Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 462


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАЙЫРҠАУ
1. Күҙәтеп һаҡлау; ҡарауыллау. □ Караулить; охранять, сторожить. Һайырҡалап йөрөу. Һайырҡалап ултырыу. Керпек ҡаҡмай һайырҡалау.
2. Нимәнелер өмөт итеү, теләү. □ Иметь надежду, надеяться на что-л. Күрергә һайырҡалау. Ярҙам һайырҡалау. Осрашыу һайырҡалау.
ҺАЙЫРҠАУ (һайырҡа-) (Р.: охранять;
И.: protect; T.: korumak) ҡ. диал.
Ҡурсалап ҡарауыллау, һаҡлау. □ Охранять, сторожить. Баланы һайырҡау. Себештәрҙе һайырҡау.
ҺАЙЫҪҠАН I (Р.: сорока; И.: common magpie; T.: saksağan) и.
1. зоол. Ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған оҙон ҡойроҡло ҡара ала ҡош. □ Сорока. / Сорочий (лат. Picapica). һайыҫҡан ояһы. һайыҫҡан шыҡырыҡлауы. ■ Һайыҫҡан зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерһә, файҙалы ҡоштарҙың ояларын туҙҙырып, бер аҙ зыян итә. Э. Ишбирҙин. [Солтанғәле] ситтәрәк һикергеләп йөрөгән һайыҫҡанға таш ырғытты. Я. Хамматов.
2. миф. Кире һәм ыңғай мәғәнәгә эйә булған ҡош. □ Сорока (имеет как положительную, так и отрицательную семантику). Һайыҫҡан шыҡырлаһа, ҡунаҡ килә. ■ Ғүмере оҙон булһын, һайыҫҡандан һаҡ булһын. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺАЙЫҪҠАН II (Р.: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, үҫәргән, барын ырыуы башҡорттарының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-бурзянцев, усерган, барын. Һайыҫҡандар араһы.
ҺАЙЫҪҠАН ЕЛӘГЕ (Р.: паслён чёр ный; И.: nightshade; T.: köpeküzümü) и. диал.
Бейеклеге 70 см-ға еткән баҡсаларҙа, йырғанаҡтарҙа, йылға-күл ярҙарында үҫеүсе бер йыллыҡ үлән үҫемлек, июнь — сентябрь айҙарында йәшкелт сәскә ата, июль — сентябрҙә емеше өлгөрә; эт ҡарағаты, эт бауыры. □ Паслён чёрный (лат. Solanum nigrum). Һайыҫҡан еләген дауалауҙа ҡулланалар.
ҺАЙЫҪҠАН ТАЛ (Р.: разновидность ивы; И.: osier species; T.: söğüdün bir türü) и. диал.
Тал төрө. □ Разновидность ивы. Һайыҫҡан тал ҡороған.
ҺАЙЫТЫУ (һайыт-) ҡ. ҡар. һайыҡтырыу. Күлдәрҙе һайытып бөтөү. Йылғаларҙы һайытыу.
ҺАЙЫУ (һайы-) (Р.: мелеть; И.: grow shallow; T.: sığ olmak) ҡ.
һайға әйләнеү, һай булыу; һайығыу. □ Мелеть, обмельчать. Йылға-күлдәр һайыу.
ҺАҠ I (Р.: осторожный; И.: cautious; Т.: ihtiyatlı) с.
1. Тирә-йүндәге эш-хәлгә, ҡурҡынысҡа иғтибары көслө; абай, һиҙгер. □ Осторожный, чуткий (о человеке, сне), настороженный. Һаҡ кеше, һаҡ йоҡо.
2. Ҙур иғтибар менән ҡайғыртыусан, аяулы, ҡурсыулы. □ Бережливый, һаҡ етәксе.
ҺАҠ II (Р.: осторожно; И.: cautiously; T.: ihtiyatla) р.
1. Ҡурҡыныс һ. б. хәлгә ҡарата иғтибарлылыҡ, һиҙгерлек күрһәтеп. □ Осторожно, настороженно. Һаҡ йоҡлау, һаҡ тороу. ■ [Мәскәй:] Бөгөн төндә йоҡлаған булып ят, ләкин бик һаҡ бул. Әкиәттән. Ул [ишкәксе] нәмәнәндер шикләнеп, үтә һаҡ ҡылана ине. М. Кәрим. Ямандарҙан йыраҡ, яман һүҙҙәрҙән һаҡ булһаҡ икән. Ғ. Хөсәйенов.
2. Йомшаҡ; ипле. □ Осторожно, аккуратно. Һаҡ ҡағылыу. Һаҡ ҡулланыу. Һаҡ ҡына тотоу.
ҺАҠ III (һағы) (Р.: пост; И.: guard; T.: nöbetçi) и.
Кемделер йәки нимәнелер һаҡлау, ҡарауыллау, күҙәтеү өсөн ҡуйылған ҡораллы көс йәки кеше, ҡарауыл. □ Пост. Һаҡ ҡуйыу, һаҡҡа баҫыу. Һаҡты көсәйтеү. ■ Мөхә-мәтшаны, тағы ла бер нисә башҡортто кемдеңдер мунсаһына бикләп, һаҡ ҡуйҙылар. М. Хужин. • Ағаһы барҙың һағы бар. Әйтем.
ҺАҠ IV (һағы) (Р.: припасы; И.: store; supply; T.: yedek) и.
Бик кәрәк саҡта тотонор өсөн йыйып ҡуйылған нәмә. □ Припасы. Һаҡты тотоноу. һаҡһыҙ ҡалыу. Йыллыҡ һаҡ.
462