ҺЕРЕЛӘНЕҮ
лә ҡиммәт хаҡ түләнем: ҡатыным менән ҡыҙымды юғалттым. И. Ноғманов. Иптәштәре, яңылышҡанмын, хатамды таныйым, тип баш һалып барырға кәңәш иткәйне лә, был [Морат] һерелеген еңә алманы. Р. Солтангәрәев.
ҺЕРЕЛӘНЕҮ (һерелән-) (Р.: становиться выносливым; И.: become hardy; T.: dayanıklı olmak) ҡ. диал.
1. Түҙемлегә, сыҙамлыға әйләнеү. □ Становиться выносливым. Ауырлыҡтан һереләнеү. Һыр бирмәй ул хәҙер, һереләнде.
2. Кешене тыңламау, үҙһүҙләнеү. □ Упрямиться, становиться упрямым. Үҙенсә генә эшләп һереләнә. Бала кеүек һереләнмә!
ҺЕРЕНТЕҮ (һерент-) (Р.: стареть; И.: grow old; T.: kağşamak) ҡ.
Яраҡһыҙ, булдыҡһыҙ хәлгә килеү, ҡаҡшау, бәлтерәү. □ Стареть, дряхлеть. М Ҡуйы ағастар араһынан һерентеп бөткән ҡарттар, әбейҙәр сыҡты. Ғ. Ибраһимов.
ҺЕР ИТЕҮ (һер ит-) (Р.: разрешать; И.: allow; T.: izin vermek) ҡ. диал. ҡар. рөхсәт итеү.
Нимәгәлер ризалыҡ биреү. □ Разрешать, позволять. Н һер иткәнде лә көтмәйенсә итте һоғона башланылар. Ғ. Ишбулатов.
ҺЕРКЕЛДӘҮ (һеркелдә-) (Р.: вздрагивать; И.: start; shudder; T.: seğirmek) ҡ. диал.
1. Ҡурҡып тертләү; һиҫкәнеү. □ Вздрагивать, пугаться. Н Ахундың күңеле һеркелдәп, тағы йөрәге жыу итеп ҡалды. Р. Өмөтбаев. Йөрәгем һеркелдәп ҡуйҙы, ҡапыл күҙем асылып киткәнен тойҙом: әсәйемде алып китергә уйлаша был ағай, ниәте мацлайына яҙылған! Г. Яҡупова.
2. Борсолоу, өҙгөләнеү. □ Беспокоиться. Бала өсөн күңелем һеркелдәй. ■ Ҡапыл-ҡара һеркелдәгән Куприяндың тыныслығы бөттө. И. Ноғманов.
ҺЕРКӘ I (Р.: уксус; И.: vinegar; T.: sirke) и.
1. Әсе, ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡлыҡ (аш-һыуҙа ҡулланыла). □ Уксус. Аш һеркәһе. Һеркә кислотаһы. Һеркә ҡушыу. ■ Ҡыҙҙар шашлыҡ ҡыҙҙырыу өсөн ит тураны, уны һеркәгә һалып тәмләндерҙе, егеттәр был турамдарҙы тимер сымға теҙә башланы. М. Садиҡова.
2. этн. Шыттырылған арпаны ҡайнатып, бал менән әсетелеп, дауа итеп ҡулланылған шыйыҡлыҡ. □ Средство от фурункулов: готовится из проросшего ячменя, перебродившего в меду. Һеркә әҙерләү, һеркә менән дауаланыу, һеркәне сиҡан, шешек сыҡҡанда әсәләр.
ҺЕРКӘ II (Р.: гнида; И.: nit, cnim; T.: sirke) и.
Беттең йомортҡаһы. □ Гнида. М Яҡыныраҡ барып ҡараһаң, [Васильевтың] һәр бер сәс бөртөгөндә ваҡ ҡына төймәләр кеүек теҙелгән бет, һеркәләр йәбешкән булалар. Д. Юлтый.
ҺЕРКӘ III (Р.: пыльца; И.: pollen; T.: çiçek tozu) и. бот.
Сәскәле үҫемлектәрҙең ваҡ ҡына аталыҡ орлоҡтарының йыйылмаһы. □ Пыльца, һеркә көпшәһе. Һеркә күҙәнәге. Һеркә юлы. Һеркә тоҡсайы. ■ Крәҫтиәндәр һеркәләрен ҡойоп, тулҡынланып үҫкән һарут баштарын ҡулдарына алып һоҡланып ҡуйҙылар. А. Таһиров. Йорт нигеҙендәге бал ҡорттары безләшеп бер туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ ем-бал артынан оса, икенселәре кескәй боттарына һеркә тейәп ояларына ҡайта. Ғ. Хөсәйенов.
♦ һеркәһе һыу күтәрмәй тәнҡит, шелтәне ҡабул итә белмәгән, үпкәсел. □ Обидчивый. доел. Его пыльца не терпит воды. Ш Мөхәмәттең һеркәһе һыу күтәрмәй. Р. Байбулатов.
ҺЕРКӘ IV (Р.: медовуха; И.: mead; T.: bal likörü) и. диал. ҡар. бал II.
Балдан әсетеп яһалған эсемлек. □ Медовуха. Һеркә әсетеү. Һеркә эсеү. Ҡөслө һеркә.
ҺЕРКӘЛЕ I (Р.: уксусный; И.: acetic, vinegar; T.: sirkeli) с.
һеркә (I, 1) ҡушылған. □ Уксусный, с уксусом. ■ Сәйнүктәге юшҡынды һеркәле һыуҙа ҡайнатып бөтөрөргә була. «Йәшлек», 3 апрель 2010. Асыҡҡан килеш майонезлы, һеркәле ризыҡ ашамағыҙ. «Йәшлек», 5 апрель 2013.
ҺЕРКӘЛЕ II (Р.: с гнидами; И.: with nits, having nits; T.: sirkeli) с.
һеркәһе (II) булған, һеркәләгән. □ С гнидами, вшивый, һеркәле баш. һеркәле сәс.
528