Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 426


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘЛҺЕҘ
хәлләу. ■ [Айнур:] Үлемде генә уйлама әле һин, әсәй, минең хәлде лә хәллә. Н. Мусин.
ХӘЛҺЕҘ (Р.: слабый; И.: feeble; Т.: halsiz) с.
1. Көс-хәле самалы; көсһөҙ. □ Слабый, немощный, слабосильный. Хәлһеҙ кеше. Хәлһеҙ тауыш. ■ Мицлебикәнең ағарынып киткән матур хәлһеҙ йөҙөндә һурән генә йылмайыу ғәләмәте сағылды. М. Хужин.
2. Тормошо етешһеҙ; ярлы. □ Несостоятельный, небогатый. Хәлһеҙ әҙәм. Хәлһеҙ хужалыҡ. Хәлһеҙ ғаилә. ■ 1917 йылғы башҡорт матди яҡтан хәлһеҙ булһа ла, рухи яҡтан шул хәтлем көслө булған. Ә. Үтәбай.
ХӘЛҺЕҘ-БЫУЫНҺЫҘ (Р.: слабый; И. weak; T.: halsiz) с.
Көс-хәле самалы; көсһөҙ. □ Слабый, бессильный. Хәлһеҙ-быуынһыҙ бала. Хәлһеҙ-быуынһыҙ кешеләй. Хәлһеҙ-быуынһыҙ ҡарт.
ХӘЛҺЕҘЛЕК (хәлһеҙлеге) (Р.: усталость; И.: feebleness; T.: halsizlik) и.
Физик көсө булмаған хәл; көсһөҙлөк.
□ Усталость, утомлённость. Хәлһеҙлек сәбәптәре. Хәлһеҙлектән йонсоу. Хәлһеҙлекте дауалау. ■ Емеш, уҙенең аслығын да, ҡаты хәлһеҙлеген дә онотоп, йугереп тубәнгә, ҡыҙҙар янына төшөп китте. 3. Биишева.
ХӘЛҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ (хәлһеҙләндер-) (Р.: ослаблять; И.: enfeeble; T.: halsiz bırakmak) ҡ.
Көс-хәлдән яҙҙырыу, көс-хәлһеҙ итеү.
□ Ослаблять, обессиливать кого. // Ослабление. Ашатмай хәлһеҙләндереу. Ауырыу хәлһеҙләндерә. V Башҡорт кавалерия дивизияһының төп бурысы: дошманға бер генә минут та тынғы бирмәҫкә, һуғышсан разведка яһап, уны «ҡытыҡлап» торорға, хәлһеҙләндерергә! Я. Хамматов.
ХӘЛҺЕҘЛӘНЕҮ (хәлһеҙлән-) (Р.: ослабевать; И.: loose strength; T.: halsiz düşmek) ҡ.
Көс-хәлдән яҙыу; хәлһеҙ булыу. □ Ослабевать, терять силы, становиться слабосильным. Ауырыуҙан хәлһеҙләнеу. Ауыр эштән хәлһеҙләнеу. ■ Уның [Урал батырҙың] ҡартайып, хәлһеҙләнә башлауын куптән көтөп йөрөгән Әжәл бик яҡынлашҡан. «Урал батыр». Бара торғас, алты пар сыбар ат арып-талып, хәлһеҙләнеп туҡтап ҡала.
Әкиәттән. [Нәфисә]хәлһеҙләнеп, ағас тумәр-гә барып ултырҙы ла укһеп-укһеп иларға тотондо. Я. Хамматов.
ХӘЛ ӘЙТЕМЕ (Р.: деепричастный оборот; И.: adverbial phrase; T.: ortaç) и. гром.
Төп ойоштороусы компоненты ҡылым булып, ике йәки бер нисә тулы мәғәнәле һүҙҙән торған синтаксик берәмек. □ Деепричастный оборот. Хәл әйтеме һәм уның айырымланыу ы.
ХӘЛӘҠ р. диал. ҡар. һәләк. Хәләҡ ҙур. Хәләҡ яҡшы. Хәләҡ матур йырлай.
ХӘЛӘЛ I [ғәр. J^] (Р.: дозволенный шариатом; И.: allowed; T.: helal) с. дини.
1. Шәриғәт тарафынан тыйылмаған, ашау-эсеүгә, файҙаланыуға рөхсәт ителгән; киреһе — хәрәм. □ Дозволенный, разрешённый шариатом; законный. Хәләл ризыҡ. Хәләл аҙыҡ. ■ Ураҙа тотҡан кеше көн дауамында хәләл ризыҡ менән хәләл эсемлектәрҙән дә тыйылып торған кеуек, насар ғәҙәттәрҙән, насар һуҙҙәрҙән, ялғандан, ғәйбәттән, яла яғыуҙарҙан, һуҙ йөрөтөуҙән тыйылып тора. «Һаҡмар», 19 июль 2012. • Ишәктең көсө хәләл, ите хәрәм. Әйтем.
2. кусм. Көс түгеп, хеҙмәт менән табылған.
□ Честный, заработанный своим трудом. Хәләл икмәк. Хәләл мал. Хәләл донъя. ■ [Сафыя — Шәмсинурға:] Атайым ипләп әйтһә, хәләл йомош ҡушһа, һәр саҡ тыңлап торҙом, ләкин хәрәмгә мине бер кем дә ҡуша алманы. Р. Өмөтбаев.
3. кусм. Йөрәккә яҡын, ҡәҙерле, изге.
□ Благородный, честный. ■ Илкәй өсөн сыҡһын ғәзиз йәндәр, хәләл ергә аҡһын хәләл ҡандар. Ш. Бабич.
4. Никахҡа ингән; никахлы. □ Законный. Хәләл ҡатын. Хәләл ир. ■ Ваҡыт етеп, ҡайтып килһәм, ҡаршы сығыр хәләлем. Бәйеттән. [Ниғмәтулла — Нәфисәгә:] Мин, яман-яҡшы булһам да, хәләл ирең бит. Я. Хамматов.
ХӘЛӘЛ II [ғәр. Jli.] (Р.: вред; И.: damage; T.: zarar) и. иҫк. кит.
Зарар, зыян. □ Вред. Хәләл килтереу. Хәләле юҡ. Хәләлһеҙ итеу.
426