ҺИБЕЛЕҮ
hey әйҙәшергә», — ти. Ғ. Хисамов. Таһир .. көрәгәне ашъяулыҡ уртаһына дөңк иттереп килтереп ултыртҡайны, йәнә бер куңелле геуләшеп алдылар: «Һеу бәрәкәт!» Н. Мусин.
ҺЕҮЛӘҮ (һеүлә-) (Р.: воодушевлять; И.: inspire; T.: coşturmak) ҡ.
Көс, дәрт биреп ҡысҡырыу. □ Воодушевлять, подбадривать возгласом. ■ Егермеләп кеше ҡайҙандыр оҙон бер бурәнә кутәреп килтерҙе һәм шул бурәнә менән сигенә биреп, һеуләп, келәттең ишеген төкөтөргә тотондолар. Ж. Кейекбаев. Ҡайҙалыр ҡаланың ситендә барабан ҡағалар, саз уйнайҙар, ҡапыл-ҡапыл гөрләп, һеуләп ҡысҡырған тауыштар ишетелеп ҡуя. А. Таһиров.
ҺЕҮМӘҘӘТ (Р.: ну-ну!; И.: there there!; T.: haydi!) ымл.
1. Хуплау, дәртләндереү өсөн әйтелгән һүҙ. □ Ну-ну! (междометие, употребляемое для подбадривания, поднятия духа), һеумә-ҙәт, яҡшы йырлайһың!
2. Ныҡ аптырағанда, ғәжәпләнгәндә әйтелгән һүҙ. □ Ба; вот те раз! (выражает удивление). Һеумәҙәт, ҡунаҡтар килеп тә төшкән!
ҺЕҮӘН I (Р.: стремнина; И.: rapids; T.: ivinti yeri) и.
Йылғаның ағын урыны; шаршы. □ Стремнина, быстрина (на реке). Һеуәнгә эләгеу. һеуәнгә төшөу. М [Йылға] тауҙарҙы ярып, һеуән ерҙәрендә шаршылап ярһып аға ла тигеҙлектәргә .. килеп сыға. Ғ. Хөсәйенов. Һыу ағымына эләккән һары япраҡтар бер урында өйөрөлә-өйөрөлә лә ҡапыл, яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәй, һеуән иркенә бирелеп, ихтыярһыҙ сәфәргә йунәлә. Ә. Хәкимов.
ҺЕҮӘН II (Р.: морда; И.: fish-trap; Т.: sepet) и. балҡ.
1. Шаршыға ҡуя торған йәлдәүһеҙ мурҙа. □ Морда, верша. Һеуән ҡуйыу. Һеуәнгә аулау. Һеуән уреу.
2. Тотҡан балыҡтарҙы һала торған бәләкәй кәрзин. □ Садок, корзина (для хранения выловленной рыбы). Һеуәнгә һалыу. Һеуән әҙерләу.
3. диал. Мурҙаның ауыҙы, йәлдәү. □ Горловина верши. Һеуәне ҙур мурҙа.
ҺЕ-ҺЕ (Р.: ха-ха; И.: ha ha; T.: kah kah) ымл.
Бик ҡәнәғәт булып йәки мыҫҡыл итеп көлгәнде белдергән һүҙ. □ Ха-ха (выражает одобрение или самодовольный, язвительный смех). ■ Йомағужа ҡарт ҡына ара-тирә: «Һе-Һе. Улай тиһегеҙ икән! Һе-Һе!» — тип ҡуйғыланы. Ә. Вәли.
ҺИ (Р.: фи; И.: pish! pshaw!; T.: püf!) ымл.
һанға һуҡмауҙы йәки маһайыуҙы белдергән һүҙ. □ Фи (выражает уничижение, высокомерие, зазнайство). Я һи, шыттыраһығыҙ, Тимербәк Кәлимуллович, — тине Тимур. Й. Солтанов, һи, быны тиҙук һуғып бирәм һиңә, ҡоҙаса, Нурия, нур эйәһе, — тине Хәйрулла ағай, ике киртләсле яҫы асҡысты әйләндергеләп ҡарағас. Г. Яҡупова.
ҺИБЕЛДЕРЕҮ (һибелдер ) (Р.: рассеять; И.: dispel, scatter; T.: serpmek) ҡ.
Таратып туҙҙырыу. □ Рассеять, разбросать, рассыпать. ■ Унда-Һанда ғына килеп бәрелгән һауа тулҡындары аҡ ҡайындарҙың алтын япраҡтарын ергә һибелдерәләр. С. Ҡудаш. Фазыл, башын сайҡап, сәсен артҡа һибелдереп ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
ҺИБЕЛЕҮ (һибел-) ҡ.
1. төш. ҡар. һибеү, страд, от һибеү.
■ Таҙа ҡом һибелгән юлдарҙан бер ус ҡом ситкә китмәгән. С. Агиш. Фараның тар ярығынан һибелгән ут Фаркаштың машинаһын яҡтыртты. И. Абдуллин. Үҫмерҙәр ҙур ғына майҙанға һибелгән умарталар артынан өй эргәһенә килгәндә, берәу ҡорт ябып маташа ине. Р. Байбулатов.
2. Бөртөкләп, туҡтауһыҙ төшөп тороу, күп булып ҡойолоу. □ Сыпаться, рассыпаться. ■ Кукһел тон яҡтыһында .. ер өҫтөнө ҡырпаҡ-ҡырпаҡ ҡар бөртөктәре һибелә. Р. Байбулатов. Ер өҫтөнә ел ыңғайына өҙөп-өҙөп сәсмә тамсылар һибелде. Д. Бүләков.
3. Бер урындан сығып таралыу, бөркөлөү (нур, яҡтылыҡ һ.б. ҡарата). □ Литься, рассеиваться; распространяться. М Аралыҡтан бәреп сыҡҡан утлы кәлтә, иҫкәрмәҫтән бауы өҙөлгәндәй, ҡапыл ғына таралып китте лә, шифалы нур булып, ергә һибелде. Ә. Байрамов. Ҡояш нурҙары һибелеп киткәс, Брах-
531