ҺИҘГЕРЛЕК
тейеп ҡалыу менән, һиҙгер Сәхи күҙҙәрен асты. И. Ғиззәтуллин. Маргаританың һиҙгер йөрәге иренең күңелен ниндәй болоҡһоу шәүлә ҡаплағанын тойҙо. Р. Өмөтбаев.
2. Нимәнелер еңел аңлаған, алдан тоя белгән, сос. □ Проницательный, догадливый; бдительный. ■ Һиҙгер кеше икән өй хужаһы, ҡунағының хәлен йәһәт аңланы. Ғ. Хисамов. Урман януары һымаҡ, яман һиҙгер, шиксел кеше ине ул [Орлов]. Ә. Хәкимов.
ҺИҘГЕРЛЕК (һиҙгерлеге) (Р.: чутьё; И.: flair; T.: sezgi) и.
1. Һиҙгер, тойомло булыу һәләте. □ Чутьё. Кешегә хас һиҙгерлек. Музыкаль һиҙгерлек. Күңел һиҙгерлеге. ■ Һунарсыға ғына хас эске бер һиҙгерлек уны [Ғәлимйәнде] ҡоралайҙар һуҡмағына әйҙәне. Ә. Ғибәҙәтов.
2. Еңел аңлау, алдан тоя белеү һәләте. □ Чуткость, проницательность, догадливость; бдительность. ■ Кузнецов менән взвод командиры, һиҙгерлекте юғалтыуҙа, фажиғәне алдан күралмауҙа ғәйепләнеп, вазифаларынан бушатыла. Ә. Хәкимов. Иштуғандан һуң сығып һөйләгән Баҙыян еңгә һиҙгерлекте көсәйтергә, дөйөм эште һаҡларға саҡырҙы.
3. Биишева.
ҺИҘГЕРЛӘНЕҮ (һиҙгерлән-) (Р.: становиться чутким; И.: become sensitive; T.: sezgili olmak) ҡ.
1. һиҙгергә әйләнеү, һиҙгер булыу. □ Становиться чутким, чувствительным. Бармаҡтар һиҙгерләнде. ■ Рәмиҙең көсөргәнеүҙән тағы ла нығыраҡ һиҙгерләнгән ҡолағына ҡыштыр-ҡыштыр иткән ритмлы тауыштар ишетелде. X. Мохтар.
2. Алдан аңлау, тоя белеү, сосайыу. □ Становиться бдительным, догадливым, проницательным и т. п. Бала үҫте, һиҙгерләнде. Йөрәк һиҙгерләнде. Һиҙгерләнгән күңел.
ҺИҘГЕҮ (һиҙге-) ҡ. диал. ҡар. һиҫкәнеү. ■ Быны ишеткәс, Мәсем хан һиҙгеп китте, башынан ҡолаҡсыны осоп китте. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ҺИҘҘЕРЕҮ (һиҙҙер-) (Р .: осведомлять; И.: inform; T.: sezdirmek) ҡ.
Һиҙергә (2) мөмкинлек биреү, һиҙерлек итеү; тойҙороу, белдереү. □ Осведомлять, давать почувствовать, давать знать. ■ һиҙ
ҙермәй генә яҙҙы йәй алмаштырҙы, һәм каникулдар башланырға ла күп ҡалманы. И. Абдуллин. Япраҡтар ҙа әле һарғаймаған, һыуыҡтар ҙа юҡ — шулай ҙа көҙ үҙенең килерен һиҙҙереп ҡуя. С. Агиш. Ат өҫтөндә йөҙ саҡрымлап юл үтеү үҙен һиҙҙерә, күҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре йомола. Т. Ғарипова.
ҺИҘҘЕРМӘҪТӘН (Р.: незаметно; И.: insensibly; T.: sezdirmeden) р. ҡар. аңғармаҫтан.
Иғтибарҙы алмай ғына, беленмәй. □ Незаметно. ■ Механик .. һиҙҙермәҫтән генә командир машинаһын күҙәтә. А. Мағазов. Химия уны [Нәүфәлде] һиҙҙермәҫтән генә үҙенең йомарт ҡосағына тартып алды. Ә. Байрамов.
ҺИҘҘЕРТЕҮ (һиҙҙерт ) ҡ. ҡар. һиҙҙереү. ■ Йорт, ҡаралтыларға ир ҡулдары теймәгәне тиҙ үк һиҙҙертте. Р. Низамов. Әхмәҙиә тыштан әллә ни һиҙҙертмәне, әммә эстән ауылдашына бик рәнйене. Р. Солтангәрәев. Яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк һиҙҙертә үҙен быйыл. С. Шәрипов.
ҺИҘЕЛЕРЛЕК I (Р.: заметный; И.: perceptible; T.: sezilebilir) с.
Беленеп, күренеп торған. □ Заметный, ощутимый. ■ Был яҙ Иштуғандың шәхси тормошона ла һиҙелерлек үҙгәреш индерҙе: аҙна элек кенә волость башҡарма комитетына председатель итеп ҡуйҙылар. 3. Биишева. Нимә унда ҡатып ҡалдың? — тип Гөлбәҙәргә өндәште Бәҙри һиҙелерлек тупаҫ тауыш менән. Д. Исламов. Сәғидуллин бик аҙ ғына һиҙелерлек акцент менән һис тотлоҡмай русса һөйләй башланы. А. Карнай.
ҺИҘЕЛЕРЛЕК II (Р.: заметно; И.: noticeably; T.: sezilebilen) р.
Беленерлек дәрәжәлә, аныҡ. □ Заметно, ощутимо. ■ Яубаҫаров һиҙелерлек тулҡынлана ине. Д. Бүләков. Яңы таҡта, ҡарағай еҫе асыҡ һиҙелерлек булып аңҡыны. Ә. Вәли. Рәшиттең ҡаштары, танауына тартылып, кәкрәйә төштө, ҡашы өҫтөндә һиҙелерлек булып соҡор барлыҡҡа килде. М. Ғиләжев.
ҺИҘЕЛЕР-ҺИҘЕЛМӘҪ (Р.: еле заметно;
И.: barely perceptible; T.: açık olmayan) p.
Асьтк, аныҡ булмаған, һиҙелмәҫ; беленер-беленмәҫ. □ Еле заметно, еле уловимо, едва
534