ҺЕРПӘЙЕҮ
■ Килен алырға килгән ҡоҙағыйҙың ике һамайы һеркәле. Сеңләүҙән.
ҺЕРКӘЛЕК (һеркәлеге) (Р.: пыльник;
И.: anther; T.: anter) и. бот.
Сәскәле үҫемлектәрҙең һеркә (III) барлыҡҡа килтергән өлөшө. □ Пыльник. Сәскә уртаһындағы һеркәлек. Бер нисә һеркәлеге булған сәскә.
ҺЕРКӘЛӘНДЕРЕЛЕҮ (һеркәләндерел-) ҡ. төш. ҡар. һеркәләндереү, страд, от һеркәләндереү. Һеркәләндерелгән арыш. Ялан сәскәләре бөжәктәрҙән һеркәләндерелгән.
ҺЕРКӘЛӘНДЕРЕҮ (һеркәләндер-) (Р.: опылять; И.: pollinate; T.: polenlemek) ҡ.
Үҫемлектәрҙе һеркә (III) менән аталандырыу; һеркәләтеү. □ Опылять. Яһалма һеркәләндереү. ■ Бал ҡорто һеркәләндермәй сәскә лә атмай, емеш тә бирмәй бит [үҫемлек]. Ғ. Хөсәйенов. Таң алдынан, күкрәп, йәшнәп, бик шәп ямғыр ҡойоп үткәнлектән, беҙ был көндө иртән арыш һеркәләндерергә барманыҡ. Р. Ғабдрахманов.
ҺЕРКӘЛӘНЕҮ (һеркәлән-) (Р.: опыляться; И.: be pollinated; T.: polenlemek) ҡ.
һеркә (Ш) менән аталаныу. □ Опыляться.
■ Ҡылсыҡһыҙ бойҙай баш сығарып һеркәләнгән, көнбағыштар ҙа көр, .. сәскә атҡан урындар ҙа бар. А. Таһиров. Соҡор урында иген һабаҡҡа бик шәп үҫә. Ләкин иртә йығыла, шул арҡала йүнләп һеркәләнә алмай һәм башағы бик йоҡа була. Ә. Вәли.
ҺЕРКӘЛӘТЕҮ I (һеркәләт-) (Р.: завести гнид; И.: bring nits; T.: sirkeli olmak) ҡ.
Һеркәлегә (II) әйләндереү, һеркәле итеү. □ Завести гнид, вшей. Башты һеркәләтеү.
ҺЕРКӘЛӘТЕҮ II (һеркәләт-) ҡ. ҡар. һеркәләндереү. Арышты һеркәләтеү, һеркәләтеп сығыу, һеркәләтә башлау.
ҺЕРКӘЛӘ УЛТЫРЫУ (һеркәлә ултыр-) (Р.: цвести; И.: blossom; T.: çiçek vermek) ҡ.
Үҫеү осоронда ваҡ ҡына сәскәләр сығарыу (игендәргә ҡарата). □ Цвести (о хлебных злаках). Н Арыштар һеркәлә ултыра, һабан ашлыҡтар ҙа күптән ер ябып, быуынға һикерә башланы. Ғ. Шәрипов.
ҺЕРКӘЛӘҮ (һеркәлә-) (Р.: завшиветь; И.: be infested; T.: sirkeli olmak) ҡ.
Бет йомортҡалары үрсеп, һеркәлегә әйләнеү; һеркәле булыу; бетләү. □ Завшиветь, заводиться (о гнидах). Сәсем һеркәләне. Һеркәләгән баш. Һеркәләй башлау.
ҺЕРКӘ ОСОРОУ (һеркә осор ) (Р.: рас пространять пыльцу; И.: spread pollen; T.: polenlemek) ҡ.
Үҫемлектәрҙең орлоҡланыу өсөн һеркә ҡойоуы (игендәргә ҡарата). □ Распространять пыльцу (о злаковых). ■ Ашлыҡтар, ваҡыты еткәс, баш ҡоҫто, һеркә осорҙо, ем алды. Ш. Янбаев. Алыҫта арыш баҫыуы өҫтөндә ап-аҡ томан йөҙә — арыш һеркә осора. Т. Килмөхәмәтов, һыу өҫтәрендә тирбәлеп, томбойоҡ сәскә ата, баҫыуҙарҙа күкшел арыштар, талғын ғына тулҡынланып, һеркә осора. Р. Ғабдрахманов.
ҺЕРКӘС (Р.: тычинка; И.: stamen; Т.: ercik) и. бот.
Сәскәлә аталыҡ органы. □ Тычинка. Ләлә һеркәсе. Биш һеркәсле сәскә, һеркәс һабы. ■ Сәскәләре ваҡ, яңғыҙар, һабаҡ ботаҡтарының төбөндә урынлашҡан: ата сәскәләр — бер һеркәс һәм көпшәле сәскә эргәлеге, инәләре — емешлек менән, сәскә эргәлеге юҡ. «Башҡортостан энциклопедияһы»нан.
ҺЕРКӘС ЯПРАҒЫ и. бот. ҡар. һеркәс. Сәскәнең уртаһында бер нисә һеркәс япрағы бар.
ҺЕРКӘ ҮЛӘНЕ (Р.: пастушья сумка; И.: caseweed; T.: çobançantası) и. диал. ҡар. көтөүсе муксаһы.
Кәбеҫтә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған өскөл ҡуҙаҡлы бер йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Пастушья сумка (лат. Cap sella). һеркә үләне сәскәһе. Һеркә үләнен йыйыу. Һеркә үләне менән дауалау.
ҺЕРПЕ (Р.: торчащий; И.: sticking; Т.: çıkık) с. диал.
Тырпайып, ҡалҡып сығып торған. □ Торчащий. Һерпе ҡыуаҡ, һерпе-һерпе күбәләр күренә.
ҺЕРПӘЙЕҮ (һерпәй-) ҡ. диал. ҡар. һерәйеү. ■ Ауылды уҙғас, тағы ҡыйғыр ялан китә... Һерпәйеп ултырып ҡалған ҡамылдар, йәм-йәшел ужымдар. Ж. Кейекбаев. Бөтә көсөмдө түгеп, тегендә, бында һерпәйеп,
529