Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 456


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАҘМАТ
юҡ, ти: мал керһә, мал, кеше керһә, кеше сығалмай. Әкиәттән. Йылға аръяғында кәкук саҡырҙы, һандуғас һайраны, һаҙлыҡтарҙан торна тауыштары ишетелде. Т. Ғиниәтуллин.
2. кусм. Батып, бысраҡ булып ятҡан ер; батҡаҡлыҡ. □ Топкое, болотистое место. Абайламай барып, һаҙлыҡҡа сумыу. Һаҙлыҡҡа етеу. Һаҙлыҡ аша утеу.
3. диал. Үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы ағаслыҡ; шырлыҡ. □ Чаща, дебри. Үтеп сыға алмаҫлыҡ һаҙлыҡ.
ҺАҘМАТ (Р.: болотистый; И.: marshy; Т.: bataklı) с.
Һаҙға тартым; батҡаҡ. □ Болотистый. Һаҙмат болон, һаҙмат урын. Һаҙмат ерҙе һормәй ҡалдырыу.
ҺАҘМАТ ДҮНЕ (Р.: кочка; И.: tussock; T.: tümsek) и. диал. ҡар. түңгәк.
һаҙмат урында суҡайып торған өҫтө үләнле бәләкәй түмәләс. □ Кочка. Һаҙмат дуне ҡаплаған. Һаҙмат дуненә эләгеу. һаҙмат дуненә абыныу.
ҺАҘ МҮГЕ (Р.: мох торфяной; И.: peat moss; T.: sfagnum) и. бот.
Ҡуйы булып ергә йәбешеп үҫә торған, тамырһыҙ һәм сәскәһеҙ, споралы йәшел үҫемлек. □ Мох торфяной (лат. Sphagnum)', сфагнум. Һаҙ муге уҫкән урман, һаҙ муге йолҡоу. һаҙ мугенә йөрөу.
ҺАҘ СЫРМАЛСЫҒЫ (Р.: чина болотная; И.: marsh pea; T.: bataklık mürdümüğü) и. бот.
Ер шарының бар ҡитғаларына ла таралған, бейеклеге 30-100 см-ға еткән, дымлы, һаҙлы урындарҙа сырмалып үҫкән оҙон һабаҡлы үлән. □ Чина болотная (лат. Lathy rus palustris). Һаҙ сырмалсығы сәскәһе.
ҺАҘ СӘПСӘҮЕ (Р.: поручейник; И.: marsh sandpiper; T.: bataklık düdükçünü) и. зоол.
һырты көрәнһыу һоро, яурындарына ҡарай эреләнә барған ҡара таптар менән ҡапланған, бер аҙ һаралйынға оҡшаған һаҙ ҡошо. □ Поручейник (лат. Tringa stagnatilis). ■ Һаҙ сәпсәуе һыу бөжәктәре менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҺАҘ ТАРБАҒАЙЫ (Р.: скерда болотная; И.: hawk’s-beard species; T.: su kıskısı) и. бот.
Астралар ғаиләһенә ҡараған төҙ, шыма һабаҡлы, өҫкө яҡҡа тарбаҡланып киткән, бейеклеге 40-120 см-ға еткән күп йыллыҡ үҫемлек. □ Скерда болотная (лат. Crepis paludosa). Һаҙ тарбағайы һаҙлы урындарҙа, дымлы урмандарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында уҫә.
ҺАҘ ТОМБОЙОҒО (Р.: калужница болотная; И.: marsh marigold; T.: lilpar) u. бот.
Лютиктар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән. □ Калужница болотная (лат. Caltha palustris). Һаҙ томбойоғо һаҙлы урындарҙа уҫә. Һаҙ томбойоғоноң һап-һары сәскәһе.
ҺАҘ ТУРҒАЙЫ (Р.: дубровник; И.: golden bunting; T.: kiraz kuşu) и. зоол.
Болондарҙа, таллы туғайҙарҙа, һыу буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа йәшәгән турғай ҙурлыҡ күсмә ҡош. □ Дубровник (лат. Emberiza aureola Pall). ■ Һаҙ турғайының тауышы тоноҡ ҡына: «Тик-тик». Матур һыҙғырып һайрай. Э. Ишбирҙин. [Әхмәтйән:] Бая бит Батырхан, айыу яҡынлашыуын бәләкәй генә һаҙ турғайы белгертә, тигәйне. Шул ҡошсоҡ тугелме? И. Ноғманов.
ҺАҘ ҺЕРКӘҺЕ (Р.: лапчатка норвежская; И.: five leaf; T.: beşparmak otu) и. бот.
Рауза сәскәлеләр (Rosaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 15-50 см-ға етә. □ Лапчатка норвежская (лат. Potentilla norvegica). Һаҙ һеркәһе июль — сентябрь айҙарында сәскә ama.
ҺАҘ ҺӨТЛӨГӘНЕ (Р.: молочай болотный; И.: devil’s milk; T.: su sütleğeni) и. бот.
Төҙ бейек һабаҡлы, тар, ваҡ япраҡтары бер-бер артлы теҙелгән, йәшел һары суҡ сәскәле үҫемлек. □ Молочай болотный (лат. Euphorbia palustris). Һаҙ һөтлөгәне уҫкән ер.
ҺАҘЫРАН и. диал. ҡар. һаҙлыҡ. ■ Өҫтән — шырлыҡ, аҫтан — батмалы бәләкәй генә һаҙыран, ә һул ҡабырғанан — сәнсеп ҡуйылған кеуек вағыраҡ текә таштар йә тәртипһеҙ рәуештә һибелгән эреле-ваҡлы йәймә яҫы таштар. С. Ильясов.
ҺАҘ ЯБАЛАҒЫ (Р.: болотная сова; И.: short-eared owl; T.: kır baykuşu) и. зоол.
456