Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 427


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘМЕЛ
ХӘЛӘЛ ЕФЕТ [ғәр. ач (Р.: законная жена, законный муж; И.: spouse; T.: nikâhlı eş) и.
Никахлы ҡатын йәки ир. □ Законная жена, законный муж. Хәләл ефет булыу. Хәләл ефет итеп алыу. ■ [Егет:] Былбылым, һин бит хәҙер минең студенткам тугел, ә хәләл ефетем... Хәләл ефет — хәләл ҡатын, тигән һуҙ, былбылым. И. Абдуллин.
ХӘЛӘЛЛЕК (хәләллеге) (Р.: дозволенность по шариату; И.: lawful; T.: helallik) и.
1. Шәриғәт ҡанундары буйынса рөхсәт ителгәнлек, хәләл булыу хәле. □ Дозволенность по шариату; законность. Ризыҡтың хәләллеге. Килгән малдың хәләллеге. Ғәмәл-дәрҙең хәләллеге.
2. Намыҫлылыҡ. □ Честность. Хеҙмәттең хәләллеге. Йәшәуҙең хәләллеге. Хәләллектә бәхет табыу.
ХӘЛӘЛЛӘҮ (хәләллә-) (Р.: считать дозволенным шариатом; И.: deem permitted; T.: helal saymak) ҡ.
Хәләл тип табыу, дөрөҫкә сығарыу.
□ Считать дозволенным шариатом, считать законным что. Хәләлләп ебәреу. Хәләлләп алыу.
ХӘЛӘМ (Р.: честный; И.: honest; Т.: namuslu) с. диал. ҡар. хәләл I, 2.
Көс түгеп, хеҙмәт менән табылған.
□ Честный, заработанный своим трудом. Хәләм ризыҡ. Хәләмде исрафламау. Хәләм табыш.
ХӘЛӘС (Р.: сила и мощь; И.: power and strength; T.: güç) и. диал.
Көс-хәл. □ Сила и мощь. Ауырыуҙан һуң хәләс алыу. Хәләс инеу. Хәләсен һынау.
ХӘЛӘС БУЛЫУ (хәләс бул-) (Р.: спасаться; И.: be saved; T.: kurtulmak) ҡ. диал.
Ниндәйҙер ауыр хәлдән, сирҙән арыныу; ҡотолоу. □ Спасаться. Бәләнән хәләс булыу. Ауырыуҙан хәләс булыу. Саҡ-саҡ хәләс булдым.
ХӘЛӘТ [ғәр. ÂJU] и. ҡар. халәт. Кутә-ренке хәләт. Халыҡ хәләте. Хәләт менән ҡыҙыҡһыныу.
ХӘЛӘФ [ғәр. (Р.: заместитель; И.: deputy; T.: halef) и. иҫк. кит.
1. Кемделер алмаштырған кеше; урынбаҫар. □ Заместитель. Хәләфте тыңлау. Хәләфкә мөрәжәғәтнамә. Хәләфтең бурыстары.
2. Киләсәк быуын. □ Будущее поколение. Хәләф азатлығы. Хәләфтән өмөт итеу. Хәләф ишетһен!
ХӘЛ-ӘХҮӘЛ [ғәр. JU + JIj^] (Р.: житьё-бытьё; И.: (everyday) life; T.: ahval) и. йыйн.
1. Тормош, көнкүреш хәлдәре. □ Житьё-бытьё. Хәл-әхуәл һөйләу. Хәл-әхуәл белеу.
■ Аш ваҡытында Ҡамыр батыр ҡала хаҡында, бындағы хәл-әхуәл тураһында һораша башланы. Әкиәттән. Коридорҙа хәл-әхуәл хаҡында уҙ-ара һөйләшеп торған халыҡ уны [Ниғмәтулланы] куреп шып-шым булды. Я. Хамматов.
2. Кешенең хәле; иҫәнлек-һаулыҡ. □ Состояние, здоровье. Яҡшы хәл-әхуәл. Балаларҙың хэл-әхуәле. Хәл-әхуәл һорашыу.
■ Көндәрҙең бер көнөндә Ҡарабай, уҙ иптәштәре менән Сарыбай ауылына барып, уның хәл-әхуәлен белешергә булған. Халыҡ ижадынан. [Рафиҡ] фойела таныштары менән осрашып, хәл-әхуәл һораштырғылағансы, конференцзалға саҡырып ҡыңғырау шылтыраны. Л. Якшыбаева.
ХӘЛӘЯҠ (хәләяғы) (Р.: фрукты и овощи; И.: fruits and vegetables; T.: çilek ve sebzeler) и. диал.
Еләк-емеш, йәшелсә. □ Фрукты и овощи. Хәләяҡ уҫтереу. Хәләяҡты ҡырау һуғыу. Хәләяҡ йыйыу.
ХӘМЕД [ғәр. (Р.: хвала; И.: laud; Т.: övgü) и. иҫк. кит.
Маҡтау, маҡтау һүҙе. □ Хвала, восхваление, расхваливание. Хәмед әйтеу. Хәмед ишетеу. Ата-олатайҙарға хәмед яҙыу. ■ Бу ғәләмгә сәнә хәмед булһын. М. Өмөтбаев.
ХӘМЕЛ [ғәр. (Р.: тяжесть; И.: cargo; freight; T.: ağırlık) и. иҫк. кит.
1. Юл өсөн тейәлгән, йөкмәлгән нәмә; йөк. □ Тяжесть, поклажа, груз. Көс етмәҫлек хәмел. Хәмел кутәреу. Хәмел өҫтәлеу.
2. кусм. Ауыр аяҡ, ҡарындағы йөк. □ Плод, зародыш. Хәмел төшөу.
427