ҺАЛАУАР
буйындағы урманға алып барҙы. Я. Хамматов.
ҺАЛАҠ (Р.: неряшливый; И.: slovenly; T.: salak) с. диал. ҡар. әрпеш.
Йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән, тейешле тәртипте һаҡламаған кеше. □ Неряшливый, грязный, һалаҡ бисә. Һалаҡ ҡыҙыҡай.
ҺАЛАҠА с. диал. ҡар. һалаҡ. Һалаҡа әҙәмдән дә һуҙ ишетеп тор инде.
ҺАЛАҠ АУЫРЫУЫ (Р.: дух заразной болезни; И.: contagious malady spirit; T.: İntan İyesi) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, йоғошло ауырыуҙарҙың (мәҫәлән, тапма, биҙгәк) эйәһе. □ Дух заразной болезни (табуированное название заразной болезни (малярии, лихорадки). Я Тапма булһа, ауырыуҙың кейемен ҡаҙап киткәндәр. Ҡаҙағанда ең-балағын төймәһәң, балаҡтан һалаҡ ауырыуы сығыр, тиҙәр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
һ АЛ АЛ АЙ (Р.: насквозь мокрый; И.: soaking wet; T.: büsbütün ıslak) с. диал.
Лыс һыу (итәк, еңгә ҡарата). □ Насквозь мокрый. Итәге һалалай. Ямғырҙан һуң кейем һалалай.
ҺАЛАМ (Р.: солома; И.: thatch; haulm; T.: saman) и.
Бөртөклө ашлыҡтың һуҡҡандан һуң ҡалған һабағы. □ Солома. / Соломенный. Арыш һаламы, һалам ойоу. Һалам алдырыу. М Йәштәр, ургәрәк барып, һыу ситенә куп итеп һалам өйә лә, ут төртөп, йылға буйлап ағыҙып ебәрә. М. Хужин. Әптеләхәт менән Гөлбаныу, буран тип тормай, утынға баралар, һалам килтерәләр. Т. Ғарипова.
ҺАЛАМ АЯҠ (Р.: название детской игры; И.: name of Bashkir children’s game; T.: çocuk oyunu) и. этн.
Уйын исеме (туңәрәкләп ултыралар; берәу «әсәй» була, ул шым ғына һәр «балаһына» берәр исем атап сыға; ситтә «һалам аяҡ» ултыра; ул килә лә, бер «балаға» бер исем әйтеп өндәшә; теге бала һикереп тороп, һыңар аяҡлап ҡаса; «һалам аяҡ» уны һыңар аяҡлап баҫтыра; был «бала» тотолмаһа, кире ҡайтып ултыра, тотолһа, «һалам аяҡҡа» ярҙамсы була). □ Название детской
игры. доел. Соломенная нога. Тәнәфестә ҡыҙҙар һалам аяҡ уйнай торғайны.
ҺАЛАМБАЙ (Р.: неряха; И.: sloven; T.: çapaçul) и. диал. ҡар. әрпеш.
Үҙен тотоуҙа, эш башҡарыуҙа йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән, тейешле тәртипте, таҙалыҡты һаҡламаған. □ Неряха, һалам-байҙан яҡшы эш көтмә.
ҺАЛАМ-ТОРХАН (Р.: хлам; И.: junk: T.: eski püskü eşya) и. һөйл.
Иҫке, насар әйбер, сүп-сар. □ Хлам, барахло. Һалам-торханды өйөп ҡуйыу. Һалам-торханды ташлау.
ҺАЛАМ ЫҪЫ (Р.: средство от сглаза; И.: remedy for an evie eye; T.: nazardan bir usul) и. миф.
Малды күҙ тейеүҙән һаҡлау име. □ Средство от сглаза. V Малға куҙ тейһә, һалам ыҫы менән имләйҙәр. «Башҡорт мифологияһынан.
ҺАЛАПАТ (Р.: неряха; И.: slattern; Т.: çapaçul) и. һөйл.
Әрпеш; таҙалыҡты, бөхтәлекте белмәгән кеше. □ Неряха. Һалапатҡа эш ҡушма, һалапаттың ҡулынан килмәй.
ҺАЛАПЫЙ и. Һөйл. ҡар. һалапат.
ҺАЛАСА (Р.: волокуша; И.: sledge; Т.: kızak) и.
1. Төп яғы кәкрәйеңкерәп торған ике ағасты ҡуша бәйләп, ос яғын тәртә итеп, ат егеп, таулы, урманлы ерҙән йөк һөйрәтә торған йәйге сана; һөйрәтке. □ Волокуша (из стволов кривых деревьев). Һаласа менән тарттырыу, һаласа менән утын ташыу.
2. диал. Кәлтә арбаһы. □ Телега для перевозки снопов. Һаласаға тейәу.
ҺАЛАТ (Р.: солод; И.: malt; T.: malt) и.
1. Буҙа ҡойор өсөн шыттырылған бойҙай, арыш, һоло йәки башҡа ярмалар. □ Солод. / Солодовый, һалат киптереу. Һалат тартыу.
2. Шытып бәбәкләнеп, шәкәрләнгән иген арыш, бойҙай һ. б. □ Проросшие семена.
ҺАЛАУАР (Р.: название родового подразделения башкир-кыпчаков; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt boyunun ismi) u.
469