Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 430


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘРБИ
цер, ҡайҙа урынлашҡандар, хәрби әҙерлектәре нисек — барыһы хаҡында ҡыҫҡа ғына һөйләп бирҙе. Р. Байымов.
6. Ғәскәри кешеләр өсөн тәғәйенләнгән.
□ Военный. Хәрби госпиталь. Хәрби ҡаласыҡ. Хәрби академия. Хәрби лазарет. ■ Башта уларҙы [һалдаттарҙы] Өфө янындағы хәрби лагерҙа айҙан артыҡ тоттолар, һуғыш һәнәренә өйрәттеләр. Р. Байымов.
7. Армияла хеҙмәттә булған, армияла хеҙмәтен үтәгән. □ Военный. Хәрби врач. Хәрби комиссар. Хәрби корреспондент. Ш Хәрби кешегә ҡарсыға ҡарашлы был егеттең мыҡты кәүҙәһе, тышҡа атылып сығып торған көс-ғәйрәте хуш килә. Р. Өмөтбаев.
ХӘРБИ II [ғәр. (Р.: военнослужащий; И.: serviceman; T.: asker) и.
Хәрби кеше, армияла хеҙмәт итеүсе.
□ Военнослужащий. Хәрбиҙәр торлағы. Хәрбиҙәргә ярҙам. ■ Бына яҫы яурынлы, урта буйлы тағы бер хәрби, еңел йүгереп, трибунаға менеп баҫты. 3. Биишева.
ХӘРБИ КОММУНИЗМ (Р.: военный коммунизм; И.: military communism; T.: savaş komünizmi) и. тар.
Совет власының Граждандар һуғышы һәм интервенция осорондағы иҡтисади сәйәсәте (1918—1920 йылдарҙа). □ Военный коммунизм (название внутренней политики Советской России, проводимой во время Гражданской войны 1918-1920 годов). Хәрби коммунизм сәйәсәте. Хәрби коммунизм шарттары.
ХӘРБИЛЕК (хәрбилеге) (Р.: военное дело; И.: military affairs; T.: harbilik) и.
Хәрби һәнәр менән бәйле хәл. □ Военное дело. Башҡорттарҙың хәрбилеге. Хәрбилек-те онотмау. Хәрбилектең үҙенсәлектәре.
ХӘРБИЛӘШЕҮ (хәрбиләш-) (Р.: военизироваться; И.: militarize; T.: askerileştirilmek) ҡ.
һуғыш шарттарына яйлашыу, хәрби ихтыяждарҙы хеҙмәтләндереүгә күсеү.
□ Военизироваться. // Военизация. Сәнә-ғәттең хәрбиләшеүе. Халыҡ хужалығының хәрбиләшеүе.
ХӘРБИЛӘШТЕРЕЛЕҮ (хәрбиләштерел-) ҡ. төш. ҡар. хәрбиләштереү. страд, от хәрбиләштереү. Хәрбиләштерелгән завод.
Хәрбиләштерелгән режим. ■ Ҡорал һатып алырға рөхсәт итеү йәше элек 18 булһа, хәҙер ул 21 йәшкә тиклем арттырылған. Был талап хәрби хеҙмәт үткән йәки хеҙмәт итеүсе, шулай уҡ хәрбиләштерелгән дәүләт ойошмаларында эшләүсе, ғәскәри, махсус званиелары йәки класс чиндары булған кешеләргә генә ҡағылмай. «Башҡортостан», 14 сентябрь 2014.
ХӘРБИЛӘШТЕРЕҮ (хәрбиләштер-) (Р.: военизировать что\ И.: militarize; Т.: askerileştirmek) ҡ.
1. Һуғыш шарттарына яйлаштырыу, хәрби ихтыяждарҙы хеҙмәтләндереүгә күсереү. □ Военизировать что. // Военизация. Полицияны хәрбиләштереү.
2. Ғәскәри төҫ биреү, хәрбиҙәрсә итеү.
□ Военизировать что. // Военизация. Спорт уйындарын хәрбиләштереү.
ХӘРБИ-ПАТРИОТИК (Р.: военно-патриотический; И.: military-patriotic; T.: asker-yurtseverlik) с.
Ғәскәри хеҙмәткә һәм сәйәси аңға бәйле.
□ Военно-патриотический. Хәрби-патриотик тәрбиә. Хәрби-патриотик йүнәлеш. Хәрби-патриотик спорт уйындары. ■ «Урал батыр» тип исемләнгән хәрби-патриотик ярыш егеттәрҙе көслөлөктә, таҫыллыҡта, ныҡлыҡта һынаны. «Атайсал», 8 май 2014.
ХӘРЕЖ [ғәр. ÇJ*] (Р.: трата; И.: expenditure; T.: harç) и. кит.
1. Тотолған, сарыф ителгән нәмә; сығым.
□ Трата, затрата, расход, издержка. Туй хәреже. Хәреж иҫәпләү. Юл хәреже.
2. Матди мөмкинлек; аҡса. □ Средства; деньги. Хәреж табыу. Көн күрерлек хәреж. Бер аҙ хәреж туплау.
3. диал. Юл аҙығы. □ Еда на дорогу, дорожные припасы. Хәреж биреү.
ХӘРЕЗ (Р.: возможность; И.: possibility; T.: imkan) и. диал.
1. Мөмкинлек. □ Возможность. Элек уҡырға хәрез булманы.
2. ҡар. хәреж 3. Хәрез әҙерләү. ■ Бында беҙҙең үҙ хәрезебеҙ бар, беҙҙекенән дә ауыҙ итегеҙ, — тип Абдрахман Маргаританың тоҡсайынан әйберҙәрен сығара башланы. Р. Өмөтбаев.
430