ҺАҠЛАУ
ҺАҠАУЛЫҠ (һаҡаулығы) (Р.: картавость; И.: burr; T.: pelteklik) и.
һаҡау булыу. □ Картавость. Телдең һаҡаулығы. Һаҡаулыҡты бөтөрөү.
ҺАҠБАЙ (Р.: глухой; И.: deaf; T.: sağır) с. һөйл.
Ишетмәгән, һаңғырау кешегә әйтелә.
□ Глухой. Мин һаҡбай тугел. Һаҡбай барҙыр бында! Һаҡбай әбей.
ҺАҠҠАН (Р.: бурелом; И.: windfall; T.: devrik ağaçlar) и. һөйл.
Ел-дауыл ҡуптарған ағас, ҡумырыҡ.
□ Бурелом. Һынған, ләкин ергә төшмәгән, эләгеп төрған ағас йәки ботаҡтарҙы беҙҙә һаҡҡан тиҙәр.
ҺАҠҠОЛАҠ (Р.: острый на слух; И.: sharp; eared; T.: sezgisi güçlü) с. һөйл.
һиҙгер ҡолаҡлы. □ Острый на слух. Этегеҙ бигерәк һаҡҡолаҡ инде.
ҺАҠҠОР (Р.: глупый; И.: stupid; Т.: aptal) с. һөйл.
Ахмаҡ, аҡылһыҙ; иҫәр. □ Глупый. Һаҡҡор малай, һаҡҡор әбей.
ҺАҠЛАҒЫС (Р.: предохранитель; И.: safety device; T.: emniyet tertibatı) и.
1. тех. Хәүефле бер нәмәнән һаҡлау өсөн хеҙмәт иткән ҡоролма, механизм. □ Предохранитель. / Предохранительный. Электр һаҡлағысы. Һаҡлағыс ҡуйыу.
2. Нимәнелер һаҡлау өсөн төҙөлгән махсус урын, бина. □ Хранилище. Иген һаҡлағыс. Йәшелсә һаҡлағыс.
ҺАҠЛАНЫУ (һаҡлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. һаҡлау 1. страд, от һаҡлау
1. Һәйбәт һаҡланыу. Оҙаҡ һаҡланыу. Иген келәттә һаҡлана.
2. Ваҡыт дауамында юғалмай, бөтмәй, имен көйө тороу. □ Храниться. Һаҡланған ҡомартҡы.
3. Онотолмау, иҫтә тороу. □ Храниться, сохраниться (в памяти). Иҫтә һаҡланыу. Хәтирә һаҡланыу. М Вожатый булып отрядҡа тәу барған көн Юлайҙың әле булһа иҫендә һаҡлана. 3. Биишева.
4. Сифатын үҙгәртмәй, боҙолмай тороу.
□ Храниться, сохраняться. Ҡаҡлаған ит оҙаҡ һаҡлана. Йәшелсә һәйбәт һаҡланыу.
5. Кемдәндер йәки ниҙәндер үҙеңде ҡурғау, ҡурсалау. □ Защититься, һаҡлана белеу. ■ [Халыҡ — Бабсаҡҡа:] Һаҡлана кур, батыр, был әҙәмдән. Ул бер-бер шомлоҡ уйлап йөрөй бында. «Бабсаҡ менән Күсәк».
6. Насар тәьҫир, хәүеф-хәтәрҙән үҙеңде ҡурсыу. □ Остерегаться, беречься. Ауырыуҙан һаҡланыу. Бәлә-ҡазанан һаҡланыу. Ут-куҙҙән һаҡланыу. • Эттең тынынан, бесәйҙең йөнөнән һаҡлан. Әйтем.
ҺАҠЛАТЫУ (һаҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. һаҡлау 1-7. понуд. от һаҡлау 1-7. ■ [Мулла:] Уны [ҡыҙҙы] кире тартып алғанда ла, ике ай ғиҙҙәт һаҡлашып, көттөрмәй хәлебеҙ юҡ. Һ. Дәүләтшина.
ҺАҠЛАУ I (һаҡла-) (Р.: хранить; И.: have in keeping; T.: saklamak) ҡ.
1. Нимәнелер булған көйөнсә, үҙ сифаты, үҙ булмышында имен-аман хәлдә тотоу.
□ Хранить. Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау. Тәбиғәтте һаҡлау. ■ Тел — ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Тарихты һуҙ итеп меңәр йылдар буйы һаҡлап килгән сығанаҡ ул. Ғ. Хөсәйенов. Ата-олатайҙар, был ерҙәрҙе һаҡлау өсөн, купме йылдар көрәште, ҡан тукте, кубеһе ҡорбан булды. Я. Хамматов.
2. Нимәнелер берәй маҡсат өсөн билдәләп ҡуйыу, кемгәлер атап тотоу. □ Хранить. Ҡунаҡҡа һаҡлау. • Тун һаҡлаһаң — тунға етә, аш һаҡлаһаң — ашҡа етә. Мәҡәл.
3. Юҡҡа сығыуға, боҙолоу, зарарланыуға юл ҡуймай имен тотоу. □ Хранить, сохранять. Йәшелсәне һаҡлау. ■ Һаҡлауға ҡуйылған орлоҡтарға һауа утергә тейеш. «Табын», 16 март 2013.
4. Ҡайғыртыу, хәстәрлекле булыу; ҡарау.
□ Беречь, оберегать. Сабыйҙы һаҡлау.
5. Әрәм-шәрәм итмәй, сама менән, ҡәҙерләп тотоноу (аҙыҡ-тулек, кейем-һалымды һ. б.). □ Экономить, беречь. Аҙыҡты һаҡлау. Аҡсаны һаҡлап тотоноу. • Бер тин һумды һаҡлай, бер көн йылды һаҡлай. Әйтем. Иҫке тимерҙе һаҡлаһаң, алтын булыр. Әйтем. Һаҡлап тотһаң — мең көнлөк, һаҡламаһаң — бер көнлөк. Мәҡәл.
6. Яу, һөжүмдән, төрлө хаслыҡ менән ил тыныслығын боҙорға теләүселәрҙән ҡурсалау, именлекте тәьмин итеү. □ Оборонять,
465