Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 452


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАҒЫҘАҠ
ҺАҒЫҘАҠ II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Ҡаңлы ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттарҙың аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир племени канглы. Һағыҙаҡтар араһы. Һағыҙаҡтар шәжәрәһе.
ҺАҒЫҘАҠЛАНЫУ (һағыҙаҡлан-) (Р.: надоедать; И.: nag, pester; T.: yapışmak) ҡ. һөйл.
Кешегә бәйләнеү; бәйләнсекләнеү. □ Надоедать; навязываться, привязываться, һа-ғыҙаҡланып йөрөу. Һағыҙаҡланып йөрөмә.
ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ (Р.: пчелоед (осоед); И.: bee-eater; T.: arıkuşu) и. зоол.
Һағыҙаҡ, бал ҡорто һ. б. яры ҡанатлылар менән туҡланыусы йыртҡыс ҡош. □ Пчелоед (осоед), крупная хищная птица (лат. Pemis apivorus). һағыҙаҡ ыласынының ҙурлығы 65 см-ға етә. Һағыҙаҡ ыласыны бал ҡорттарын, иңкеш, һағыҙаҡтарҙы ашай. ■ һағыҙаҡ ыласыны һағыҙаҡ, бал ҡорто һ. б. яры ҡанатлылар менән туҡланған йыртҡыс ҡош. Г. Зәйнуллина.
ҺАҒЫҘУТ (Р.: горицвет кукушкин; И.: ragged-Robin; T.: çingene karanfili) и. бот.
Ҡәнәфер ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. □ Горицвет кукушкин (лат. Lychnis flos-cuculi). Һағыҙут уҫә. һағыҙут киптереу. Һағыҙут төнәтмәһе.
ҺАҒЫМ I (Р .: мгла; И.: brume; T.: sis, pus) и. ҡар. сағым.
1. Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; монар. □ Мгла, марево. Зәңгәр һағым, һағым уратҡан, һағым тулҡынланыу.
2. Офоҡ аръяғындағы алыҫ нәмәләрҙе күҙ алдына килтерә торған оптик күренеш (эҫе сулдэрҙә һауа ҡатламдарының төрлө дәрәжәлә йылыныуы арҡаһында була). □ Мираж. Һағым куренеу. Һағым ҡарау. ■ Ваҡыт — мираж, һағым кеуегерәк ул: ымһындырып, ашыҡтырып атлата ла атлата. Ғ. Хөсәйенов. [Нурия:] Мираж тип атала ундай куренештәр, башҡортса — һағым инде, дөрөҫөрәге — сағымдыр әле, сағыла бит. Г. Яҡупова.
ҺАҒЫМ II (Р.: приветливый; И.: companionable; T.: güleryüzlü) с.
Алсаҡ, асыҡ күңелле. □ Приветливый, радушный. Һағым кеше. һағым еңгә. Һағым килен.
ҺАҒЫМЛАНЫУ (һағымлан-) (Р.: покрываться мглой; И.: mist over; T.: puslanmak) ҡ.
һағым менән ҡапланыу. □ Покрываться мглой.
ҺАҒЫМЛАУ (һағымла-) (Р.: струиться (о мареве)’, И.: spout; T.: puslanmak) ҡ.
һағым һымаҡ булып тороу (һауаға ҡарата). □ Струиться (о мареве). Баҫыу өҫтәре һағымлап тора.
ҺАҒЫНДЫРЫУ (һағындыр-) ҡ. йөкм. ҡар. һағыныу, понуд. от һағыныу.
Йәй һағындырҙы. Һағындырып китеу. Бигерәк һағындырҙы. ■ Ситтә оҙаҡ йөрөп ҡайтһаң, бик ҡыҙыҡ икән ул: тыуған ерҙең төнгө тауыштары ла һағындырған, мин уларҙы ҡолаҡ һалып бик оҙаҡ тыңлап яттым. Ш. Янбаев. Миҙгелдәрҙең балҡып торор мәле һағындырыр, йөрәк һыҙландырып. М. Хисамова.
2. эйһ. ф. ҡар. һағыныу, безл. от һағыныу. ■ Ҡайтҡы килә, һағындыра, туҙеп булмай. Бәйеттән.
ҺАҒЫНЫУ (һағын ) (Р .: тосковать, скучать; И.: miss; T.: özlemek) ҡ.
Осрашҡы, күрге килеүҙән зар булыу. □ Тосковать, скучать. // Тоска. Ауылды һағыныу. Балаларҙы һағыныу. Һағынып бөтөу. ■ Юлдаш, ата-әсәһен һағынып: «Их, тиҙерәк кенә ҡайтып китергә ине», — тип уйлап ҡуйҙы. 3. Биишева. Сәмиғ уҙенә таныш, уҙе йөрөгән Мәскәу урамдарын курҙе лә уҙенең ошо ҙур таш ҡаланы һағынғанын аңланы. Т. Ғиниәтуллин. Мин һағынам һине, алыҫ ҡалған аҡ ҡанатлы, ауан йәшлегем. Ә. Таһирова.
ҺАҒЫНЫШЫУ (һағыныш-) ҡ.урт. ҡар. һағыныу, взаимн. от һағыныу. Һағынышып курешеу.
ҺАҒЫУ (һаҡ-) (Р.: прицепляться; И.: take hold of; T.: takılmak) ҡ.
1. Ҡайҙандыр ҡолап, төшөп йәки ағып барған ерҙән эләгеп, төкөлөп туҡтау. □ Прицепляться, зацепиться. Кәмәгә һағыу. Ағас һаҡҡан.
452