Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 472


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺАЛҠЫН АЛЫУ
Охлаждение. Аралар һалҡынайҙы. Мөнәсәбәттәр һалҡынайҙы.
ҺАЛҠЫН АЛЫУ (һалҡын ал-) (Р.: прохлаждаться; И.: cool it; T.: serinlenmek) ҡ.
Эҫенән һуң саф һауала тәнде һыуытыу; һыуыныу. □ Прохлаждаться, остужаться. Ашағандан һуң һалҡын алыу. Һалҡын алырға сығыу. ■ Һары ат мендем, һаҙҙар кистем, һары атҡайым һалҡын алһын тип. Халыҡ йырынан.
ҺАЛҠЫНДЫҠ (Р .: изгородь для стада; И.: kind of shelter; T.: çit) и. диал.
Ҡырҙа малды күләгәлә тотоу өсөн эшләнелгән кәртәлек. □ Изгородь для стада, сделанная для тени. Һалҡындыҡ эшләу. Малды һалҡындыҡҡа ҡыуыу, һалҡындыҡ-ҡа бикләу.
ҺАЛҠЫН ЕҘНӘЙ и. миф. ҡар. һалҡын ағай.
ҺАЛҠЫНЛАНЫУ (һалҡынлан ) ҡ. ҡар. һалҡынайыу. Көндәр һалҡынланды.
ҺАЛҠЫНЛЫҠ (һалҡынлығы) (Р.: мороз; И.: cold; sub-zero spell; T.: soğukluk) и.
1. Һыуыҡ температураның кимәле; һыуыҡлыҡ. □ Мороз, холод. Ҡыш һалҡынлығы. Һалҡынлыҡ тубәнәйеуе. ■ Ҡалаға төн менән һалҡынлыҡ килгән. С. Агиш. һыу һалҡынлығы [Мөхәмәтшаға] дәрт-дарман өҫтәне, куңелен кутәреп ебәрҙе. И. Ноғманов. Ағастарҙан төшкән куләгә еуеш тәнгә һалҡынлыҡ бирә. Я. Хамматов.
2. кусм. Күңел йылыһы булмаған, иғтибарһыҙ мөнәсәбәт. □ Равнодушие, һалҡынлыҡ курһәтеу. ■ Ябыҡ өҙонса йөҙлө, оло ғына танаулы, ә куҙҙәре сысҡандыҡылай секрәйеп торған йәмһеҙ ҡатын тәу кургәндә ук Таһирға ниндәйҙер һалҡынлыҡ менән куҙ ташлап алғайны. М. Хужин. Йөрәгеңдә һалҡынлыҡ һиҙһәм, ауыр кутәрелеп ҡарауы. М. Хисамова.
ҺАЛҠЫНСА (Р.: прохладный; И.: chilly; T.: serin) с.
Әҙ генә һалҡын; еләҫ. □ Прохладный. Һалҡынса көн. һалҡынса ел. һалҡынса урын. Ж Беҙҙең тау яғында йәйге иртәләр һалҡынса була шул. М. Кәрим. Төньяҡтан ара-тирә һалҡынса ел иҫкеләп ҡуйһа ла, офоҡта һирәкләп аҡһыл һоро болоттар аҫылынғы-
лап торһа ла, көн барыбер матур ине.
3. Биишева.
ҺАЛҠЫН ТЕЙЕҮ (һалҡын тей-) (Р.: простужаться; И.: catch a cold; T.: soğuk almak) ҡ.
Һыуыҡ тейеү, һалҡын алыу. □ Простужаться. // Простуда. Балаға һалҡын тейеу. Һалҡын тейеп ауырыу. М Өләсәһе: «Быныһы ҡарағат ҡағы, һалҡын тейгәндә сәй итеп эсерһегеҙ. Бынауы муйыл майы. .. Ә быныһы, Буранбай, һин яратҡан еләк ҡағы», — тип һөйләнә-һөйләнә, Юлдаштың сумаҙанына кустәнәстәр тултыра. 3. Биишева. [Врач:] Үпкәһенә һалҡын тейгән. Хәҙер ук госпиталгә оҙатырға, — тине. Я. Хамматов.
ҺАЛЛАНЫУ (һаллан-) ҡ. төш. ҡар. һаллау, страд, от һаллау. Һолланған ағас.
ҺАЛЛАТЫУ (һаллат-) ҡ. йөкм. ҡар. һаллау, понуд. от һаллау. Яҙғы ташҡында ағас һаллатыу.
ҺАЛЛАУ (һалла-) (Р.: плотить; И.: raft; T.: sal yapmak) ҡ.
Ағастарҙы һал итеп бәйләү, һал яһау.
□ Плотить; составлять, вязать плот. Ағас һаллау. Бурәнә һаллау. Ҙур һыуҙа һаллау. ■ [Батша һалдаттары] бер ҙур йылға буйына килеп еткәс, һал һаллап, йылға аша сыға башлағандар. Әкиәттән.
ҺАЛЛАШЫУ (һаллаш-) ҡ. урт. ҡар. һаллау, взаимн. от һаллау. Һал һаллашыу.
ҺАЛМА (Р.: лапша; И.: noodles; Т.: erişte) и.
1. Итле ашҡа һалыр өсөн йоҡа ғына итеп йәйеп, шаҡмаҡлап ҡырҡҡан сөсө ҡамыр.
□ Лапша. Һалма йәйеу. Ваҡ һалма, һалма ҡырҡыу. ■ [Ғабдулла] бер ҡыйырсыҡ икмәк менән өләсәһенең һалма киҫә торған бысағын эләктереп, болдорға сыҡҡас ҡына, Нәғимә инәй ҡайтып инде. М. Кәрим.
2. Шуны һалып бешерелгән ит ашы.
□ Суп с лапшой. Тәмле һалма. Һалма беше-реу. ■ Юлдаш та башҡалар кеуек дөйөм табаҡтан ашарға тотоноп китте, һөҙлөктә генә бешкән йоҡа һалма ла, һимеҙ һарыҡ ите лә ғәжәп тәмле ине. 3. Биишева.
3. диал. Итһеҙ һалма ашы; яйҙаҡ һалма.
□ Суп без мяса, һалма бешереу. һалма ашау. һалма һалыу. ■ [Сәйҙеямал — улына:] Ут
472