Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 464


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАҠАЛСАН
ҺАҠАЛСАН (Р.: ёрш; И.: ruff; T.: platika) и. диал.
1. Алабуғалар ғаиләһенә ҡараған, шырт ҡанатлы, ныҡ ҡылсыҡлы ваҡ йылға балығы; этеш. □ Ёрш (лат. Acerina сетиа). Халыҡ һаҡалсанды этеш балыҡ тип тә атай.
2. Ер-Һыу хайуандары класына ҡараған йөҙгөс ҡойроҡло тәлмәрйен балаһы, сүмесбаш. □ Головастик. Кул тулы һаҡалсан. Һаҡалсан тотоу.
ҺАҠАЛТА (Р.: бусы; И.: necklace; Т.: inci) и. диал. ҡар. мәрйен.
Ҡайһы бер диңгеҙ йәнлектәренең ҡалдыҡтарынан торған төрлө төҫтәге таштарҙың эшкәртелгән бөртөктәренән теҙеп яһалған муйынсаҡ. □ Бусы, һаҡалта тағыу.
ҺАҠАЛТАЙ (Р.: бородатый; И.: barbate; T.: sakallı) с.
Ҙур һаҡаллы, етек һаҡаллы. □ Бородатый. // Бородач. Һаҡалтай әҙәм. Һаҡалтай ир. Һаҡалтай ҡарт. ■ Һаҡалтай, өҫтәл өҫтөнән көҙгө алып, оҙаҡ ҡына уҙен өйрәнде, башын бер уңға, бер һулға ҡайырып, ентекләп тикшерҙе, әҙәм араһына ҡурҡмай сығырға яраймы, йәнәһе. Д. Бүләков. Һаҡалтай, ғәйрәтләнеп, һуғырға һелтәнгәйне лә, Мөхәмәтша ялтанғас, йоҙроғо яҙа китте. М. Хужин.
ҺАҠ АР АЙ (Р.: пошлый; И.: vulgar; T.: edepsiz) с.
Әшәке, насар, алама. □ Пошлый. Һаҡарай һуҙ. Һаҡарай һуҙ менән әрләу. Һаҡарай һуҙ ишетеу.
ҺАҠАРАТЛАУ (һаҡаратла-) (Р.: проклинать; И.: give malediction to; T.: lanetlemek) ҡ.
1. Яман теләк теләү; ҡәһәрләү. □ Проклинать. Дошманды һаҡаратлау. Һаҡаратлап ҡалыу.
2. Асыуланып ауыр һүҙҙәр әйтеү; әрләү. □ Ругать, һаҡаратлап ташлау. Әшәке һуҙ-ҙәр менән һаҡаратлау.
ҺАҠАУ I (Р.: картавый; И.: having a burr; T.: peltek) с.
Телдәге ҡайһы бер өндәрҙе дөрөҫ, асыҡ әйтә алмаған йәки боҙоп һөйләгән. □ Картавый, косноязычный, шепелявый, һаҡау бала. Һаҡау кеше. ■ [Малайҙар] бына шул ваҡиғанан һуң куҙен дә астырмайҙар һаҡау
Радиктың. Р. Ҡол-Дәүләт. • Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ. Әйтем.
ҺАҠАУ II (Р.: мыт; И.: strangles; T.: su sakağısı) и. вет.
Тамаҡ аҫты шешеп, танауынан ҡан килтерә торған йоғошло йылҡы ауырыуы. □ Мыт (острая инфекционная болезнь лошадей). Ҡолон һаҡау булған.
ҺАҠАУ III (Р.: свинка; И.: mumps; Т.: kabakulak) и. диал.
Балаларҙың муйын тирәһе, ҡолаҡ аҫты шешеп ауырыуы. □ Свинка. Һаҡау менән ауырыу.
ҺАҠАУ КӘКҮК (Р.: глухая кукушка; И.: Oriental cuckoo; T.: guguk) и. зоол.
Кәкүктәр ғаиләһенә ҡараған сыйырсыҡтан ҙурыраҡ ҡош. □ Глухая кукушка, гималайская кукушка (лат. Cuculus saturatus). ■ Һаҡау кәкуктең башы, һырты, тушенең өҫкө өлөшө һоро, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара-көрән. Кәуҙәһенең аҫҡы өлөшө арҡыры һыҙыҡлы аҡ. Э. Ишбирҙин.
ҺАҠАУЛАНЫУ (һаҡаулан-) (Р.: ста новиться картавым; И.: speak with a burr; T.: peltekleşmek) ҡ.
1. Һаҡау булыу, һаҡауға әйләнеү. □ Становиться картавым, косноязычным, запинаться, картавить, һаҡауланып ҡалған. Һаҡауланған кеше.
2. Саҡырған тауышы ҡарлыҡҡан һымаҡ үҙгәреү (кәкуккә ҡарата). □ Терять голос (о кукушке). Кәкук һаҡауланған. Я Июнь айында кәкук һаҡаулана башлай. Был инде ҡояштың иң юғары нөктәһенә еткәнен курһәтә. «Башҡортостан», 2 июнь 2015.
ҺАҠАУЛАУ I (һаҡаула-) (Р.: картавить; И.: be unable to pronounce ‘r’ and ‘1’ properly; T.: peltekleşmek) ҡ.
һаҡау (I) итеп әйтеү, һөйләшеү. □ Картавить. Һаҡаулап һөйләу. ■ Йәнә бер нәмә ҡыҙыҡһындыра, — тине Константин Симонов [Зәкигә], «р» өнөн һаҡаулап. Я. Хамматов.
ҺАҠАУЛАУ II (һаҡаула-) (Р.: заболеть мытом; И.: fall ill with strangles; T.: su sakağısı ile hastalanmak) ҡ.
Һаҡау (II) менән ауырыу. □ Заболеть мытом. Һаҡау сығыу.
464