ҺИБЕЛМӘ
мапутраның йөҙө бөтөнләй башҡаса булып күренде. Ә. Бикчәнтәев.
4. Төрлө якка туҙып таралыу, сәселеү.
□ Посыпаться, рассыпаться. Һибелеп китеу.
■ Әлмираның ҡулындағы бер нисә кәрт иҙәнгә һибелде. Р. Байбулатов. Дағалы тояҡтар менән сатҡыланған балсыҡ киҫәктәре тирә-яҡҡа һибелде. Ә. Байрамов. Төп йортта йәшәусе килен өҫтәл йыйыштырып йөрөй ине, ҡулындағы ҡалаҡ-сәнскеләр иҙәнгә төшөп китеп, тырым-тырағай һибелде. Г. Бүләкбаева.
5. Туҙып таралып төшөү, таралыу (сәскә ҡарата). □ Растрепаться, разметаться.
■ [Айбулаттың] ҡара ҡуйы сәстәре туге-леп маңлайына һибелделәр. Һ. Дәүләтшина. [Анна Ивановнаның] сәс бөҙрәләре, елгә һибелеп, йәнәшәлә генә атлаған Рәшиттең битенә һәм муйынына килеп бәрелделәр. Д. Исламов.
6. Нимәнеңдер эсенән түгелеү (шыйыҡлыҡҡа ҡарата). □ Проливаться; разбрызгиваться. Һыу һибелде. Биҙрәләге һөт һибелеп китте. ■ Мохаянов, асыуланып, өҫтәлгә йоҙроғо менән шундай ҡаты итеп һуҡты, хатта һауыттағы ҡара сәсрәп китеп, тәҙрәгә һибелде. Н. Мусин. Яранан сәсрәгән ҡан стенаға һибелде. X. Тапаҡов.
ҺИБЕЛМӘ I (Р.: россыпь; И.: placer; T.: alüvyon) и.
1. геол. Составында файҙалы (алтын, алмас һ. б.) минералдарҙың бөртөктәре, ваҡ киҫәктәре булған ултырма. □ Россыпь. Алтын һибелмәһе. Руда һибелмәһе.
2. Нимәнеңдер таралған, һибелгән бөртөктәре, өлөштәре. □ Россыпь. Таштар һибелмәһе. Аҡбур һибелмәһе. ■ Аяҙ август кугендәге йондоҙҙар һибелмәһе бөтә куркәм-легенә емелдәшә ине инде. Д. Исламов.
ҺИБЕЛМӘ II (Р.: россыпный; И.: crumbly; T.: alüvyon) с.
1. геол. Составында файҙалы минералдарҙың бөртөктәре, ваҡ киҫәктәре булған.
□ Россыпный. Һибелмә ятҡылыҡ. ■ [Еәйзул-ла:] Руда бар, руда табылыр! Һис юғында, һибелмә алтын ятҡылыҡтарын табасаҡбыҙ. Я. Хамматов. XIX быуатта Таналыҡ йылғаһы буйҙарында һибелмә алтын ятҡы
лыҡтары табылыу менән ауыл икенсе һулышын ала. «Һаҡмар», 19 декабрь 2013.
2. Таралып, ыуалып киткән, сәселгән. □ Рассыпчатый; рассыпной. Тау итәктәре һибелмә таш менән ҡапланған. Куктә һибелмә йондоҙҙар емелдәй.
ҺИБЕҮ (һип-) (Р.: сыпать; И.: strew; scatter; T.: serpmek) ҡ.
1. Өҫтән сәсрәтеп һирпеү (ваҡ, бөртөклө нәмәне). □ Сыпать, посыпать. ■ Сәкинә килеп кергәндә, Сабир аҙбар алдында тауыҡтарға ем һибеп йөрөй ине. Р. Ғабдрахманов. Ҡар аҫтынан йыйылған һалам, быҡтырып уҡ булмаһа ла, эҫеләтеп бирелә. Аҙыраҡ тоҙ ҙа һипкәс, малдар яратып ашай. Яр. Вәлиев. Ҡарсыҡ .. янсыҡтағы йәшкелт йомро таштарҙы балаҫҡа һибеп ебәрҙе. Т. Ғарипова.
2. Төрлө яҡҡа таратыу, бөркөү (нур, яҡтылыҡҡа һ. б. ҡарата). □ Рассеивать, лить, проливать (свет и т. д.). ■ Ҡояш инде һул-пәнләнә төшкән нурҙарын шыршы баштарына, «Ете батыр» ҡаяларына һипте лә иртәгәгә тиклем тауҙар артына төшөп юғалды. И. Абдуллин. Нурихановтың ҙур йорто бөгөн бөтә һигеҙ тәҙрәһенән дә кәлтә-кәлтә яҡтылыҡ һибә ине. Д. Бүләков.
3. Сәсрәтеп, өҫтән түгеү, ҡойоу (шыйыҡ нәмәне). □ Поливать, брызгать. М Азамат, өйгә кереу менән, оҙаҡ уйлап тормайынса, ағаһының өҫтөнә бер оло сумес һыу һипте. Ә. Бикчәнтәев. Хәйрулла .. ҡатындарҙың береһенең ҡулындағы һыулы биҙрәне эләктереп алып утҡа һипте. Д. Бүләков.
♦ Боҙло (йәки һалҡын) һыу һипкән һымаҡ ҡапыл һиҫкәнеп китеүҙе белдергәндә ҡулланыла. □ соотв. Как холодной водой окатить. Н Ишекте «бисмилла» итеп асып ҡараһа ла, быҫҡаҡлап-һибәләп яуған яуында кәртәләге һыйырҙарҙың бөршәйешеп, мөңө-рәнеп тороуҙары Һылыуҙың йөрәгенә боҙло һыу һипкән һымаҡ булды. Т. Йәнәби. Әлеге һуҙҙәр Тимашевка башынан аша боҙло һыу һипкәндәй тәьҫир итте. И. Ноғманов.
ҺИБЕШЕҮ (һибеш-) ҡ. урт. ҡар. һибеү. взаимн. от һибеү. Ем һибешеу. Ҡом һибе-шеу. ■ Мария иртәнән бирле һыу буйында Малышевтың ҡыяр, кәбеҫтә, кишерҙәренә һыу һибеште. А. Таһиров.
532