Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 467


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАҠТАШ
3. Бик кәрәк саҡта тотонор өсөн йыйып ҡуйған нәмә. □ Запас. / Запасной, сберегательный. һаҡлыҡ булыу. Һаҡлыҡты сығарыу. һаҡлыҡ кенәгәһе. ■ 1841 йылда Рәсәй императоры Николай I, халыҡ уҙ аҡсаһын ышаныслы һәм файҙалы итеп һаҡлай алһын өсөн, һаҡлыҡ кассалары булдырырға тигән ҡарар сығара. «Урал», 11 февраль 2016.
• Һаҡлыҡта хурлыҡ юҡ. Әйтем.
ҺАҠЛЫҠЛЫ с. ҡар. һаҡсыл, һаҡлыҡлы хужа. Һаҡлыҡлы булыу.
ҺАҠМА (Р.: след на траве; И.: trail on grass; T.: ot üzerindeki iz) u.
Үлән өҫтөндәге эҙ. □ След на траве. Я Ямғырҙан ауырайып сыҡҡан уләнде ярып уҙған айыу һаҡмаһы буйлап унда-бында һибелеп ҡалған ҡарағусҡыл ҡан тамсылары асыҡ куренә ине. И. Ноғманов.
ҺАҠМАНСЫ (Р.: погонщик скота; И.: gadman; T.: sürücü) и. диал.
Мал ҡыуыусы. □ Погонщик скота. Һаҡмансыларҙың тауыштары ишетелеп ҡала.
ҺАҠ-СУҠ (Р.: мифические персонажи; И.: mythological characters; T.: Sak ile Suk) u. миф. ҡар. Саҡ-Суҡ.
Ҡошҡа әйләндерелгән малайҙар исеме. □ Мифические персонажи Сак и Сук (мальчики, обращённые в птиц). Экспедиция ағзалары «Һаҡ-Суҡ» бәйетенец яңы вариантын яҙып алды.
ҺАҠСЫ (Р .: сторож; И.: guargian; custos; T.: bekçi) и.
1. Һаҡта торған ҡораллы кеше йәки төркөм. □ Сторож, страж, часовой. / Сторожевой. ■ Ицбашына мылтыҡ аҫҡан һаҡсы ашыҡмай ғына тегеләй-былай утештереп йөрөй. И. Ноғманов.
2. Тотҡондо һаҡ аҫтында ҡарауыллап йөрөтөүсе. □ Стража, охрана. М Батша ҡырҡ һаҡсы ебәреп, Таҙҙы уҙ батшалығына кил-тертте, ти. Әкиәттән.
3. Нимәнецдер именлеген, теүәллеген һаҡлаған кеше; ҡарауылсы. □ Сторож, охранник. / Сторожевой. Келәт һаҡсыһы.
• һаҡсы тора һағында, ҡара төн яҡ-яғында. Р. Ниғмәти.
4. Кемделер янында һаҡлап йөрөүсе.
□ Сторож, страж, часовой. / Сторожевой. Батша һаҡсыһы.
5. Ниҙелер ҡурсып тороусы. □ Хранитель. ■ Хужа тугел, был йыһанға тоғро һаҡсылар кәрәк. М. Кәрим.
6. спорт. Футбол, хоккей һ. б. уйын уйнағанда тупты ҡапҡаға ебәрмәй һаҡлаусы.
□ Вратарь (защитник). Ышаныслы һаҡсы. Рәсәй командаһының һаҡсыһы, һиҙгер һаҡсы.
ҺАҠСЫ ҠОРТТАР (Р.: пчёлы сторожевые; И.: protector bee; T.: kovanı koruyan bekçi arılar) и. зоол.
Кейә янында йөрөп, оялағыларҙы бөжәктәрҙән, һурнаҡтарҙан һаҡлай торған йәш ҡорттар. □ Пчёлы сторожевые (охраняют свои гнёзда от различных вредителей, а также от пчёл-воровок из других ульев). Умартаны һаҡсы ҡорттар һаҡлай, һаҡсы ҡорттар артыу. Сит ҡорттарҙы һаҡсы ҡорттар таный.
ҺАҠСЫЛ (Р.: бережливый; И.: economical; abstemious; T.: tutumlu) с.
Нәмәне һаҡлап, әрәм-шәрәм итмәй тотоу-сан. □ Бережливый, экономный, һаҡсыл хужа. һаҡсыл кеше. Үтә һаҡсыл. ■ [Хәйрулла ағай:] Зөлхизә инәй, атайым әйтә, Төхвәтулла ағайымдың иген һуға торған шыбағасы бар ине, берәй ергә элеп ҡуйғандыр еңгәм, һаҡсыл бит ул, ти. Г. Яҡупова.
ҺАҠСЫЛЛЫҠ (һаҡсыллығы) (Р.: бережливость; И.: parsimony; T.: tutumluluk) и.
Әрәм-шәрәмгә юл ҡуймай һаҡлап тотоу-санлыҡ. □ Бережливость. Хужаның һаҡсыллығы. Һаҡсыллыҡ курһәтеу.
ҺАҠТАШ (Р.: детская игра в камешки; И.: bob-cherry; T.: çocuklar oyunu) и. этн. ҡар. бишташ.
Балалар уйыны (йомро ғына биш ташты һикертеп, бармаҡ араһынан төрлөсә уткә-реп уйнайҙар). □ Детская игра в камешки («пять камушков»). Һаҡташ уйнау, һаҡташ өйрәтеу. Һаҡташ — ҡыҙҙар араһында таралған уйын.
467