ҺАЛМАЛҒЫС
ҺАЛМАЛҒЫС (Р шумовка; И.: skimmer; T.: kevgir) и. диал.
Һалманы һурпанан һөҙөп алыу өсөн талдан үреп йәки тишекле итеп яһалған сүмес.
□ Шумовка, һалмалғыс яһатыу. Тишекле һалмалғыс, һалмалғыс менән һөҙөү.
ҺАЛМАЛЫҠТАН ТУРАУ (һалмалыҡтан тура-) (Р.: крошить; И.: mince; T.: ufalamak) ҡ. диал.
Ваҡ-ваҡ киҫәк итеп турау. □ Крошить, разрезать, разрубать (на мелкие куски). К Ҡарасай батыр тегене [Ялмауыҙҙы] йығып, һалмалыҡтан турап, өҙгәләп китте, ти. Әкиәттән.
ҺАЛМАУЫР (Р.: короткая увесистая палка для охоты; И.: hunting club; T.: avda kullanılan değnek) u.
1. Ҡош, йәнлекте һуғып ала торған ауыр, һәлмәк таяҡ (ғәҙәттә, һунарҙа ҡулланыла).
□ Короткая увесистая палка для охоты. Һалмауыр алыу. Һалмауыр һелтәү. Бүрене һалмауыр менән алыу.
2. Ауыр нәмәне күтәртә торған күҫәк; алма (II). □ Рычаг (для подъёма тяжести, на упорной точке). Һалмауыр алыу. Һалмауыр менән күтәреү. Я Киң яурынлы, әзмәүерҙәй йәш егет һалмауыр алып торманы, әллә сәмләнеп, әллә асыуланып, бүрәнәнең бер яҡ башынан күтәрҙе лә ситкә ырғытты. Н. Мусин.
ҺАЛМАУЫРҘАР (Р .: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan name; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ара исеме. □ Название родового подразделения башкир. Һалмауырҙар араһы шәжәрәһе.
ҺАЛМАУЫРЛАУ (һалмауырла ) (Р.: кинуть; И.: fling; T.: atmak) ҡ.
1. һалмауыр, таш менән киҙәнеп һуғыу.
□ Кинуть, бросить, прицельно бить (палкой, камнем). Я Ата-әсәйем мине ҡырға бирҙе, һалмауырлап бәргән таш кеүек. Халыҡ йырынан. Таш менән теге мәлғүнде [йыланды] һалмауырлап ебәргәйнем, .. ялпайҙы ла ҡуйҙы. Әкиәттән.
2. күсм. Туҡмау. □ Бить, лупить, колотить кого-л. Таяҡ менән һалмауырлау. Кемделер һалмауырлайҙар. Я [Солтанғәле — Тәйзул-
лаға:] Килгән кешенең үҙен һалмауырла. Был яҡҡа ебәрмәҫкә тырыш. Я. Хамматов.
һ АЛ М АҺЫР (Р.: четырёхугольный узор на пуховом платке; И.: sort of rectangular pattern; T.: dörtgen desen) и. диал.
Дебет шәлгә төшөрөлгән дүрткел биҙәк.
□ Четырёхугольный узор на пуховом платке. һалмаһыр һалыу, һалмаһыр төшөрөлгән шәл. һалмаһыр биҙәген бәйләү.
ҺАЛМЫШ I (Р.: хмельной; И.: tipsy; T.: sarhoş) с. һөйл.
Иҫерткес эсемлек эскән. □ Хмельной, подвыпивший. Һалмыш ир. Һалмыш ҡоҙа. Саҡ ҡына һалмыш. Я Юл ҡағиҙәләре үҙгәреп, һалмыш килеш машинаға ултырғандарға ҡарата закон көндән-көн ҡатыланып тора. «Башҡортостан», 6 ноябрь 2015.
ҺАЛМЫШ II (Р .: подарок невесты родственникам жениха; И.: kind of bride’s present; T.: gelinin hediyesi) и. диал.
Килендең егет нәҫеленә һалған бүләге.
□ Подарок невесты родственникам жениха. Ҡыҙҙың инәһе һалмыш әҙерләй. Килен һалмыш һала.
ҺАЛПАЙТЫУ (һалпайт-) (Р.: развесить;
И.: lop; drape; T.: sarkıtmak) ҡ.
Түбәнгә һалындырып төшөрөү. □ Развесить что. Ҡолаҡты һалпайтыу. Иренде һалпайтыу. Я Йомғаҡ арт аяҡтарына ултырҙы, ҡулдарын күтәреп, ҡыҙыл телен оҙон итеп сығарҙы ла, ҡолаҡтарын һалпайтып, аҡыллы, шаян күҙҙәрен көлдөрөп, берсә Ҡыҙырасҡа, берсә Тарифҡа боролоп ҡараны. 3. Биишева.
ҺАЛПАЙЫУ (һалпай-, һалпая) (Р.: повисать; И.: dangle; droop; T.: sarkmak) ҡ.
Аҫҡа һалынып төшөү; һалбырау. □ Повисать, обвисать; повиснуть, һалпайып тороу. Итәк һалпайыу. Япма һалпайып төшкән.
ҺАЛПАЙЫШЫУ (һалпайыш-) ҡ. урт. ҡар. һалпайыу, взаимн. от һалпайыу. Ҡолаҡтары һалпайышып төшкән.
ҺАЛПАҠ с. диал. ҡар. һалпы 1. Һалпаҡ ҡолаҡ.
ҺАЛПАҠТАЙ БУЛЫУ (һалпаҡтай бул-) ҡ. ҡар. хәлһеҙләнеү. Һалпаҡтай булыу ялҡытты инде. Һалпаҡтай булып тик йөрөй.
474