ҺАЛАУЫР
Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының аймаҡ исеме. □ Название родового подразделения башкир-кыпчаков. Һалауарҙар араһы.
ҺАЛАУЫР (Р.: бестолковый, недотёпа; И.: piddler; T.: salak) с. диал. ҡар. аңра.
1. Тейешенсә уйлау, фекер йөрөтөү һәләтенән мәхрүм; аҡылы самалы. □ Бестолковый, недотёпа, һалауыр әҙәм. һалауырға аңлатыу.
2. Йыйнаҡлыҡ, бөхтәлек етешмәгән; әрпеш. □ Неряшливый, һалауыр хужабикә, һалауыр ҡатын.
ҺАЛБЫР (Р.: отвислый; И.: loppy; T.: sarkık) с.
1. һалынып, һалпайып төшкән. □ Отвислый, обвислый. Һалбыр ҡолаҡ. Һалбыр ирен. Һалбыр яға.
2. диал. Ҡабаланмай, яй ҡуҙғалыусан; әкрен хәрәкәтле; ығыш. □ Медлительный. Һалбыр әҙәм. Һалбыр кешенең ҡуҙғалғанын көт әле.
ҺАЛБЫРАТЫУ (һалбырат-) (Р.: свесить; И.: hang down; T.: sarkıtmak) ҡ.
Нимәнелер түбәнгә һалындырыу, аҫҡа төшөрөү. □ Свесить. Аяҡтарҙы һалбыратыу. Шарфты һалбыратыу. Билбауҙы һалбыратыу.
ҺАЛБЫРАУ (һалбыра-) (Р.: свешиваться; И.: hang over; T.: sarkmak) ҡ.
Һалпайыу, аҫҡа һалыныу. □ Свешиваться, болтаться. Итәк һалбырау. Күлдәктең еңе һалбыраған, һалбырап тороу.
ҺАЛБЫРАШЫУ (һалбырат-) ҡ. урт. ҡар. һалбырау, взаимн. от һалбырау. Итәк-еңе һалбыратып тора.
ҺАЛДАМА и. диал. ҡар. фал 1. һалдама асыу. Һалдама һалыу.
ҺАЛДАМА ҺАЛЫУ (һалдама һал-) (Р.: гадать; И.: tell fortunes by; T.: fala bakmak) ҡ. ҡар. ноҡот бүлеү.
Ҡырҡ бер бөртөк ноҡот борсағын йәки шуның кеүек башҡа нәмәне төрлөсә бүлгеләп күрәҙәлек ҡылыу. □ Гадать, ворожить на бобах или камушках. Әбей һалдама һала.
ҺАЛДАТ [рус. солдат < нем. Soldat < um. Soldi] (Р.: солдат; И.: soldier; T.: asker) и.
Армияла хеҙмәт итеүсе хәрби дәрәжәһе булмаған кеше. □ Солдат. Һалдат бурысы.
Һалдатҡа оҙатыу, һалдатҡа юл аҙығы. Һалдат көрәге. Я Ағастар араһынан сыҡҡан ике взвод самаһы көс күл эргәһенә килгәс тә, һалдаттар атакаға күтәрелде. Я. Хамматов. һалдаттарға тоҡсайҙарында булған ризыҡ менән генә хушланырға тура килде. М. Хужин.
ҺАЛДАТКА [рус. солдатка] (Р.: солдатка (жена солдата)', И.: wife or widow of a soldier; T.: asker karısı) и. һөйл.
һалдатта йөрөгән кешенең ҡатыны. □ Солдатка (жена солдата). Йәш һалдатка. Күп балалы һалдатка. Һалдатка булыу.
■ Ҡорбанғәлеләрҙең уң күршеһендә дүрт йәшлек улы менән генә Сәғиҙә исемле һалдатка тора. М. Кәрим. Һуғыш ауырлығын ирҙәрҙән кәм күрмәгән ошо һалдаткалар, Рәсәйҙең тарихи ҡатындары, награда, бүләктәр, льготалар алып өйрәнмәгән. Т. Ғиниәтуллин.
ҺАЛДАУ (Р.: острога; И.: leister; T.: zıpkın) и.
Осо ырғаҡлы бер нисә асанан торған балыҡ сәнсеү ҡоралы. □ Острога, һалдау менән алыу. Һалдау һабы. ■ [Сәлмән] Батыршаның үткер һәм һәлмәк һалдауын ҡулына алып һыуға төшөп китте. С. Шәрипов.
ҺАЛДАУЛАУ (һалдаула-) (Р.: ловить рыбу острогой; И.: spear fish; T.: zıpkınlamak) ҡ. .
һалдау менән балыҡ сәнсеү. □ Ловить рыбу острогой. Балыҡ һалдаулау.
ҺАЛДЫ (Р.: разветвлённый; И.: ramified; T.: dallı) с.
Ян-яҡҡа ҡарап тырпайып торған. □ Разветвлённый. Һалды ағас. һалды ботаҡ.
ҺАЛДЫРТЫУ (һалдырт ) ҡ. йөкм. ҡар. һалдырыу 1, 2. понуд. от һалдырыу 1, 2. Аш һалдыртып алыу.
ҺАЛДЫРЫЛЫУ (һалдырыл-) ҡ. төш. ҡар. һалдырыу 2. страд, от һалдырыу 2.
■ Аттарҙың эйәрҙәре һалдырылһын, ашар-ҙарына ла табылһын ине, — тине абыз, сискән ҡамалы тунын ҡайҙа элергә йә һалып торорға белмәйенсә тегеләй ҙә, былай ҙа боролоп. Б. Рафиҡов.
470