ҺАҠАЛ-МЫЙЫҠ
ҺАҠ V (һағы) (Р.: сечка; И.: chopper; T.: el baltası) и.
Сайыр ағыҙыу өсөн ҡарағайҙы һыҙа торған ҡорал; сайыр бысағы. □ Сечка (для срезания коры сосен при сборе живицы). һаҡ менән сайыр ағыҙыу.
ҺАҠ VI (һағы) (Р.: сыч воробьиный; И.: Eurasian pygmy owl; T.: Avrasya cüce baykuş) и. зоол.
Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк, ҡолаҡһыҙ йомро башлы иң бәләкәй ябалаҡ. □ Сыч воробьиный (лат. Glaucidium passerinum). ■ Һаҡ йыуан ағаслы ҡуйы урмандарҙа йәшәй. Башлыса сысҡандар, һирәкләп ваҡ ҡоштар, эре бөжәктәр менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
ҺАҠА (Р.: бита; И.: cat-stick; T.: sopa) и.
Ашыҡ һуғыу уйынындағы һуҡҡыс.
□ Бита, свинчатка (для игры в бабки). К Атаһы баланыц йәкәл уйынына шәп буласағын курҙе лә ти, быға алтын һаҡа алып бирҙе, ти. Айыуғолаҡ был һаҡа менән малайҙарҙы элеккенән дә нығыраҡ ота башланы, ти. Әкиәттән.
ҺАҠА АЙҒЫР и. ҡар. һаҙаған айғыр.
ҺАҠА КЕШЕ (Р.: хозяйственный; И.: housewifely; T.: evirgen kimse) и.
Үҙ аллы, үҙ көсө менән йәшәгән ныҡ кеше. □ Хозяйственный, самостоятельный человек. Һаҡа кеше бит ул! Һаҡа кеше тырышлығы. Уңған, һаҡа кеше.
ҺАҠАЛ I (Р.: борода; И.: beard, whiskers; T.: sakal) и.
1. Ирҙәрҙең эйәге менән сикәһенә үҫкән сәс һымаҡ йөн. □ Борода. Һаҡал ебәреү. Һаҡалды ҡырыу. • Эйәк күрке — һаҡал, һүҙ күрке — мәҡәл. Әйтем. Аяҙлы-болотло аҡылы бар, кәзәнеке хәтлем һаҡалы бар. Мәҡәл.
2. Ҡайһы бер хайуан һәм ҡоштарҙа тамаҡ аҫты тәңгәленән төшөп торған оҙон йөндәр, төктәр йәки ҡаурыйҙар. □ Борода. Кәзә һаҡалы.
♦ Ҡайҙа барһаң да, ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмай кешенең ҡылған насар эше, ҡылығы үҙенән айырылмай тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Каков ни будь пень, а всё за ним тень, һаҡалды һыйпап ҡалыу һемәйеп буш ҡалыу. □ соотв. Остаться с носом. Шулайтып, һаҡалды һыйпап ултырып ҡал
дыҡ. һаҡаллы сабый үҙе оло йәштә булып та, аҡылы әҙ булған кешегә ҡарата әйтелә.
□ Великовозрастный детина. Бына, һаҡаллы сабый!
ҺАҠАЛ II (Р.: женское нагрудное украшение; И.: sort of Bashkir female decoration; T.: kadınların süs eşyası) и. этн.
Ҡатын-ҡыҙҙың аҫтан түңәрәгерәк итеп, уртаһына шау тәңкә, ситенә буй-буй мәрйен баҫып яһалған күкрәк биҙәүесе. □ Женское нагрудное украшение из серебряных монет и кораллов, һаҡал тағыу. Уҡалы һаҡал. ■ Урҙа — сыбар ситса, киндер таҫтамал, тәҙрә яҡтауының өҫ яғы һаҡал, елән һәм алҡалар менән биҙәлгән. Я. Хамматов. Ҡыҙ бала өсөн бәләкәй саҡта уҡ һаҡалға мәрйен, тәңкә һәм башҡа биҙәү әйберҙәре тегелә башлай. «Башҡортостан», 13 сентябрь 2014.
ҺАҠАЛБАЙ (Р.: бородач; И.: bearded man; fungus face; T.: sakallı kimse) и.
Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан кешегә әйтелә.
□ Бородач. / Бородатый. Ҡайҙан килгән был һаҡалбай?
ҺАҠАЛЛАНЫУ (һаҡаллан-) (Р.: стать бородатым; И.: let one’s beard grow; T.: sakallanmak) к.
Һаҡаллы булыу. □ Стать бородатым, обрасти бородой, һаҡаллана башлау.
ҺАҠАЛЛЫ (Р.: бородатый; И.: barbate; T.: sakallı) c.
Һаҡалы булған, һаҡал үҫтергән. □ Бородатый. Һаҡаллы ҡарт. Һаҡаллы мулла, һаҡаллы ир. ■ [Ибраһим бабай]ап-аҡ һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, һикһән йәштәрҙә булыуына ҡарамаҫтан, уйнап торған күкһел күҙле, ҡаҡса ғына бер ҡарт ине. 3. Биишева.
ҺАҠАЛ-МЫЙЫҠ (һаҡал-мыйығы) (Р.: борода и усы; И.: beard and whiskers; T.: sakal ve bıyık) и. йыйн.
һаҡал һәм мыйыҡ. □ Борода и усы. һаҡал-мыйыҡ баҫыу, һаҡал-мыйыҡты ҡырыу. Һаҡал-мыйыҡ салланыу. ■ Бай Оморҙаҡты танымаған... Уны һаҡал-мыйыҡ баҫып бөткән булған. Әкиәттән. [Заһретдиндың] ябыҡ яңағы буйлап ике яҡтан да оло йыйырсыҡ ярып төшкән, һаҡал-мыйығы ла мул ғына салланған. М. Хужин.
463