ҺАБЫШЫУ
ҺАБЫНЛАНЫУ (һабындан-) ҡ. төш. ҡар. һабынлау, страд, от һабынлау, һабын-ланған кер. Ныҡ итеп һабынланыу. Баштан-аяҡ һабынланыу.
ҺАБЫНЛАУ (һабынла-) (Р.: мылить; И.: soap; T.: sabunlamak) ҡ.
Һабын һөртөү, һабынлы итеү. □ Мылить, намыливать. Битте һабынлау. Йыуғысты һабынлау. Бер нисә ҡат һабынлау. Я Сәрбиямал ҡулын тиҙ генә һабынлап йыуҙы ла килене янына килде. Р. Өмөтбаев.
ҺАБЫНЛЫ (Р.: мыльный; И.: soapy; T.: sabunlu) с.
Һабыны булған, һабынланған. □ Мыльный, намыленный. Һабынлы һыу. Һабынлы ҡул. Һабынлы йыуғыс. Биҙәүестәрҙе һабынлы һыуҙа йыуыу.
ҺАБЫН СӘСКӘ (Р.: зорька обыкновенная; И.: flower of Bristol; T.: gölgeli somon) и. бот. ҡар. кәкүк сәскәһе.
Июнь — июль айында ҡып-ҡыҙыл сәскә атҡан, һыуға тығып ышҡыһаң, күперә торған сәскә. □ Зорька обыкновенная (лат. Silene chalcedonicd). Һабын сәскәһе менән йыуыныу. ■ Һары мәтрүшкә, умырзая, һыу буйҙарын йәмләгән һабын сәскәһе, томбойоҡ, ләлә сәскәләре юҡҡа сығыу сигендә, тәбиғәтебеҙгә, Ер-Әсәбеҙгә мәрхәмәтлерәк булайыҡ. «Атайсал», 2 ноябрь 2012.
ҺАБЫН ҮЛӘНЕ и. диал. ҡар. һабын сәскә, һабын уләне менән ҡул йыуыу.
ҺАБЫН ҺАУЫТЫ (Р.: мыльница; И.: soapbox; T.: sabunluk) и.
һабын һалыу, һаҡлау өсөн һауыт.
□ Мыльница. Пластмасса һабын һауыты. Һабын һауытын йыуыу.
ҺАБЫР I (Р.: терпеливый; И.: endurant; T.: sabırlı) с. диал. ҡар. сабыр II.
Ҡыйын булған төрлө хәлгә түҙеүсән, ярһып, ҡыҙып бармаусан; тыныс, түҙемле.
□ Терпеливый, выдержанный, смиренный. Һабыр кеше. Һабыр йөрәк.
ҺАБЫР II р. диал. ҡар. сабыр III. Ваҡ эштәрҙе һабыр атҡарыу. Һабыр булыу. Һабыр ғына көтөу.
ҺАБЫРҘАШЫУ (һабырҙаш-) (Р.: сидеть вдвоём верхом на лошади; И.: mount
a horse two together; T.: iki kişi bir ata binmek) ҡ. диал.
Ат меңгәшеү. □ Сидеть вдвоём верхом на лошади. Ике кеше һабырҙашып алған. Атҡа һабырҙашҡандар.
ҺАБЫР ИТЕҮ (һабыр ит-) (Р.: терпеть; И.: endure; T.: sabretmek) ҡ. диал. ҡар. сабыр итеү.
Түҙемле булыу. □ Терпеть. Саҡ ҡына һабыр ит. Һабыр итергә кәрәк.
ҺАБЫРЛАНЫУ (һабырлан-) (Р.: становиться терпеливым; И.: become patient; T.: sabırlı olmak) ҡ. диал.
Түҙемлегә әйләнеү. □ Становиться терпеливым. Һабырлана башлау. Һабырланып китеу. Бала уҫкән һайын һабырлана.
ҺАБЫУ (һап-) (Р.: чинить обувь; И.: repair footwear; T.: ayakkabıyı tamir etmek) ҡ.
1. Яңы баш ялғау (аяҡ кейеменә). □ Чинить обувь. Итеккә баш һабыу. Ойоҡҡа яңы баш һабыу.
2. Нимәгәлер эләгеү, тағылыу. □ Прицепляться, прижиматься, прислоняться, һабып барыу. Санаға һабыу. Кәбәнгә һабып барыу.
ҺАБЫШТЫРЫУ (һабыштыр-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. һабышыу 1. понуд. от һабышыу 1. Ауырыуға һабыштырыу.
2. Нимәнелер икенсе яҡҡа бороп ебәреү. □ Превращать, переводить что. Я Борис менән Ғилман Юлдаштың урынһыҙ ҡыҙыуынан төрлөсә шаяртып, мәрәкәләп, уйынға һабыштырып ҡараһалар ҙа, баяғы күңеллелек кире ҡайтманы. 3. Биишева. Етди хәбәрҙе уйынға һабыштырмағыҙ, — тип екерҙе Миһранов. Ғ. Хисамов.
ҺАБЫШЫУ (һабыш-) (Р.: подвергнуться (болезни)', И.: become sick; T.: hasta olmak) ҡ.
1. Төрлө ауырыу һ. б. ауыр бер хәлгә дусар булыу. □ Подвергнуться (болезни). Ауырыуға һабышыу. Сиргә һабышыу. Һарыға һабышыу. Я [Ғәзимә:] Эс, ҡыҙым, эшең ауыр, бирешеп, ауырыуға һабышып ҡуйма, — тип, Мәҙинәне бер өҙлөкһөҙ кәзә ҡымыҙы менән һыйлай башланы. Т. Ғарипова.
2. Ниндәйҙер бер ғәҙәт, шөғөл-ҡылыҡҡа ныҡ бирелеп китеү. □ Увлекаться, увлечься. Тәмәке тартыуға һабышыу. Я Буш ваҡытын
449