Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 446


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАБАҠ
мышар ағастары, ҡуйы ҡурай еләктәре һабаҡтары уҫкән. С. Ильясов.
2. Билдәле бер оҙонлоҡтағы тегәр еп; һаплам. □ Нитка (на одно вдевание в иголку). Бер һабаҡ еп. Һабаҡ еп өҙөу. Һабаҡ en әҙерләу.
3. Нуҡтаның эйәк аҫтынан үткәреп бәйләнгән бауы; теҙген. □ Повод, һабаҡ осо. Һабаҡты тартыу.
4. диал. Ырыу, нәҫел. □ Потомство. Бер һабаҡ тыуып ҡалды.
ҺАБАҠ II (һабағы) (Р.: учёба; И.: schooling; T.: öğrenim) и. иҫк.
1. Уҡыу-уҡытыу эше, шөғөлө. □ Учёба. Һабаҡҡа барыу. Һабаҡҡа төшөр йәш етеу. Һабаҡ тамамланыу. ■ Ауыр уйҙарға сумған Мөхәмәтша, ғаиләһен уйлай ул. Быйыл Сафаһы һабаҡҡа төшә. М. Хужин.
2. Берәй предмет буйынса уҡыу-уҡытыуға бүленгән ваҡыт; дәрес. □ Урок. Дин һабағы. Һабаҡ башланыу. Һабаҡҡа йөрөу.
■ Мәжит башта Үтәктә Әхмәтзәкиҙең бабаһы Хәбибназар мәҙрәсәһендә уҡыны, унан Троицкиға китеп, Зәйнулла ишандан һабаҡ алды. Р. Байымов.
3. кусм. Эш, ҡылыҡ өсөн тормош тәжрибәһенән алынған ғибрәтле өлгө, аҡыл; фәһем. □ Урок, наука. Һабаҡ булһын һиңә. һаман һабаҡ булмаған. Ғумерлек һабаҡ.
■ һәр хөкөм ҡарары — дәуләтебеҙҙең хоҡуҡ нормаларын боҙорға маташыусылар өсөн һабаҡ ул. X. Зарипов. Тормош — ғибрәт һәм һабаҡ, уның һабаҡ булыр яғы әһәмиәтле. Ғ. Хөсәйенов. • Айыуға аҡыл өйрәткән — таяҡ, йунһеҙгә аҡыл өйрәткән — һабаҡ. Мәҡәл.
♦ Арт һабағын уҡытыу ниндәйҙер яза биреү. □ Проучить. ■ Мөхәмәттең арт һабағын уҡытыу — Илдарҙың башҡа тел-сәрерәк малайҙарға ла ҡаты иҫкәртеуе ине. Р. Байбулатов.
ҺАБАҠ ЕБӘРЕҮ (һабаҡ ебәр ) (Р.: пускать стебли; И.: germinate; T.: filiz sürmek) ҡ.
Һабағы барлыҡҡа килеү (уҫемлектәргә ҡарата). □ Пускать стебли. Ҡыяр һабаҡ ебәргән. Сибек кенә һабаҡ ебәргән.
ҺАБАҠ ЕП (Р.: суровая нитка; И.: thick thread; T.: ip) и. диал.
Кейем тегә торған йыуан еп. □ Суровая нитка. Тун тегергә һабаҡ еп кәрәк ине.
ҺАБАҠҠА УЛТЫРЫУ (һабаҡҡа ултыр-) (Р.: окрепнуть (о растениях)', И.: form up; T.: sağlamlaşmak) ҡ.
һабағы нығынып үҫеү (ғәҙәттә, башаҡлы культураларға ҡарата). □ Окрепнуть (о растениях). Картуф һабаҡҡа ултырған. Томат һабаҡҡа ултырған.
ҺАБАҠҠА ҮҪЕҮ (һабаҡҡа үҫ-) (Р.: вытягиваться (о растениях)', И.: become drawn; T.: uzanmak) ҡ.
һабағы артыҡ ҙурайыу йәки орлоҡ, емеш бирмәй тик һабағы ғына ҙур булып үҫеү. □ Вытягиваться (о растениях). Томат һабаҡҡа уҫкән. Һабаҡҡа уҫеп киткән. Нәҙек булып һабаҡҡа уҫеу.
ҺАБАҠЛАНЫУ (һабаҡлай-) ҡ. төш. ҡар. һабаҡлау, страд, от һабаҡлау. Һабаҡланған энә.
ҺАБАҠЛАТЫУ (һабаҡлат ) ҡ. йөкм. ҡар. һабаҡлау, понуд. от һабаҡлау. Энә һабаҡлатыу. Һабаҡлатып алыу.
ҺАБАҠЛАУ (һабаҡла-) (Р.: вдевать нитку в иголку; И.: thread (a needle); T.: ipliği iğneye geçirmek) ҡ.
Энәгә епте кейҙереү, епле итеү. □ Вдевать нитку в иголку. Энә һабаҡлау. Куҙлекһеҙ һабаҡлау. ■ Мәликә уйланып ултыра бирҙе лә, энәһен зәңгәр еп менән һабаҡланы: кук төҫөндә булһын әйҙә, һауа төҫө — йәшәу, өмөт төҫө. Т. Ғарипова.
ҺАБАҠЛЫ (Р.: стебельчатый; И.: cauline; T.: saplı) с.
1. Һабағы булған. □ Стебельчатый. Оҙон һабаҡлы улән. Йыуан һабаҡлы. Бейек һабаҡлы.
2. Еп үткәрелгән, һабаҡланған (энәгә ҡарата ). □ Иголка со вдетой ниткой, һабаҡлы энә. Һабаҡлы энәне ҡаҙау. ■ Яланбикә, һабаҡлы энә алып, ағаһы менән һөйләшә-һөйләшә төймә ҡаҙай башланы, һ. Дәүләтшина.
ҺАБАҠТАУ (Р.: нитка бус, монет на женском головном уборе; И.: bunch of coral threads; T.: boncuklu ip) и. этн.
Ҡашмау түбәһенән төшөп торған мәрйенле ептәр. □ Нитка бус, монет на женском головном уборе, кашмау. ■ Ҡашмау ғына кейҙем башыма, һабаҡтауы төштө ҡашыма. Сеңләүҙән.
446