Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 455


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАҘЛЫҠ
ҺАҘ БОЛАНУТЫ (Р.: кипрей болотный; И.: great willowherb species; T.: bataklık atkuyruğu) и. бот.
Бейеклеге 1-1,5 м булған һәм дымлы урындарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярында үҫкән күп йыллыҡ үлән. □ Кипрей болотный (лат. Epilobium palustre). Һаҙ боланутын халыҡ медицинаһында ҡулланыу.
ҺАҘ ДЕҮЕТЕ (Р.: луговой конёк; И.: meadow pipit; T.: çayır incir kuşu) и. зоол.
Турғайҙар төркөмөнә ҡараған бәләкәй генә ҡошсоҡ. □ Луговой конёк (лат. Anthus pratensis). ■ һаҙ деуетенең һырты буй ҡара таптар менән сыбарланған һорғолт көрән, ҡорһаҡ яғы көрән таплы һорғолт аҡ.
Э. Ишбирҙин.
ҺАҘ ЕЛӘГЕ (Р.: морошка; И.: fen-berry; T.: rubus chamaemorus) и. бот.
Көртмәлеләр ғаиләһенә ҡараған, һаҙлы ерҙә түшәлеп үҫә торған ваҡ алһыу сәскәле ҡыуаҡ үҫемлек һәм шул үҫемлектең ҡыҙыл әсе емеше. □ Морошка (лат. Rubus chamaemorus). Һаҙ еләгенән ҡайнатма. Һаҙ еләге куберәк мукле урындарҙа уҫә.
ҺАҘ ЕМЕШЕ (Р.: водяника; И.: crowberry; T.: empetrum) и. бот.
Бейеклеге ҙур булмаған, дымлы ерҙә йәйелеп үҫеүсе мәңге йәшел ҡыуаҡ. □ Водяника (лат. Empetrum)} вороника, һаҙ емеше уҫә. һаҙ емеше ҡара көртмәлегә оҡшаш, һаҙ емеше май айҙарында сәскә ата.
ҺАҘ ЙОНДОҘО (Р.: белозор болотный; И.: marsh grass of Parnassus; T.: yürekyaprağı) и. бот.
һабаҡтары йомро, төҙ, аҡ сәскәле, һаҙлы урындарҙа үҫкән күп йыллыҡ үҫемлек. □ Белозор болотный (лат. Pamassia palus-tris). Һаҙ йондоҙо сәскә атҡан. Һаҙ йондоҙо — ағыулы уҫемлек. һаҙ йондоҙо тамырынан төнәтмә.
ҺАҘ КИЛЕЙЕГЕ (Р.: садовая славка; И.: garden warbler; T.: boz ötleğen) и. зоол. ҡар. сырылдаҡ килейек.
Турғай ҙурлыҡ, ботаҡтар араһында һикергеләп йөрөүсе теремек ҡош. □ Садовая славка (лат. Sylvia boriri). ■ Һаҙ килейегенец һайрауы яңғырауыҡлы, сылтырап аҡҡан йылға тауышын хәтерләтә. Э. Ишбирҙин.
ҺАҘ КӨЙӨЛДӨҺӨ (Р.: средний кроншнеп; И.: whimbrel; T.: sürmeli kervan çulluğu) и. зоол. ҡар. көйөлдө.
Ҡара-көрән түбәһенең уртаһынан аҡ һыҙыҡ үткән, оҙон аяҡлы, аҫҡа ҡарай кәкрәйгән оҙон суҡышлы ҙур ғына сәпсәү.
□ Средний кроншнеп (лат. Numenius рһа-eopus). М Һаҙ көйөлдөһө ҙур кулдәрҙең, ҡылыларҙың батҡыл һөҙәк ярҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Э. Ишбирҙин.
ҺАҘ ҠОНДОҘО (Р.: бобр болотный; И.: river rat, European beaver; T.: bataklık kunduzu) и. зоол. ҡар. нутрия.
Кимереүселәр төркөмөнә ҡараған ҡиммәтле тиреле һыу буйы йәнлеге (Көньяҡ Америкала, Европала, Рәсәйҙә таралған).
□ Бобр болотный (лат. Myocastor coy pus), һаҙ ҡондоҙоноң төйәге, һаҙ ҡондоҙо һыу уҫентеләре менән туҡлана. Һаҙ ҡондоҙон тотоу.
ҺАҘЛАМЫҠ (һаҙламығы) и. ҡар. һаҙамыҡ. Һаҙламыҡҡа ултырыу. Һаҙламыҡтар куп.
ҺАҘЛАНЫУ (һаҙлан-) (Р.: превра щаться в болото; И.: become boggy; T.: batak-hlaşmak) ҡ.
һаҙға әйләнеү. □ Превращаться в болото, заболачиваться. Һаҙланған ер. Баҫыу сите һаҙланған. Һаҙланып ятыу. ■ Быуаттар буйы килгән һыу режимы боҙолдо, .. Ағиҙел һыуҙары «йыуып» сыҡмағас, кулдәр тынсый, һайыға һәм һаҙлана. М. Хужин. «Әулиә шишмәһе» әле лә бар, .. шишмә һыуы тәмле. Тик һуңғы йылда ул ер һаҙланып бөткән. «Йәшлек», 22 июнь 2012.
ҺАҘЛАУ и. диал. ҡар. һаҙамыҡ, һаҙлау ер.
ҺАҘЛАУЫҠ (һаҙлауығы) (Р.: болото; И.: fen; T.: bataklık) и.
Һаҙлы урын, һаҙлы ер. □ Болото. / Болотный; болотистый, һаҙлауыҡ болон, һаҙлауыҡлы урын.
ҺАҘЛЫҠ (һаҙлығы) и.
1. ҡар. һаҙ 1. ■ Һандуғастар һайрай, ай, һаҙлыҡта, һаҙлыҡта ла тугел, таллыҡта. Халыҡ йырынан. Борон заманда бер һаҙлыҡ булған. Был һаҙлыҡҡа ғәжәпләнмәгән кеше
455