ҺИҘГЕР
ҺИБӘ и. диал. ҡар. һебә. һибә алыу. Һибә таратыу. Һибә өсөн көрәшеү.
ҺИБӘЛӘҮ (һибәлә-) (Р.: накрапывать; И.: drizzle; T.: sepelemek) ҡ.
Ваҡ ҡына тамсы йәки бөртөк рәүешендә еңелсә әҙләп кенә яуыу. □ Накрапывать, моросить. М Быҫҡаҡлап ямғыр һибәләй башланы. А. Абдуллин. Кистән һибәләй башлаған ҡар ер өҫтөн ҡалын ҡырпаҡ менән ҡаплаған. Б. Бикбай. Тышта үҙәккә утеп бөткән ваҡ куҙле быҫҡаҡ ямғыр өҙлөкһөҙ һибәләй ҙә һибәләй. Н. Мусин.
ҺИГЕҘ (Р.: восемь; И.: eight; T.: sekiz) төп һ.
1. Етенән һуң килгән һан; 8, VIII цифрҙарының исеме. □ Восемь. Һигеҙгә икене ҡушыу. Һигеҙгә тиклем һанау. Һигеҙ һаны.
2. Кемдеңдер йәки нәмәнеңдер 8-гә тиң иҫәбе. □ Восемь. М Данир менән Ғамил ситкә китмәне, курше Мөрсәләй ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә барҙы. Р. Байбулатов. Солтанға һигеҙ йәш тулғанда, Ғарифулла ағай, бөтә ғаиләһен алып, Өфөгә, производствоға китте. Ә. Байрамов.
3. миф. Күплекте белдереүсе сакраль һан. □ Восемь (в мифологии употребляется в значении множества). М Һигеҙ ҡыҙ тапҡан ҡатынға һигеҙ ожмах ишектәре асыҡ булыр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺИГЕҘАЯҠ (һигеҙаяғы) (Р.: осьминог;
И.: octopus; T.: sekizkollu) и. зоол.
Әкәм-төкәмдәр ғаиләһенә ингән оҙон һигеҙ һәрмәүесле диңгеҙ йәнлеге. □ Осьминог (лат. Octopus vulgaris). Һигеҙаяҡ һәрмәүестәре. Һигеҙаяҡ аулау. Һигеҙаяҡ ите.
ҺИГЕҘГҮҘ (Р.: крестец; И.: sacrum; T.: kuyruk kemiği) и. анат.
Умыртҡа һөйәгенең оса һөйәгенә тоташҡан иң аҫҡы өлөшө. □ Крестец. Һигеҙгүҙ һөйәктәре. Һигеҙгүҙен имгәткән. ■ Бил, һигеҙгүҙ әлкәһендә һәм эстең түбәнге өлөшөндә бөйөрҙөң, арҡа мейеһенең, енес ағзаларының эшмәкәрлеген тәьмин иткән нервылар һәм ҡан тамырҙары тупланған. «Башҡортостан», 11 апрель 2013.
ҺИГЕҘЕНСЕ (Р .: восьмой; И.: the eighth; T.: sekizinci) рәт һ.
Урын тәртибе 8 менән билдәләнгән.
□ Восьмой. М Һигеҙенсе класс уҡыусыларының түҙемһеҙлек менән көткән тантаналы көнө килеп етте. Р. Байбулатов, һигеҙенсе март көндө Иркә төштән һуң эшкә барманы. Ә. Вәли. Һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуа инде Ғәйникамал инәй. Яр. Вәлиев.
ҺИГЕҘЕНСЕ ОЖМАХ (Р.: восьмое не бо рая; И.: the eighth heaven; T.: sekizinci cennet) и. миф.
Ожмахтың иң юғары ҡаты. □ Восьмое небо рая. һигеҙенсе ожмах — пәйғәмбәрҙәр ожмахы, унда бик яҡшылар ғына керә.
ҺИГЕҘЕШӘР (Р.: по восемь; И.: by eight; T.: her biri sekiz olan) бүл. һ.
һәр береһе һигеҙгә тиң. □ По восемь. Һигеҙешәр бүлеү. Һигеҙешәр алма. ■ «Себер» — икенсе, «Авангард» менән «Салауат Юлаев», һигеҙешәр мәрәй яулап, өсөнсө-дүртенсе урынды бүлешә. «Йәшлек», 21 сентябрь 2010.
ҺИГЕҘЛӘП (Р.: около восьми; И.: about eight; T.: sekiz civarında) сама һ.
һигеҙ тирәһе, һигеҙгә яҡын. □ Около восьми. Һигеҙләп бала килде. Һигеҙләп кеше йыйылды. Һигеҙләп кило он алдыҡ.
ҺИГЕҘӘР бүл. һ. ҡар. һигеҙешәр. Һигеҙәр кеше. Һигеҙәр һум алдылар. М Артель ағзалары хеҙмәт көнөнә быйыл һигеҙәр кило саф бойҙай алалар! 3. Биишева.
ҺИГЕҘӘРЛӘШЕП (Р.: по восемь; И.: eight each; T.: sekiz kişi beraber) p.
Һигеҙ кеше берләшеп, һигеҙ кеше бергә.
□ По восемь (о людях). Һигеҙәрләшеп теҙелеү. Һигеҙәрләшеп килделәр.
ҺИДАЙӘТ [ғәр. (Р.: верное направление; И.: the right direction; T.: hidayet)
и. иҫк. кит.
Дөрөҫ, тоғро юл. □ Верное направление, правильный путь, һидайәт биреу. һидайәткә һалыу. ■ Инде ҡалған ғүмеремде тәүфиҡ вә һидайәткә күндер. М. Өмөтбаев.
ҺИҘГЕР (Р.: чуткий; И.: sensitive; Т.: sezgili) с.
1. Һиҙемле, тойомло булған. □ Чуткий, чувствительный. ■ һарыбайҙың һиҙгер ҡолағына яҡында ғына әҙәм тауыштары салынды. Р. Байбулатов. Әсә кешенең наҙлы ҡулы
533