп, беләктәре талып китте. 3. Биишева. Оҙаҡ йөрөуҙән хәле бөткән кусер кашауай эргәһенә кире килгәндә, Касьянов йомарланған көйө һушһыҙ йоҡлап ята ине. Я. Хамматов.
ХӘЛБУКИ (Р.: между тем; И.: meanwhile; T.: halbuki) терк. иҫк. кит.
Әммә, ләкин, ысында, ғәмәлдә. □ Между тем, однако. ■ Хәлбуки, тормошоноң бөтөнлөгө китек барыбер: .. тау байыҡтырыу комбинатында баш инженер вазифаһында эшләп йөрөгән Зиннуры ҡапыл ғына йөрәк сиренән у леп китте. X. Тапаҡов.
ХӘЛ БУЛЫУ (хәл бул ) (Р.: быть уничтоженным; И.: go to ruin; T.: yok olmak) ҡ. һөйл.
Юҡҡа сығыу, юҡ булыу. □ Быть уничтоженным, ликвидированным, истреблённым. ■ [Янғын һундергән кешеләр:] Ут-куҙҙән һаҡлаһын Хоҙай. Ни хәтле дәуләте куҙ асып куҙ йомғансы хәл булды ла ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев.
ХӘЛ-ВАҠИҒА (Р.: случай; И.: event; T.: vaka) и. йыйн.
Тормошта була торған һәр төрлө хәл һәм ваҡиға. □ Случай, происшествие. Ғибрәтле хәл-ваҡиға. Тарихи хәл-ваҡиға. Хәл-ваҡиғаны асыҡлау. ■ [Азаттың] тормошо сыбар, һикәлтәле хәл-ваҡиғаларға, көйөнөс-һөйө-нөстәргә бай. Т. Ғарипова.
ХӘЛДӘ (Р.: в случае; И.: in this case; T.: olayda) бәйл.
1. Сифат ҡылымдың -ған формаһынан һәм күрһәтеү алмаштарынан һуң килеп, кем йәки нимәнеңдер ни рәүештә булғанын белдерә. □ В случае. Был хәлдә. Ошо хәлдә.
■ Хәләл ризыҡ эҙләу юлында арып кисәлә йоҡлаған кеше гонаһы ярлыҡанған хәлдә кис уткәрер. Р. Фәхретдинов.
2. Шул уҡ грамматик формала һәм ла көсәйтеү киҫәксәһе менән, төп фекергә кире мәғәнәләге зш-хәлде белдергәндә ҡулланыла. □ Даже если. Барған хәлдә лә. Ултырған хәлдә.
ХӘЛДӘН КИЛЕҮ (хәлдән кил ) (Р.: быть по силам; И.: manage to do; T.: elinden gelmek) ҡ.
Нимәлер эшләй алыу, булдырыу; ҡулдан килеү. □ Быть по силам. ■ [Гөльямал] хәленән килгәндәрҙең барыһын эшләп бөтөрөп, ҡәйнешенең тамағын туйҙырғас, урындыҡ ситенә килеп ултырҙы. Я. Хамматов.
ХӘЛДӘН ТАЙЫУ (хәлдән тай-, тая) (Р.: обессилеть; И.: be exausted; T.: halsiz düşmek) ҡ.
Бик ныҡ арыу, хәлһеҙләнеү. □ Обессилеть, изнемогать, выбиваться из сил. Хәлдән тайып йығылыу. Куп эшләп хәлдән тайыу.
■ Кара урман, соҡор-саҡыр, тау-таш араһынан өсөнсө тәулек барған кешеләр хәлдән тайҙы. Я. Хамматов.
ХӘЛЕҒ [ғәр. (Р.: разлука; И.: separation; parting; T.: ayrılık) и. иҫк. кит.
Бергә йәшәү мөмкинлегенән яҙҙырыу, айырылыштырыу хәле. □ Разлука, расставание. ■ Миңә наҙан кешегә, талаҡ вә хәлеғ нисек икәнен мулла баян итмәне. М. Өмөтбаев.
ХӘЛЕҮӘ (Р.: мучная каша; И.: sort of gruel; T.: lapa) и. диал. ҡар. саламай.
Ҡаймаҡҡа он туҡып ныҡ ҡайнатып бешерелгән бутҡа. □ Мучная каша. Хәлеуә бешереу. Хәлеуә ашау.
ХӘЛ ИНЕҮ (хәл ин-) (Р.: крепнуть; И.: get robust; T.: sağlamlaşmak) ҡ.
Көс алыу, хәлләнеү. □ Крепнуть, набираться сил. Хәл инеп китеу. Ауырыуға хәл инде. Тау һауаһы хәл индерә.
423