ҺАЙЛАУ
ҺАЙЛАНДЫҠ (Р.: отборный; И.: select; T.: seçkin) с.
1. Һайлап алынған; яҡшы, һайлам. □ Отборный, выбранный, һайландыҡ тауар, һайландыҡ хеҙмәткәрҙәр.
2. Яҡшыһын һайлап алғандан ҡалған; ҡалдыҡ. □ Остаток. / Остаточный (после отбора чего-л.), һайландыҡ картуф, һайландыҡ алма. М Әбделвахит әкә, һиңә ярҙамсы алып килдем, һайландыҡтан ҡалған бәләкәй генә ҡыҙыҡай, — тип мастер көлдө. Ш. Янбаев.
ҺАЙЛАНМА (Р.: отборный; И.: selected; T.: seçme) с.
Һайлап алынған. □ Отборный, избранный; лучший, һайланма әҫәрҙәр. Һайланма эштәр. ■ [Бикбулат старшина] ун ике кешелек һайланма һыбайлыһы менән сығып, подполковник алдында рапорт бирҙе. Ғ. Хөсәйенов.
ҺАЙЛАНМЫШ I (Р.: отобранный; И.: selected; picked over; T.: seçme) c.
Ниндәйҙер талап менән һайлап алынған. □ Отобранный, выбранный, һайланмыш кеше. Һайланмыш яугир. Һайланмыш ярҙамсы. ■ Был тиклем һайланмыш йугеректәр менән ярышҡаны юҡ әлегә тиклем Ҡола ҡонандың. С. Ильясов. Июнь башында Ырымбурға тәуге тотҡондарҙы килтерҙеләр. Улар Бөрйән волосының подполковник Исаков бығаулап ебәргән һайланмыш башҡорттары, иләу ағалары икән. Ғ. Хөсәйенов.
ҺАЙЛАНМЫШ II (Р.: избранник; И.: elected ones; T.: seçilen kimse) и.
Урынға, етәкселеккә рәсми һайлап ҡуйылған кеше. □ Избранник, выборный. Төп һайланмыш. ■ [Ҡазыйҙар] һайланмыштар менән һуҙ беркетеп, .. ауыл халҡын төрлө яҡлап талай торған булған. Хикәйәттән.
ҺАЙЛАНСЫҠ (Р.: привередливый; И.: fastidious; T.: zor beğenir) с. һөйл.
Һайланырға яратыусан; талымлы. □ Привередливый, разборчивый, избирательный. / Привередник, привередница, һайлансыҡ кеше, һайлансыҡ ҡатын. • һайлансыҡҡа алама эләгә. Әйтем.
ҺАЙЛАНЫУ (һайлан-) (Р.: выбираться; И.: stand for a post; T.: seçilmek) ҡ.
1. Берәй эшкә, вазифаға кемделер билдәләү. □ Выбираться, баллотироваться. Һайланып алыныу. Етәксе итеп һайланыу. Делегат булып һайланыу.
2. Нимәнеңдер яҡшырағын һайлап эҙләнеү. □ Выбирать, отбирать. И Һайланып, наҙланып йөрөмә сәскәләр араһында. Н. Нәжми. • Һайланған — һаҙға, һөрөнгән — таҙға. Әйтем.
ҺАЙЛАНЫШ (Р.: отбор; И.: selection; T.: seçme) и.
Нәҫел-тоҡомдоң һайланып үрсеше. □ Отбор. Тәбиғи һайланыш. Яһалма һайланыш. ■ Башҡорт аты — халыҡтың уҙенсәлекле селекцияһы һәм ҡырыҫ тәбиғи шарттарҙа һайланыш һөҙөмтәһендә быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көнгәсә килеп еткән тоҡом ул. «Йәшлек», 22 март 2011.
ҺАЙЛАТЫУ (һайлат-) ҡ. йөкм. ҡар. һайлау, понуд. от һайлау. Кандидатты һайлатыу. Яҡшыны һайлатыу. һайлатып биреу.
ҺАЙЛАУ I (һайла-) (Р.: выбирать; И.: elect; choose; T.: seçmek) ҡ.
1. Күп нәмә, күмәк кеше араһынан үҙеңә ярағанын айырып билдәләү. □ Выбирать, подобрать. // Подбор, отбор. Һайлап алыу. Яҡшыны һайлау. ■ Ҡейеҙбай уҙенә оҡшаған бер ҡып-ҡыҙыл алманы һайлап ала. Әкиәттән. Ыуылдырыҡлыһын һайлап ҡына беҙгә дәу бер кунәк балыҡ тоторға кәрәк, — тине Ғабдулла. М. Кәрим. Аҙнаҡай старшина оҙон юлға сығаһыларға, яҡшы аттарын һайлап, юл нәфәҡәләрен әҙерләшеп, әңгәмәләшкәндең икенсе таңында уҡ сәфәр оҙатты. Ғ. Хөсәйенов. • Ауыҙы ҡыйыш булһа ла, байҙың ҡыҙы ир һайлар. Әйтем.
2. Берәй эшкә, вазифаға ҡуйыр өсөн күмәкләп тауыш биреү юлы менән кемделер айырып билдәләү. □ Избирать, избрать. // Избрание, выборы. Рәйес итеп һайлау. Етәксе һайлау, һайлап ҡуйыу.
ҺАЙЛАУ II (Р.: выборы; И.: elections; T.: seçimler) и.
Берәй эшкә, вазифаға ҡуйыр өсөн күмәкләп тауыш биреү юлы менән кемделер айырып билдәләү эше. □ Выборы. Һайлау уткәреу. Һайлауҙа ҡатнашыу.
459