ҺАҒА
нисек уҙғарырға белмәйенсә, ул [Наҡышев] эскегә һабышты. Я. Хамматов.
ҺАҒА (Р.: бита; И.: cat-stick; T.: sopa) и. диал. ҡар. һаҡа.
Ашыҡ һуғыу уйынындағы һуҡҡыс. □ Бита, свинчатка, налиток (для игры в бабки). Һаға менән һуғыу.
ҺАҒАЙТЫУ (һағайт-) ҡ. йөкм. ҡар. һағайыу, понуд. от һағайыу. • Нуриханов баш һелкеүен-һелкте, ләкин уны бер нәмә һағайтты: быға тиклем ышаныслы күренгән Аҙнағол Һибәтович нимәнелер әйтеп бөтөрмәне. Д. Бүләков.
ҺАҒАЙЫУ (һағай-, һағая) (Р.: настораживаться; И.: become alert; T.: kulak kesilmek) ҡ.
1. Ниҙелер яҡшыраҡ ишетеү өсөн диҡҡәтте, иғтибарҙы туплау. □ Настораживаться. Ныҡ һағайыу, һағайып тыңлау. ■ Таһир, эш бүлмәһенән сығып китеп бер аҙ торғандан һуң ишеккә яҡыная башлағас, эстә үҙе тураһында һөйләшкәндәрен ишетеп һағайҙы. М. Хужин.
2. Ниҙәндер шикләнеп, уға иғтибарҙы арттырыу; һаҡ булыу. □ Настораживаться. һағая төшөү. Һағайып китеү. Бер аҙ һағайыу. ■ Икәү-ара серләшеп ултырғанда, Шүлгәндең һытыҡ йөҙөн күргәнгә һомай унан һағайған. «Урал батыр». Шаяртҡан булып ҡыланһа ла, артығыраҡты ыскындырғанын һиҙеп алған Терентий ҙа һағая төштө. И. Ноғманов.
ҺАҒАЙЫУЛЫ (Р.: настороженный; И.: wary; T.: uyanık) с.
һаҡ, һиҙгер. □ Настороженный, һағайыулы тауыш. М Сания бүлмәгә инде, ултырғысҡа сүгәләне, ҡарашы һағайыулы, өркәк. Т. Ғиниәтуллин.
ҺАҒАЙЫШЫУ (hara йыш-) ҡ. урт. ҡар. һағайыу, взаимн. от һағайыу. М Ҡунаҡтар һағайышып бер-береһенә ҡараштылар. Я. Хамматов.
ҺАҒАҠ I (һағағы) (Р.: бородка топора; И.: edge; T.: baltanın bir detayı) u.
Балта йөҙөнөң артҡы өлөшө. □ Бородка топора. Балтаның һағағы. ■ Юлаусы йәһәтләп биштәренән намаҙлығын сығарҙы,
ә оҫтабыҙ үткер балта һағағын, ыңҡылдатып, һимеҙ бүрәнәгә батырҙы. Й. Солтанов.
ҺАҒАҠ II (Р.: висячий; И.: pendulous; Т.: sarkık) с.
Ағастың иң аҫҡы ботағы. □ Висячий, свешивающийся (о нижних ветвях дерева). Һағаҡ ботаҡтарҙы ботарлау. ■ [Тандыса] атын һағаҡ ботаҡҡа теҙгененән тартып бәйләй. «Ҡуңыр буға».
ҺАҒАЛАНЫУ (һағалан-) ҡ. диал. ҡар. һағайыу 1. ■ Кешеләрҙән әрәмәгә ҡасҡан Ниғмәтулла менән Ҡолсобай тауыш-тын баҫылыу ын көтөп оҙаҡ ултырҙылар. Ниғмәтулла һағаланды. Я. Хамматов.
ҺАҒАЛАУ (һағала-) (Р.: подстерегать; И.: lie in wait for; T.: gözetlemek, yakalamak) ҡ.
1. Осратыу, тотоу, фаш итеү һ. б. маҡсатта аҫтыртын күҙәтеү. □ Подстерегать, выслеживать, подкарауливать кого-что. ■ Өс ҡуштаны менән ҡасып китергә сыҡҡан ерҙәренән Ғәбделваһапты һағалап, эләктереп алдылар. Ғ. Хөсәйенов. Юлай ҡыш көндәре таллыҡҡа ҡуянға тоҙаҡ ҡороп, көндәр буйы уның килеп эләгерен һағалап ултыра ине. С. Ильясов.
2. Һаҡлап, ҡурсып күҙәтеү; һағауыллау. □ Присматривать, приглядывать за кем-чем; охранять, караулить кого-что. ■ Кискә тиклем әсә улын тышҡа сығарманы, һағалап ултырҙы. М. Кәрим. Һолоно артыҡ һуңға ҡалдырырға ярамай. Өлгөрөп еткәнен һағалап ҡына тороп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һуғып алыу кәрәк. И. Ноғманов.
3. миф. Магик ысул менән йәш баланы, ауырлы ҡатынды һаҡлау. □ Оберегать, охранять (магические действия, направленные на охрану новорождённых, беременных, рожениц и покойников от воздействия нечистой силы). Баланы һағалау.
ҺАҒАЛДЫРЫҠ I (һағалдырығы) (Р.: подбородник (уздечки); И.: throatband, throat lash; T.: dizginin çene altı kayışı) и.
1. Йүгәндең тамаҡ аҫтынан бәйләй торған бауы. □ Подбородник (уздечки), һағалдырыҡ менән эләктереү. Һағалдырығын ыскындырыу. ■ Һағалдырыҡ айыл менән нығытылған, ысҡынырға бер генә лә самаһы юҡ. С. Агиш. Баҫыуға ураҡҡа барһалар, атының
450