Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 448


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАБАН ТУЙЫ
мәләр, тышап ебәрелгән аттар, уларҙың бер туҡтауһыҙ бышҡырыуы менән тулған. С. Ильясов.
2. миф. Мул уңыш алыуға йүнәлтелгән яҙғы байрам. □ Сабантуй (весенний обрядовый праздник, направлен на проецирование обильного урожая). Изге теләктәр менән һабантуй уҙғарыу.
ҺАБАН ТУЙЫ и. этн. ҡар. һабантуй. ■ Беҙ иртә тороп бер ауылға һабан туйына китәбеҙ, — тип әйтеп ҡуйҙылар [ике егет].
3. һаҙи.
ҺАБАНТУРҒАЙ (Р.: полевой жаворонок; И.: Eurasian sky lark; T.: tarlakuşu) и.
1. зоол. Юғарыла бер урында талпынып-талпынып һайраған, һырт яғы эре генә ҡара таплы һарғылт һоро турғайҙар төрөнә ҡараған ҡош. □ Полевой жаворонок (лат. Alauda arvensis). ■ Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай, ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай... Р. Ғарипов.
2. миф. Муллыҡ, уңыш символлаштырыусы мифлаштырылған ҡош. □ Жаворонок (мифологизированная птица, символизирует изобилие, хороший урожай). ■ Баҫыу өҫтөндә һабантурғай уйнаһа — муллыҡҡа: ашлыҡ уңа. Халыҡ ижадынан.
ҺАБАН ТУРҒАЙЫ и. зоол. ҡар. һабантурғай. Һабан турғайы һайрай. Һабан турғайы оса. М һабан турғайы бүрекле һабан турғайынан башындағы бурке бик бәләкәй булыуы менән айырыла. Яңғыратып һайрай һәм оҙайлы сырылдай. Э. Ишбирҙин.
ҺАБАН ҺЫУЫ (Р.: обряд вызывания дождя после посева; И.: kind of ancient vernal ritual; T.: ekimden sonra yağmur dileme geleneği) и. этн.
Яҙғы сәсеүҙе бөтөрөп ҡайтып килгән кешеләрҙе һыу һибеп ҡаршы алып, күмәкләшеп һыу һибешеү йолаһы (ямғыр булһын, иген уңһын тигән теләкте белдерә). □ Обряд вызывания дождя после посева, доел. Вода плуга. Һабан һыуы менән ҡойондороу. Күңелле һабан һыуы. ■ Бөтә ауыл, сыр-сыу килеп, һабан һыуы һалыша, урамда бер туҡтауһыҙ көлөү, шаярыу тауыштары яңғырап тора ине. 3. Биишева.
ҺАБАУ I (һаба-) (Р.: чесать шерсть прутиком; И.: comb wool; T.: yünü çubukla taramak) ҡ.
Сыбыҡ менән йөн тетеү. □ Чесать шерсть прутиком. Йөн һабау. Көҙгө йөндө һабау. Кейеҙгә йөн һабау. И Мал ҡарау, һыйыр, бейәләр һауыу, май яҙыу, ҡымыҙ яһау, яҙын, көҙөн һарыҡ йөнөн алыу, йөн йыуыу, уны һабау, — ҡыҫҡаһы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының елкәһенә төшә торған эштәрҙең береһе лә [Хәлиҙәнән] ҡалманы. X. Мохтар.
ҺАБАУ II (һаба-) ҡ. диал. ҡар. һабыштырыу. Икенсегә һабап ултыраһың. Көлкөгә һабау.
ҺАБАШЫУ (һабаш-) (Р.: подвергнуться; И.: become sick; T.: ügramak) ҡ. диал. ҡар. һабышыу.
1. Төрлө ауырыу һ. б. ауыр хәлгә дусар булыу. □ Подвергнуться (болезни). Һарыға һабашыу. Һағыныуҙан ауырыуға һабашыу. Каты сиргә һабашыу.
2. Ғәмәлдәге хәле үҙгәреп, икенсе сифат, башҡа төҫ алыу, башҡаға әйләнеү; әүерелеү.
□ Превратиться. Кыҙамыҡ әҫпегә һабаша.
ҺАБИТЕК (Р.: сапоги из яловой кожи; И.: sort of high boots; T.: bir tür çizme) и. диал.
Ат тиреһенән йөн яғын тышҡа ҡалдырып, нәҙек ҡайыш еп менән тегелгән итек.
□ Сапоги из яловой кожи. Һабитек тегеү.
ҺАБТАН (Р .: название родового подразделения башкир-бурзянцев; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ исеме.
□ Название родового подразделения башкир-бурзянцев. Һабтандар араһы, һабтан-дар тоҡомо.
ҺАБЫН [ғәр. (р.: мыло; И.: soap; T.: sabun) и.
Йыуыныу, кер йыуыу өсөн зәһәр һелтелә майҙы ҡайнатып яһалған матдә. □ Мыло. / Мыльный. Кер һабыны. Күҙ һабыны. Һабын заводы. Һабын ҡайнатыу. Һабын еҫе аңҡыу. ■ Ғалимдар тикшеренеүе күрһәтеүенсә, ябай һабын урынына махсус антибактериаль таҙартҡыстар ҡулланған кешеләр йышыраҡ ауырый. «Йәшлек», 8 апрель 2010. • Һабын ҡара булһа ла, аҡ йыуа. Әйтем.
448