ХӘҮЕФҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ
3. Ҡурҡытып, шомландырып торған хәл.
□ Опасность. Хәүефтә йәшәү. Хәүефтән ҡурҡыу. Хәүеф янау. М Неплюев яҙған йәшерен донесениелар уҡылғас, Сенат менән хөкүмәт, Хәрби коллегия оло хәүефкә төштө. Ғ. Хөсәйенов.
ХӘҮЕФЛЕ (Р.: опасный; И.: dangerous; T.: tehlikeli) с.
1. Хәүеф һалырлыҡ; ҡурҡыныслы. □ Опасный. Хәүефле эш. Хәүефле юл. ■ [Нурислам] тынғыһыҙ тәбиғәтенә тап килерҙәй хәүефле лә, мауыҡтырғыс та юлда ине ул. Ә. Хәкимов. [Солтанғәле:] Хәүефле эшкә буштан-бушҡа баш тыҡҡым килмәй. Я. Хамматов.
2. Күңелгә борсоу һалған; шомло. □ Опасный. Хәүефле урын. Хәүефле тынлыҡ. Хәүефле билдәһеҙлек.
ХӘҮЕФЛЕЛЕК (хәүефлелеге) (Р.: тревожность; И.: anxiety; T.: tehlike) и.
Борсоулы (шомло) булыу. □ Тревожность. Хәүефлелек бар. Хәлдең хәүефлелеге. Хәүефлелекте булдырмау.
ХӘҮЕФЛӘНДЕРЕҮ (хәүефләндер) (Р.: вызывать тревогу; И.: cause anxiety; T.: endişelendirmek) ҡ.
Хәүефкә ҡалдырыу; шомландырыу. □ Вызывать тревогу, опасение у кого-л. Хәүефләндереп ебәреү. Кешене хәүефләндереү.
ХӘҮЕФЛӘНЕҮ (хәүефлән-) (Р.: опасаться чего-л:, И.: feel apprehension; anxiety; T.: endişelenmek) ҡ.
Шомланып ҡурҡып, хафаланып борсолоу.
□ Опасаться чего-л. // Опасение. Хәүефләнә башлау. Хәүефләнеп китеү. ■ [Сәғүрә — Байгилдегә:] Мин, һинең юлың уңманымы икән әллә, тип хәүефләнгәйнем. 3. Биишева. [Әсәйем:] Сәлмән, ипләберәк! Аяғыңды йә түшеңде ауырттырып ҡуйма! — тип хәүефләнеп ҡысҡыра. Н. Мусин.
ХӘҮЕФ-ХӘТӘР (Р.: опасность; И.: danger; T.: tehlike) и. йыйн.
һәр төрлө ҡурҡыныс хәл; бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек. □ Опасность, угроза чего-л. Хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу. Хәүеф-хәтәрҙе иҫкәртеү. Балаларҙы хәүеф-хәтәрҙән аяу. ■ [Куприян:] Минең менән булғанда, һиңә хәүеф-хәтәр янамаҫ. И. Ноғманов.
ХӘҮЕФ-ХӘТӘРҺЕҘ с. ҡар. хәүефһеҙ I. Хәүеф-хәтәрһеҙ урын.
ХӘҮЕФҺЕҘ I (Р.: безопасный; И.: safe; T.: tehlikesiz) с.
Хәүеф-хәтәре булмаған, тыныс. □ Безопасный. Хәүефһеҙ урын. Хәүефһеҙ хеҙмәт. М Дошман аҡыллыһы хәүефһеҙ, иҫәр дуҫтарыңдан бул йыраҡ! Д. Юлтый. [Драгун ротаһы I хәтәр төбәктәрҙән уҙып, хәүефһеҙ тау эҫтәренә килеп керҙеләр шикелле инде. Ғ. Хөсәйенов. Еңел һөйәкле, етеҙ хәрәкәтле ҡураныс әсәһе янында ҡая таш артында-ғылай ышыҡ, хәүефһеҙ булған икән дә баһа. X. Тапаҡов.
ХӘҮЕФҺЕҘ II (Р.: благополучно; И.: safely; T.: sağ salim) р.
Бәлә-ҡазаһыҙ; иҫән-һау, имен-аман. □ Благополучно, безопасно. Хәүефһеҙ итеү. Хәүефһеҙ файҙаланыу. Хәүефһеҙ эксплуатациялау. М Газ ҡоролмаларын .. хәүефһеҙ ҡулланыуҙы тәьмин итеү маҡсатында профилактик эштәр башҡарыла, «һаҡмар», 24 октябрь 2015.
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК (хәүефһеҙлеге) (Р.: безопасность; И.: safety; T.: tehlikesizlik) и.
Хәүеф-хәтәрһеҙ, бәлә-ҡазаһыҙ, тыныс хәл. □ Безопасность. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге. ■ Техник хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етерлек иғтибар итмәү сәбәпле, бәхетһеҙлеккә осраусылар һаны күбәйҙе. Я. Хамматов.
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ТЕХНИКАҺЫ (Р.: техника безопасности; И.: safety rules; T.: güvenlik kuralları) и.
Хеҙмәт шарттарының хәүефһеҙлеген тәьмин иткән төрлө сара һәм алымдар системаһы. □ Техника безопасности. Хәүефһеҙлек техникаһын яҡшыртыу. Хәүефһеҙлек техникаһын боҙоу. Хәүефһеҙлек техникаһының үтәлешен тикшереү.
ХӘҮЕФҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ (хәүефһеҙлән-дер-) (Р.: обезопасить; И.: make safe; T.: tehlikeden korumak) ҡ.
Хәүефһеҙ итеү. □ Обезопасить. Ҡурҡыныстан хәүефһеҙләндереү. Үҙеңде хәүефһеҙ-ләндереү.
443