ҺАЙЫРҠАЛАУ
яурынбашынан иркәләп һөйгәс, әкрен генә һайт-һайтлап, етәккә тартты [Таһир олатай]. Й. Солтанов. Көтөүселәр һайт-һайтлап сыбыртҡы шартлата, малдарҙы ялан кәртәгә ҡыуып индерергә уҡтала. «Табын», 29 май 2013.
ҺАЙТЫЛДАУ (һайтылда-) (Р.: гикать;
И.: whoo whoo!; T.: haykırmak) ҡ.
Ҡабат-ҡабат һайт тип ҡысҡырыу. □ Гикать (издавать крик при отгоне). Һайтылдап көтөү ҡыуыу. Һайтылдап сабыу, һайтылдап мал һуғарыу. ■ Бына бер ваҡыт саң күтәрелә, һыҙғырыу, аҡырыу, сыйылдау, һайтылдау башлана. И. Абдуллин.
ҺАЙ-ҺАЙ (Р.: о-о, ах, ну и; И.: whata; whoo whoo!; Т.: ау!) ымл.
Нимәгәлер һоҡланғанда әйтелә. □ О-о, ах, ну и (выражает восхищение, радость, удивление и т. п.). Һай-Һай, үәт көс үҙендә! Һай-Һай, күлдәгең бик килешә!
ҺАЙ-ҺАУЛАУ (һай-һаула-) (Р.: гикать;
И.: say whoo whoo!; T.: haykırmak) ҡ.
Һай, hay тип һөрәнләү, ҡысҡырыу.
□ Гикать (издавать крик при отгоне). Һай-Һаулап ҡыуыу. ■ Көтөүсенең һай-һаулап көтөү ҡыуып килгәне ишетелде. Яр. Вәлиев.
ҺАЙҺЫЛДАШЫУ (һайһылдаш-) ҡ. диал. ҡар. һайт-һайтлау, һайһылдашып мал ҡыуыу.
ҺАЙ-ҺЫУ (Р.: возглас при отгоне; И.: whoo whoo!; T.: hey) саҡ.
Мал-тыуар ҡыуғанда ҡысҡырып әйтелә.
□ Возглас при отгоне, һай-һыу һалып ҡысҡырыу.
ҺАЙҺЫУЛАУ (һайһыула-) (Р.: гикать;
И.: whoo whoo!; T.: haykırmak) ҡ.
һай-һыу һалып ҡысҡырыу. □ Гикать (издавать крик при отгоне), һайһыулап ҡыуыу, һайһыулап ҡамсылау.
ҺАЙЫҒАЙЫУ (һайығай-, һайығая) ҡ. ҡар. һайығыу. Йылға һайығайған.
ҺАЙЫҒЫУ (һайыҡ-) (Р.: мелеть; И.: grow shallow; T.: sığlaşmak) ҡ.
Һай булыу, һайға әйләнеү. □ Мелеть, обмельчать. Ағиҙел һайығыу. Йылға һайыға бара. Һыу һайығыу. ■ Ҡушйылғаның һыуы тик һуңғы биш йылда ғына егерме бер сантиметрға һайыҡты, тағы биш йылдан
унан ҡыуғын ҡыуыу ҙа мөмкин булмаясаҡ. Н. Мусин.
ҺАЙЫҠТЫРЫУ (һайыҡтыр-) (Р.: делать мелким; И.: make shallow; T.: sığlaştırmak) ҡ.
Һай итеү, һайға әйләндереү. □ Делать мелким, обмелять. Һыуҙы һайыҡтырыу. Йылға-күлдәрҙе һайыҡтырыу. ■ Кылы күлдәрҙең ҡороуы ла йылғаны һайыҡтыра төшә. М. Хужин. Йылғаларҙы, ҡоролоҡтан тыш, һыу төбөнән ҡом һәм таш сығарыусылар һайыҡтыра. «Башҡортостан», 21 июль 2012.
ҺАЙЫЛДАШЫУ (һайылдаш-) (Р.: шуметь; И.: make noise; T.: gürültü yapmak) ҡ.
Һай ҙа һай тип ҡысҡырышыу. □ Шуметь. һайылдаша башлау. Ҡатындар һайылдаша, һайылдашып бейеү.
ҺАЙЫН (Р.: каждый; И.: each, every; Т.: her) бәйл.
1. Урын-ваҡытты, эш-хәрәкәтте белдергән төп һәм эйәлек килештәге һүҙҙәр менән килеп, ниҙеңдер ҡабатланышын белдерә.
□ Каждый, еже-, каждо-. Байрам һайын. Көн һайын. Осраған һайын. Килгән һайын. ■ Таштуғайҙың буйы бөгөл-бөгөл, бөгөлдәре һайын аҡ өйрәк. Халыҡ йырынан.
2. Сифат ҡылымдың -ған/-гән формаһы менән килеп, эш-хәрәкәттең йәки берәй хәлдең көсәйә барышын белдерә. □ Каждый раз, когда... Уҡыған һайын. Барған һайын. ■ Кәбән күтәрелгән һайын, миңә дәрт өҫтәлә, кәбәнде тиҙерәк ҡойоп бөтөп, уны ситтәнерәк ҡарап торғо килә. Н. Мусин. • Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай. Мәҡәл.
♦ Уның һайын алда әйтелгәнгә ҡаршы нимәнеңдер оторо көсәйеүен, ҡабатланыуын белдерә. □ Назло, еще пуще. Ураған (йәки әйләнгән) һайын һәр ваҡыт; әлдән-әле.
□ Без конца. Ураған һайын дарыу эсеү. Әйләнгән һайын һорашыу. К Ураған һайын ем һорап килгән туймаҫ тамаҡтарға йәне көйгән ҡатын, бысранып бөткән балаһын күргәс, тағы ла ярһып китте. Р. Ҡол-Дәүләт.
ҺАЙЫРҠАЛАУ (һайырҡала-) (Р .: караулить; И.: guard; T.: gözetlemek) ҡ. диал. ҡар. һағауыллау 2.
461