Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 431


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ХӘРӘКӘТ
ХӘРЕЗЛӘНЕҮ (хәрезлән-) ҡ. диал. ҡайт. ҡар. хәрезләү. возвр. от хәрезләү. ■ Әҙерләнеп, хәрезләнеп, егерме биш шағир һәм яҙыусы бер ҡорға тупланып сыҡты иҫтәлекле сәфәргә. «Башҡортостан», 24 август 2013.
ХӘРЕЗЛӘҮ (хәрезлә-) (Р.: собрать на дорогу; И.: prepare food for a journey; T.: hazırlamak) ҡ. диал.
1. Юллыҡ аҙыҡ һалыу. □ Собрать на дорогу. Һалдатҡа хәрезләү. Сәфәргә юлланыусыларға хәрезләү.
2. Тотоноу, сарыф итеү. □ Тратить, расходовать. Аҙыҡты хәрезләү. Аҡса хәрезләү. Юҡ-барға хәрезләү.
ХӘРЕНДӘШ (Р .: слово обращения мужчины к женщине, младшей по возрасту; И.: my lass; T.: karındaş) ондш. диал.
Ир кешенең үҙенән кесе ҡатын-ҡыҙға өндәшеү һүҙе. □ Слово обращения мужчины к женщине, младшей по возрасту. Хэрен-дәшем, һиңә өндәшәм!
ХӘРЕФ [ғәр. (P.: буква; И.: letter; T.: harf) и.
Телдәге өндөң яҙма билдәһе. □ Буква; литера; шрифт. Баш хәреф. Баҫма хәреф. Ғәрәп хәрефе. ■ [Йәнтимер] хәрефтәре бер-береһенә ялғанмай ғына, тигеҙ, ныклы почерк менән яҙылған яҙыуға күҙ йүгертеп сыҡты. М. Кәрим. Ынйылай хәрефтәр теҙелгән, шул юлға күҙ нурың түгелгән. Г. Ҡотоева.
ХӘРЕФ АЙЫРЫУ (хәреф айыр-) ҡ. ҡар. уҡый-яҙа белеү. Хәреф айыра башлау.
ХӘРЕФЛЕ (Р.: буквенный; И.: having letters; T.: harfli) с.
Хәреф(тәр) менән. □ Буквенный. Хәрефле билдәләмә. Хәрефле билдә ҡуйыу. Хәрефле агҫлатма.
ХӘРЕФЛӘҮ (хәрефлә-) (Р.: сказать по буквам; И.: spell; T.: harf harf) ҡ.
Һәр хәрефте айырып әйтеү (уҡығанда). □ Сказать по буквам. Хәрефләп әйтеү. Хәрефләп уҡыу. ■ [Уҡытыусыға:] кескәйҙәрҙең артабан яйлап яҙырға өйрәнеүен, һүрәт төшөрә, хәрефләп уҡый башлауын күреү йөрәккә әйтеп ан^ата алмаҫлыҡ рәхәтлек бирә. «Башҡортостан», 3 октябрь 2015.
ХӘРЕФ ТАНЫУ (хәреф таны-) ҡ. ҡар. уҡый-яҙа белеү. Хәреф таный башлау. ■ Кондратий Егорович Подлипкиҙа башланғыс кластарҙа ваҡ балаларҙы хәреф танырға, хисап сығарырға, һүрәт төшөрөргә өйрәтте. М. Кәрим. Уҡырға тәүләп төшөүселәрҙе хәреф танырға Ғүмәр исемле йәш хәлфә өйрәтте. Б. Рафиҡов.
ХӘРИФ [ғәр. (Р.: товарищ; И.: friend; T.: herif) и. иҫк. кит.
1. Яҡын кеше, иптәш. □ Товарищ, приятель. Тормошта яҡын хәриф. Эштә хәриф. Ҡараштар уртаҡ булған хәриф.
2. Әхлаҡи насар, боҙоҡ, әшәке кеше.
□ Испорченный, распущенный человек. Хәрифтәрҙе тәрбиәләү. Хәрифтәргә һүҙең әрәм.
ХӘРӘБӘ [ғәр. и. ҡар. хараба.
Хәрәбәгә әйләнеү. Хәрәбәләр аҫтында ҡалыу. Хәрәбәләр өйөмө.
ХӘРӘКӘ [ғәр. (Р.: огласовка,
обозначение гласного звука в арабском письме; И.: diacritic; T.: hareke) и. кит.
Ғәрәп яҙыуында һуҙынҡылар урынына йөрөп, хәрефтең өҫтөнә йәки аҫтына ҡуйыла торған махсус билдә. □ Огласовка, обозначение гласного звука в арабском письме — над согласной буквой или под ней ставится соответствующий знак. Я Ғәрәп яҙмаһында «а», «и» өндәре яҙылмай, ә уларҙы билдәләүсе хәрәкәләр «юғалып» та ҡалырға мөмкин. «Ағиҙел», № 2, 2013.
ХӘРӘКӘТ [ғәр. | (Р.: движение; И.: movement; T.: hareket) и.
1. Нәмәнең йәки уның өлөштәренең үҙ торошон үҙгәртеүе; тыныс йәки тик торошҡа ҡапма-ҡаршы хәл. □ Движение, действие. / Двигательный. Ритмик хәрәкәт. Хәрәкәттә булыу. Хәрәкәттә — бәрәкәт. ■ Был шау-шыуға бөтә урам хәрәкәткә килде. 3. Биишева. [Ҡар] күшегеп, ҡуҙғалмай бер урында хәрәкәтһеҙ ултырған ҡоштарҙың ҡанаттарын ҡапланы, йәнлектәрҙең эҙен күмде, былай ҙа ҡалҡыу ерҙәрҙе тағы ла нығыраҡ үҫтерҙе, бейегәйтте. Я. Хамматов.
2. Төрлө механизмдың эше, эшмәкәрлеге.
□ Движение, действие, работа. Моторҙы хәрәкәткә килтереү. Машина хәрәкәте.
431