Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 445


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАБАҠ
һ [һа] (Р.: тридцать первая буква башкирского алфавита; И.: the thirty-first letter of Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin otuz birinci harfi)
Башҡорт алфавитының утыҙ беренсе хәрефе, тамаҡ (фарингаль), һаңғырау тартынҡы [һ] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — һ, бәләкәй — һ формаһында яҙыла. □ Тридцать первая буква башкирского алфавита. Һ хәрефенә башланған һуҙҙәрҙе яҙыу. Һ хәрефе булған һуҙҙәрҙе айырып алыу. Һ өнөн әйтеу.
ҺА (Р.: ах!; о!; И.: oh ту!; Т.: һа!) ымл.
1. Нимәгәлер ҡапыл ғәжәпләнгәндә әйтелә. □ Ах!; О! (выражает удивление, изумление). Һа, нәмә генә юҡ бында! Һа, әллә куҙемә куренәһецме!?
2. Нимәгәлер ышанмаған һымаҡ итеп, көлөп ҡарағанда әйтелә. □ Ха; гм (выражает сомнение, недоверие). Һа, бына һис уйламағанда! Я Һа, әйттегеҙ һуҙ! — тип Кусимов атын шпорланы. Я. Хамматов.
ҺАБА I (Р.: бурдюк; И.: large leather bowl; T.: tulum) и. этн.
1. Эре малдың кәүҙә тиреһенән тегеп ыҫланған ҡымыҙ һауыты. □ Бурдюк, хаба. Һаба тегеу. Һаба аяғы. Һабаны ҡымыҙ менән тултырыу. Һабала бешеу. ■ Ҡыҙырас менән Гөлйөҙөм еңгә һаба ҡымыҙын маҡтап, ҡабатлап һалдырып эстеләр. 3. Биишева. Киң ауыҙлы һабалағы ҡымыҙҙы һелкетеп болғатты-болғатты ла Камалетдин мулла ашъяулыҡтағы өс туҫтаҡҡа ҡойҙо. Я. Хамматов.
2. миф. Мифлаштырылған сакраль әйбер. □ Бурдюк (мифологизированный сакральный предмет). Һаба — муллыҡ, ырыҫ символы.
ҺАБА II (Р.: уровень воды; И.: silly; T.: suyun düzeyi) и. диал.
Йылғалағы һыуҙың кимәле. □ Уровень воды. Мейәс һабаһы. Һаба кутәрелеу. Һаба ҡайтыу.
ҺАБА АЯҒЫ (Р.: подставка для хабы; И.: kind of household appliance; T.: altlık) и.
Ҡымыҙ һауыты ултыртыу өсөн ҡулайлама. □ Подставка для хабы. Һаба аяғы эшләу. ■ Һаба аяғы менән бешкәгенә көмөш сабылған. X. Ғәбитов.
ҺАБАҒАШ и. диал. ҡар. шыбағас I. һабағаш менән ашлыҡ һуғыу.
ҺАБАҒЫС (Р.: прутик для чесания шерсти; И.: wool combing appliance; T.: yün tarama çubuğu) u.
Йөн тетә торған шыйыҡ сыбыҡ. □ Прутик для чесания шерсти. Һабағыс әҙерләу. һабағыс менән тетеу.
ҺАБА ИТЕК (Р.: сапоги из яловой кожи шерстью наружу; И.: sort of high boots; T.: bir tür çizme) и. этн.
Ат тиреһенең йөн яғын тышҡа ҡалдырып тегелгән итек. □ Сапоги из яловой кожи шерстью наружу. Һаба итек тектереу. Һаба итек кейеу.
ҺАБАЙ I р. диал. ҡар. һыбай, һабай йөрөу. Һабай сабыу. Курше ауылға һабай баралар.
ҺАБАЙ II (Р.: глупый; И.: silly; T.: aptal) с. диал. ҡар. иҫәр.
Алйот, аңра. □ Глупый, ненормальный. Һабай малай. Һабайға һуҙ ҡушмау.
ҺАБА ЙЫЙЫУ (Р .: разновидность свадебной игры; И.: sort of wedding game; T.: bir düğün oyunu) и. этн.
Туйҙағы дөйөм хөрмәттән һуң ҡыҙ яғынан килгән йәш ҡоҙаларҙың һыйҙан ҡалған ҡымыҙҙы, аҙыҡты йыйып, аулаҡта ойошторған уйыны. □ Разновидность свадебной игры, һаба йыйыу ойоштороу, һаба йыйыуҙа ҡатнашыу.
ҺАБАҠ I (һабағы) (Р.: стебель; И.: stalk, shoot; T.: sap) и.
1. Үҫемлектең япрағы, сәскәһе, емеше урынлашҡан тупраҡтан өҫкө өлөшө. □ Стебель; плеть, ботва. / Стеблёвый, стеблевой. Үлән һабағы. Картуф һабағы. Үҫентеләр һабаҡ ебәрә, һабағы нығыныу. М Яңы сорт тарының һабағы йомшаҡ, япраҡтары ла ҡуйы, курән һымаҡ яҫы. Д. Бүләков. Ҙур армытта тәрән уҙәк төбөнән аҡҡан кескәй йылға буйлап таллыҡ менән аралаш муйыл,
445