ҺАҒЫҘАҠ
башындағы йүгәндең һағалдырығын эләктермәй ҡалдыра торған ғәҙәте булған уның [Туғаҙаҡтың]. Т. Килмөхәмәтов.
2. Баш кейемен йәки ҡушъяулыҡты эйәк аҫтынан эләктерә торған таҫма. □ Тесёмка для завязывания платка. Ҡушъяулыҡ һағалдырығы. Тәңкәле һағалдырыҡ. М Ҡыҙыл-гвардеец фуражкаһына һағалдырыҡ тағып маташа ине. А. Таһиров.
ҺАҒАЛДЫРЫҠ II (һағалдырығы) и. диал. ҡар. һағаҡ I. ■ Улының һәр хәрәкәтен күҙәткән Хәким: «Ҡулыңды балтаның һағалдырығына яҡыныраҡ тот. Шулай кир-теүе яйлыраҡ була», — тине. Я. Хамматов.
ҺАҒАЛДЫРЫҠЛАУ (һағалдырыҡла-) (Р.: закреплять подбородником что-л:, И.: tie with a throatband; T.: çene altı kayışı ile saptamak) ҡ.
Һағалдырыҡ (I) менән эләктереү. □ Закреплять подбородником что-л. Йүгәнде һағалдырыҡлау. Яулыҡты һағалдырыҡлап төйнәү.
һ АҒАМ АҠ (һағамағы) (Р.: прибаутка; И.: byword; T.: darbımesel) и. диал. ҡар. һамаҡ.
Көйләп әйтелгән шиғри һүҙ. □ Прибаутка, напевная речь с соблюдением рифм. Һаға-маҡ әйтеү.
ҺАҒАРҒЫ (Р.: родной дом; И.: one’s home; T.: vatan) и. диал.
Төп йорт; ауыл. □ Родной дом, родная сторона. Малды һағарғыға әйҙәү. ■ Йылайыр ҡәлғәһенә етеп, баш-күҙ алғандан һуң, сиреүен күпкә көсәйткән яһил Тимашевтың, ҡан көҫәп, ҡон ҡайтармаҡҡа һағарғы яҡтарына теләгән ваҡытта кире әйләнеп килеүе бар. И. Ноғманов.
ҺАҒАУЫЛ (Р.: охранник; И.: gatekeeper; T.: muhafız) и.
Һағалап, һаҡлап торған күҙәтсе; һаҡсы. □ Охранник, сторож; часовой, стража. Һағауыл ҡуйыу. Төнгө һағауыл. ■ Боронғо башҡорттар йәйләү әйләнәһендә ҡораллы һағауылдар тотҡан. Ғ. Ибраһимов.
ҺАҒАУЫЛЛАУ (һағауылла-) (Р.: караулить; И.: lie in wait for; T.: gözetlemek) ҡ.
1. Иғтибар менән күҙәтеү; аңдыу, ҡарауыллап йөрөү, ҡарауыллап тороу. □ Кара
улить; поджидать, подстерегать, һағауыллап йөрөү. Ҡерпек ҡаҡмай һағауыллау. ■ Мусаны һағауыллап килгән ике һыбайлы тәгәрәп ҡалды. Р. Солтангәрәев.
2. Күҙәтеп һаҡлау; ҡарауыллау. □ Караулить; охранять, сторожить. Ауылды һағауыллау. Йәйләүҙе һағауыллау. Йоҡламай һағауыллау.
ҺАҒЫҘ (Р.: сера (жевательная)', И.: chewing gum; T.: sakız) и.
1. Сәйнәү өсөн ҡулланылған һуҙылып торған матдә. □ Сера (жевательная), һағыҙ сәйнәү. Һағыҙҙы төкөрөү. Һағыҙ ҡайнатыу.
■ Яға тешләү тора-бара Саматтың ғәҙәтенә әйләнде. Бибисара уға көнбағыш та, һағыҙ ҙа биреп ҡараны, һүҙ менән дә шелтәләне, ләкин ташлата алманы был ғәҙәтен. Ә. Хәкимов. • һағыҙ яңаҡ талдыра, сәтләүек эш ҡалдыра. Әйтем.
2. диал. Ағас сайыры. □ Смола (сок, выделяемый деревьями). Ҡарағас һағыҙы. Олондарҙан һағыҙ аға. Хуш еҫле һағыҙ.
■ [Виктор — Әлфиәгә:] Ҡарағай һағыҙы ҡомға ағып төшөп, бик күп йылдарҙан һуң гәрәбәгә әйләнә, ти. И. Абдуллин.
3. диал. Һарыҡ йөнө сайыры. □ Смола овечьей шерсти, һарыҡ йөнөнөң һағыҙы була. Һағыҙы йәбешеп тороу.
ҺАҒЫҘАҠ I (һағыҙағы) (Р.: оса; И.: wasp; T.: yabanansı) и.
1. зоол. Яры ҡанатлылар ғаиләһенә ҡараған буй-буй һары һыҙатлы ҡара төҫтәге саға торған бөжәк. □ Оса. / Осиный (лат. Vespa). Һағыҙаҡ тешләү. Һағыҙаҡ оялау. Һағыҙаҡ эйәләү. В Һағыҙаҡ ояларын кис йәки ямғырлы көндә, бөтә һағыҙаҡтар ҙа бергә йыйылған саҡта, юҡ итәләр. «Башҡортостан», 25 август 2012. • Ете йыллыҡ һағыҙаҡ саҡһа, әҙәм үлтерер. Әйтем. Һағыҙаҡ күп ерҙә себен юҡ була. Әйтем.
2. күсм. Бәйләнсек кешегә ҡарата әйтелә. □ Придирчивый, навязчивый человек. Бына һағыҙаҡ! Һағыҙаҡтан ҡотолоп булмай. Һағыҙаҡтай бәйләнеү. ■ Тилмивафа уйынға ҡалырға теләмәгән Алмабикәгә һағыҙаҡ һымаҡ йәбеште. Р. Өмөтбаев.
451