Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 424


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘЛИР
ХӘЛИРI (Р.: холера; И.: cholera; T.: heyza, kolera) и. диал. ҡар. ваба.
Бер туҡтауһыҙ эсте китереп, тәнде тартыштырып хәлде алған бик йоғошло сир.
□ Холера. Йоғошло хәлир. Хәлир эләктереү. Хәлирҙән һәләк булыу.
ХӘЛИР II (Р.: бестолковый; И.: good for nothing; T.: manasız) с. диал. ҡар. йүнһеҙ 1.
Тәжрибәһе булмаған, оҫталығы етмәгән.
□ Бестолковый. Их, һин, хәлир! Хәлир, кеше шулай эшләйме? Хәлир, әҙәм көлдөрмә.
ХӘЛИСАНА [фарс. (Р.: чисто-
сердечно; И.: sincerely; T.: halisane) р.
Ысын күңелдән. □ Чистосердечно, искренне. ■ Имеҙәлер әнкәң һөйөп-ҡағып уҙенең аҡ һөтөн, барса ҡайғынан һәм уйҙарҙан хәлисана бисубәтун. Ш. Тульвинский.
ХӘЛ ИТЕҮ (хәл ит-) (Р.: решить (вопрос)', И.: settle; T.: halletmek) ҡ.
Тикшереп асыҡлау, бер ҡарарға килеү.
□ Решить (вопрос), уладить (дело). Мәсьәләне хәл итеу. Хәл итеп ҡуйыу. Алдан хәл итеу. ■ Иртәгә йыйылыш буласағы куптән хәл ителгән. С. Агиш. Геү килеп тауыш сығара ғына башлағанда, һуҙгә оло ғына йәштәге кеше ҡушылып, бөтә нәмәне ул хәл итте. Я. Хамматов.
ХӘЛ ИТКЕС (Р.: решающий; И.: decisive; T.: önemli) с.
Ҙур әһәмиәте булған, бик мөһим. □ Решающий. Хәл иткес мәл.
ХӘЛИФӘ [ғәр. (Р.: халиф; И.: khalif; T.: halife) и. тар.
Ҡайһы бер Яҡын һәм Урта Көнсығыш мосолман илдәрендә дини һәм сәйәси власҡа эйә булған юғары хаким титулы һәм шул титулдағы кеше. □ Халиф. ■ Башҡорт исе-менең зоһуры Бағдад хәлифәһе Моҡтадир тарафынан Болғар дәүләтенә кундерелмеш булған илсе һәйәтенең былар араһынан күсеп киткәндән һуң булмыштыр. Р. Фәхретдинов.
ХӘЛИФӘЛЕК (хәлифәлеге) (Р.: халифат; И.: khalifate; T.: halifelik) и. тар.
1. Мосолман илдәрендә дин башлыҡтары идара итеүенә нигеҙләнгән дәүләт ҡоролошо системаһы. □ Халифат. Хәлифәлек менән идара итеу.
2. Ғәрәп яулап алыусылары тарафынан төҙөлгән һәм башында хәлифә торған дәүләт.
□ Халифат. Бәрәп хәлифәлеге. Бағдад хәлифәлеге.
ХӘЛ ЙЫЙЫУ (хәл йый-, йыя) (Р.: набраться сил; И.: gain strength; T.: dinlenmek) ҡ.
Ял итеп көс йыйыу. □ Набраться сил, отдохнуть. Ятып хәл йыйыу. Бер аҙ хәл йыйыу. Хәл йыйырға туҡталыу. ■ Эй бара, ти, Иҙел, эй бара, ти, туҡтап хәл йыйыуҙы ла белмәй, ти. «Урал батыр». Кәбән һалыусылар, хәл йыйып, яңынан эш башланы. Я. Хамматов. [Байморат ҡарт] бер аҙ тирләп-бешеп эшләгәс, ағас күләгәһенә ултырып хәл йыйҙы, ҡарсығы ебәргән ашамлыҡтарҙы ҡапҡыланы. Ф. Янышев.
ХӘЛ КЕРЕҮ (хәл кер-) ҡ. ҡар. хәл инеү.
■ Йыуынып алғас, Шәңгәрәйгә шаҡтай хәл керҙе. С. Агиш.
ХӘЛ ҠЫЛЫМ (Р.: деепричастие; И.: modifier; T.: ortaç) и. гром.
Эштең эшләнеү рәүешен, сәбәбен йәки үтәлеү ваҡытын белдергән ҡылым төркөмсәһе. □ Деепричастие. Хәл ҡылым формалары. Хәл ҡылымды табыу. Хәл ҡылым икенсе бер ҡылымдан аңлашылған эштең, хәлдең, хәрәкәттең башҡарылыу рәүешен белдерә.
ХӘЛ ҠЫЛЫУ (хәл ҡыл-) ҡ. ҡар. хәл итеү. ■ Ғимран бабай аҙ ғына уйланып торғандай итә: йәнәһе, беҙҙе бында ҡалды-рырғамы-юҡмы, шуны хәл ҡыла. Н. Мусин.
ХӘЛҠӘ [ғәр. (Р.: круг; И.: circle; Т.: halka) и. иҫк. кит. ҡар. түңәрәк I, 5.
Дүңгәләк. □ Круг, окружность. Ҙур хәлҡә. Хәлҡә булып уратыу. Хәлҡә кейҙереү.
ХӘЛЛЕ I (Р.: сильный; И.: robust; Т.: güçlü) с.
1. Физик көсө, хәле булған; шәпле.
□ Сильный; здоровый. Йәш саҡ — хәлле саҡ.
■ [Шәһит ҡарт] бөгөн, ысынлап та, үҙен көндәгегә ҡарағанда еңелерәк, хәллерәк һиҙгән кеуек ине. 3. Биишева. Хажисолтан бай менгән ат хәллерәк тә, шәберәк тә ине. Я. Хамматов.
424