Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 429


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘРБИ
төргәкте тағатты, унан метр самаһы аҡ тауар килеп сыҡты: ^Һауынсыларға халат тегергә тип бирҙеләр, шунан хәмсенем». Т. Ғарипова.
ХӘМӘЛ [ғәр. (Р.: Овен (зодиакальное созвездие)', И.: Ram; T.: Hamel) и.
1. (баш хәреф менән) астр. Ҡуҙы йондоҙлоғо (Балыҡ һәм Буға йондоҙлоҡтары уртаһында урынлашҡан). □ Овен (зодиакальное созвездие). Хәмәл йондоҙлоғо. Хәмәл йондоҙлоғонда тыуыу.
2. Ҡояш календары буйынса беренсе айҙың ғәрәпсә исеме (22 март — 21 апрель).
□ Хамал (название первого месяца солнечного года, соответствующего периоду с 22 марта по 21 апреля). Хәмәл айы. Хәмәл башланыу. Хәмәл һыуығы. ■ Уйлағаныц алдыца килә, ти, Хоҙай бойорғандыр, болоҡһоған бер ҡыш көнөндә, хәмәл йондоҙонда Батырша ыҙба-һына кисләтеп бер башҡорт килеп инде. Ғ. Хөсәйенов.
ХӘМӘЛ БУРАНЫ (Р.: буран в марте месяце; И.: spring-time blizzard; T.: mart fırtınası) и. диал. ҡар. аҡман-тоҡман.
Март уртаһында була торған көслө буран.
□ Буран в марте месяце. Хәмәл бураны сығыу. Хәтәр хәмәл бураны.
ХӘНДИЛ (Р.: люстра; И.: chandelier; T.: kandil) и. диал. ҡар. ҡәндил.
Бер нисә шәмдән йәки май шәмдән торған аҫылмалы яҡтыртҡыс. □ Люстра. Бәлләуер хәндил. Аҫылмалы хәндил. Хәндил элеу.
ХӘНИФ [ғәр. (Р.: исповедующий веру в одного Бога; И.: monotheist; T.: hanif) и.
1. Бер Аллаға ышанған кеше. □ Исповедующий веру в одного Бога.
2. Саф күңелле кеше. □ Правдивый, благородный, честный (о человеке). Изге ниәтле хәниф.
ХӘНЙӘР [фарс, (Р.: кинжал; И.: dagger; T.: hançer) и.
Ике яғы ла үткер осло бысаҡ. □ Кинжал. һунар хәнйәре. Семәрле хәнйәр. Осло хәнйәр. Хәнйәр йөҙө. Һөйәк һаплы хәнйәр. ■ Ул [Юлдыбай] хәнйәрен тотоп, атылған уҡ кеуек, айыу өҫтөнә ташланған. Әкиәттән.
[Әхмәтйән] еуеш кейемен алмаштырғас, ҡабалан-ҡарһалан ғына ҡапҡыланы ла, ҡыҫҡа һөцгөһөн ҡулына алып, тимерсе-ҡыҙаштан бер ҡаҙаҡ май әжеренә һуҡтырып алған оҙон хәнйәрен биленә ҡыҫтырҙы. И. Ноғманов.
ХӘНӘҮӘТ [ғәр. (Р.: красноватожёлтый; И.: reddish-yellow; T.: turuncu) с. иҫк.
Ҡыҙғылт һары. □ Красновато-жёлтый, оранжевый. Хәнәуәт төҫлө. Хәнәуәт туҡыма. Ҡоштоц хәнәуәт суҡышы. М Ана килә бер кеше, хәнәуәт уныц тун тышы. Халыҡ йырынан.
ХӘРБИ I [ғәр. (Р.: военный;
И.: military; T.: harbi) с.
1. һуғышҡа бәйләнеше булған. □ Военный. Хәрби хәл. Хәрби сер. Хәрби тарих. ■ Кусем нигеҙләнгән көнөнән алып һуцғы ваҡыттарға тиклем хәрби традицияларға бай, дошмандарҙы ҡыйратыуҙа батырлыҡ рухы менән һуғарылған ауыл була. Р. Өмөтбаев.
2. Һуғыш кәрәк-ярағы өсөн тәғәйенләнгән. □ Военный. Хәрби завод. Хәрби карап. Хәрби техника. ■ Емергес снарядтар тейеуҙән, ауыр гөрһөлдәшеп, өйҙәр ишелде, илке-һалҡы ғына төҙөлгән хәрби нығытмалар ҙа, услап һибелгән таяҡсалар ише, сәсрәп куккә осто. И. Ноғманов.
3. Армия менән бәйле булған; ғәскәри хеҙмәткә мөнәсәбәтле булған. □ Военный. Хәрби комиссариат. Хәрби хеҙмәт. Хәрби тормош. Хәрби тәжрибә. ■ Сабир ГДР-ҙан хәрби хеҙмәттән комиссияланып ҡайтып төштө. Г. Яҡупова. [Йыйылышта ҡатнашыусылар ]хәрби кейемдәге таныш булмаған егетте кем тип әйтергә белмәйенсә, улар аптырап ҡалды. Я. Хамматов.
4. Ғәскәри хеҙмәт кешеһенә мөнәсәбәтле; ғәскәри. □ Военный, воинский. Хәрби бурыс. Хәрби ант. Хәрби дәрәжә. ■ Башҡорттар-ҙыц, ысынлап та, боронғо ғәскәрҙәрендә ук уҙ хәрби формалары булған. Р. Байымов.
5. Ғәскәри хеҙмәт кешеһенә хас. □ Военный, воинский. Хәрби ыҫпайлыҡ. Хәрби оҫталыҡ. Хәрби тәртип. П Полк командиры нимәләр эшләнгән, купме һалдат, нисә офи
429