Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 458


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАЙ
2. кусм. Әҙ, күп түгел. □ Мало, не густо.
■ Минең Берлиндан әйләнеп ҡайтҡан һалдат тоҡсайымдың төбөндә лә кустәнәс һай ине. Ш. Янбаев.
ҺАЙ IV (Р .: мель; И.: shoal; T.: sığ) и.
Һыуҙың тәрән булмаған урыны; һайлыҡ.
□ Мель, отмель. Һайға сығыу. Кәмә һайға сыҡты.
ҺАЙҒАҠ I (һайғағы) (Р.: жердь; И.: pole, perch, caber; T.: sırık) и. диал. ҡар. һайғау II.
1. Төҙ, оҙон, нәҙек ағас. □ Жердь. Һай-ғ аҡтарҙы бәйләу. һайғ аҡтар әҙерләу. һайғаҡтарҙы өйөу.
2. Түбә таҡтаһы. □ Потолок. Һайғаҡты алмаштырыу. Һайғаҡҡа тупраҡ һалыу. Һайғаҡты йылытыу.
3. Иҙән йәки түбә таҡтаһы һалына торған арҡыры бүрәнә; өрлөк. □ Балка, матица. һайғаҡ һалыу. Бейек һайғаҡ. Һайғағы сереу.
ҺАЙҒАҠ II с. диал. ҡар. һай I, 1. Һайғаҡ соҡор.
ҺАЙҒАЛАУ (һайғала-) ҡ. ҡар. һайғау I. Йыш һайғалау.
ҺАЙҒАЛЫУ (һайғал-) (Р.: растянуться; И.: sprawl; T.: uzanmak) ҡ.
Һуҙылыу, кирелеү. □ Растянуться, раздаться в длину. Һайғалып төшөп йоҡланы ла китте. Үләнгә һайғалып ятыу. Һайғалып алыу.
ҺАЙҒАУ I (һайға ) (Р.: стелить жерди; И.: plank down; T.: sırıkları sermek) ҡ.
Төҙ, оҙон ағастарҙы һарай түбәһенә теҙеп түшәү. □ Стелить, класть жерди. Ағастарҙы һайғау. Һарай тубәһенә һайғау.
ҺАЙҒАУ II (Р.: жердь; И.: pole; perch; caber; T.: sırık) и.
1. Төҙ, оҙон, нәҙек ағас. □ Жердь, һайғау ҡырҡыу, һайғауҙан баҫма. Оҙон һайғау.
■ Иҫке өйҙөң тирә-яғы һайғауҙар менән кәртәләнгән. Я. Хамматов. Алдарбайҙың ихатаһы киң, бутәндәрҙә булмағанса, тирә-яғы ҡарағай һайғау менән кәртәләп алынған. Н. Мусин.
2. Төҙ, оҙон ағастарҙан йәйелгән түшәм.
□ Жердяной потолок. Һайғауға бесән ырғытыу. һайғау теҙеу. һайғау шығырлау.
■ Бригадирҙың ҡыйыҡҡа менеп һайғау һал
ған саҡта ике куҙе урман юлында булды. Б. Бикбай.
♦ һайғауы һирәк ниндәйҙер телде белгән, аңлаған кешегә ҡарата әйтелә (урыҫ йә башҡа милләт кешеһе тураһында). □ Знать язык. Бының һайғауы һирәк. ■ [Рамазан ағай:] Был Дмитрийҙың һайғауы һирәк икән дәһә. С. Шәрипов.
ҺАЙҒАУЛАУ (һайғаула-) ҡ. диал. ҡар. һағалау. Кемделер һайғаулау.
ҺАЙҒЫР ЙЫҒЫУ (һайғыр йыҡ-) (Р.: валить дерево; И.: fell timber; T.: ağaç yıkmak) ҡ. диал.
Ағас йығыу. □ Валить дерево. Ҡышын һайғыр йығыу. Өйлөк һайғыр йығыу. Урманға барып һайғыр йығыу.
ҺАЙҘАҠ (һайҙағы) (Р.: лошадь, отобранная из общего косяка; И.: pick-up horse; T.: seçkin at) и.
Тоҡом өсөн һайлап алып, айырым йөрөтөлгән йылҡы малы. □ Лошадь, отобранная из общего косяка. ■ Яҙ кимәлкәйҙәре emme ниһә, уйнаҡлай байҙың һайҙағы. Халыҡ йырынан.
ҺАЙҘАЛАНЫУ (һайҙалан-) ҡ. диал.
1. ҡар. һаташыу. Ауырыуҙың һайҙала-ныуы.
2. Яңылышыу, буталыу. □ Ошибаться, сбиваться с толку, һөйләгәндә һайҙаланып тик тора.
ҺАЙҘАНЫУ (һайҙан ) ҡ. диал. ҡар. һаташыу. Ауырыу һайҙана. Һайҙана башланы. Өҙлөкһөҙ һайҙаныу.
ҺАЙ КЕМ (Р.: ой; И.: ow; Т.: ау!) ымл. ҡар. вай кем.
Йырҙарҙа тойғоно көсәйтеү, көй күтәреү өсөн әйтелә. □ Ой (употребляется исполнителем для подбадривания). ■ Ҡаһым турә фарман биргән саҡта, һай кем, һул ҡулында булыр ҡурайы. Халыҡ йырынан.
ҺАЙЛАМ (Р.: наилучший; И.: first-rate; T.: seçkin) с.
Иң шәп, иң яҡшы. □ Наилучший, самый лучший, первосортный. ■ [Әбйәлил:] Һин миңә иң яҡшы бер һайлам ат бир. Әкиәттән. Ыласын, бөркөт уҫкән, ай, Уралда [Ҡаһым турә] сал бөркөттәй һайлам ир ине. Халыҡ йырынан.
458