ҺЕРПӘК
сыбаланып ятҡан көнбағыш һабаҡтарын тырма менән йыям. Д. Юлтый.
ҺЕРПӘК (һерпәге) и. һөйл. ҡар. һәрпәк.
Ауыр һерпәк. Һерпәк менән утын ярыу.
ҺЕРӘ (Р.: назойливый; И.: nagging; officious; T.: sırnaşık) с. диал. ҡар. бәйләнсек.
Кешегә бәйләнеп йөҙәтеүсән. □ Назойливый, навязчивый. Һерә бала. Һерә булып йөрөу. Һерә кеше.
ҺЕРӘЙЕҮ (һерәй-) (Р.: торчать; И.: stick out, up; T.: sırıtmak) ҡ.
Башҡа нәмәләрҙән айырылып ҡалҡып, бейек булып тороу; тырпайыу. □ Торчать, выступать. ■ Баҡсаларға ултыртылған алмағастар япраҡһыҙ яланғас көйгә һерәйеп кенә ултыралар. С. Агиш. Ҡаҙыҡтар, уларҙың оҙон һәм аҙаплы юлдарының һуңғы маяғы һымаҡ, һерәйеп ултырып ҡалды. Б. Бикбай. Ауылдарҙың һалам башлы өйҙәре араһынан өҫкә сығып һерәйеп торған ҡойо бағаналары мәҙрәсәлә уҡыған мәнжәникте иҫкә төшөрҙө. М. Ғафури.
ҺЕРӘЙЕШЕҮ (һерәйеш-) ҡ. урт. ҡар. һерәйеү, взаимн. от һерәйеү. ■ Малайҙар өсәуләшеп ишек янында һаман һерәйешеп тора бирҙе. Р. Байбулатов. Купер урынында бағаналар ғына һерәйешеп тора ине. Ш. Хажиәхмәтов. Һөрөмгә буялып һерәйешкән ярым емерек балсыҡ мейестәр ошо ҡот осҡос куренешкә уғата шом өҫтәп, куңелдәрҙе өшөтә. И. Ноғманов.
ҺЕРӘЙТЕҮ (һерәйт-) (Р.: топорщить;
И.: make bristle; T.: diken diken kabartmak) ҡ.
Өҫкә ҡалҡытыу; тырпайтыу. □ Топорщить, выставлять. ■ Мәсәғут, һуп бармағын һерәйтеп, уң ҡулын өҫкә кутәрҙе. Б. Рафиҡов. Улан полкының ике эскадроны урман ауыҙынан сығып, ҡылыстарын яланғасландырып, һөңгөләрен һерәйтеп сабып ҡаранылар. А. Таһиров.
ҺЕРӘНЛӘК (һерәнләге) (Р.: бездельник;
И.: loafer; T.: avare) и.
Кешенең күҙ алдында эшһеҙ, маҡсатһыҙ тик йөрөгән кеше. □ Бездельник. Һерәнләк булып йөрөу. һерәнләктәрҙе өнәмәйҙәр.
ҺЕРӘНЛӘТЕҮ (һерәнләт-) (Р.: носить без надобности; И.: flaunt; T.: gereksiz yere götürmek) ҡ.
Күҙ алдында йөрөтөү, буштан-буш күҙгә күрһәтеү. □ Носить без надобности; выставлять напоказ. ■ Кустәнәскә бал килтергәйнем уҙеңә, һерәнләтеп, бында уҡ әпкилеп йөрөмәнем, ҡунаҡхананан инеп алырһың, — тине [Ҡотлоғужа — мировойға]. Н. Мусин. [Карт — Зәкигә:] Йыйып ҡуй тиҙерәк шул нәмәңде [наганды], ашыҡмы ни ул, һерәнләтеп йөрөтөргә. С. Агиш.
ҺЕРӘНЛӘҮ (һерәнлә-) (Р.: болтаться без дела; И.: dangle around; T.: sürtmek) ҡ.
Кешенең күҙ алдында эшһеҙ, сәбәпһеҙ сыуалыу, йөрөү. □ Болтаться без дела, шляться, шататься. ■ Юл ыңғайы туҡтаған урындарҙа уҙенең ҡайҙа китеп барыуын әйтеп, артыҡ һерәнләп йөрөуҙе кәрәк тапманы Алдарбай. Н. Мусин. Эргәһендә итек таҙартыусы бутән малайҙар һерәнләмәһен өсөн, Салих итек таҙартыу хаҡын юрый кәметә. X. Мохтар.
ҺЕРӘҮ I (Р.: сырой; И.: uncooked; T.: çiğ) с. диал.
1. Бешеп етмәгән; сейле-бешле, ҡаты. □ Сырой, недопечённый, недоваренный. Һерәу бутҡа, һерәу икмәк, һерәу ит.
2. Тейешенсә эшкәртелмәгән; төйөрлө, эре. □ Комковатый; плохо молотый. Оно һерәу булған.
3. кусм. һыуыҡ, сасҡау. □ Холодный, морозный. Һерәу көн. Һерәу мәл. Төн һерәу булды.
ҺЕРӘҮ II с. диал. ҡар. һере 2. Һерәу бала. Һерәу булыу.
ҺЕРӘҮЛӘНЕҮ (һерәүлән-) (Р.: недовариться; И.: be undercooked; T.: yarı pişmiş olmak) ҡ.
Һерәүгә (I) әйләнеү, сей булыу. □ Недовариться, недопечься. ■ [Рәхимә:] Ҡаҙаны ҡайнамай тора бит, ите һерәуләнә лә баһа инде. һ. Дәүләтшина.
ҺЕРӘШ с. диал. ҡар. һере 2. Холҡо һерәш уның, кешене тыңламай.
ҺЕҮ (Р.: давай!; И.: hup!; T.: haydi!) ымл.
Нимәлер эшләгәндә көс биреү, дәртләндереү өсөн әйтелгән һүҙ. □ Давай!, гей!, гоп! (междометие, употребляемое для подбадривания, поднятия духа). ■ Марат ағай ҡасау менән балтаһын тотҡан да: «Әйҙә, мырҙа,
530