Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 535


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺИҘМӘҪТӘН
ощутимо. ■ Әминә тағы өндәшмәне, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә башын сайҡап ҡуйҙы. Р. Байымов. Томандан шыйыҡ болоттар аша йондоҙҙар һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә емелдәшәләр. Ә. Бикчәнтәев. Габдрахим мулла, бер күҙен ҡыҫып, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайып ҡуйҙы. Р. Ғабдрахманов.
ҺИҘЕЛЕҮ (һиҙел-) (Р.: ощущаться; И.: be felt; T.: sezilmek) ҡ.
1. Кешенең тойоу ағзаларына тәьҫир итеү, һиҙергә мөмкин булыу, һиҙерлек булыу. □ Ощущаться, чувствоваться, замечаться. ■ Ҡамышлыҡта һыу ағышы һиҙелмәһә лә, кәмә һыу эсенәрәк киткәйне. И. Абдуллин. Күккә күтәрелгән һайын, һауа сафланғандай, еләҫләнгәндәй һиҙелә. С. Агиш. Көҙ тыны һиҙелә: ҡоштар тынған, ҡырҙа ашлыҡтар урылған, кәбәндәр ҡойолған. 3. Биишева.
2. Нимәлер тураһында белерлек, ниҙер аңларлыҡ булыу. □ Быть (стать) заметным; быть узнанным. ■ Баҙҙы асып ҡаранылар. Унда ла ул-был һиҙелмәне. Б. Бикбай. Заводта металл ҡытлығы һиҙелә башланы. Ә. Байрамов. Өй алды тирәһе йыйнаҡ, кәртә-ҡураға ла хәстәрле ҡулдар тейеүе һиҙелә. Яр. Вәлиев.
ҺИҘЕМ (Р.: ощущение; И.: feeling; Т.: sezim) и.
Һиҙеү тойғоһо һәм хисе, күңел менән һиҙеп, аңлау, белеү ҡеүәһе. □ Ощущение, предчувствие. Матурлыҡ һиҙеме. Тел һиҙеме. Һиҙемгә ышаныу, м Кәбир һунарсы һиҙеме менән Ыласындың уйын ацлап алды: төлкөнө нисек тә ҡыуаҡ төбөнән һөскөртөргә, аҡланға сығырға мәжбүр итергә кәрәк. Г. Яҡупова. Ғәлимйәндең һиҙеме дөрөҫкә сыҡты. Ә. Ғибәҙәтов.
ҺИҘЕМЛЕ с. ҡар. һиҙгер. Һиҙемле кеше. Һиҙемле ҡулдар. Һиҙемле күңел.
ҺИҘЕМЛӘҮ (һиҙемлә-) (Р.: ощущать; И.: feel, sense; T.: sezmek) ҡ.
1. Күңел менән һиҙеү, тойоу. □ Ощущать, представлять. // Ощущение, представление. М Кара ҡаштарының йыйырылып китеүенә ҡарап, врачтың нимәләр кисереүен һиҙемләп була ине. И. Ғиззәтуллин. Тарлауыҡтан сыҡҡан саҡта Миңлеғол, ҡара юрғаның кешнәүенән һиҙемләп, артына боролоп
ҡараны. Б. Рафиҡов. Минең йөрәгем, аяҡ тауыштары кемдеке булыуын алдан һиҙемләп, күкрәгемде бүҫеп сығырҙай итеп тибергә тотондо. Д. Юлтый.
2. Алдан тойоу, күҙаллау. □ Предчувствовать, предполагать. // Предчувствие, предположение. ■ Бөгәзе байҙары ғына был йотлоҡҡа бошонмай, сөнки ауыл халҡы асыҡһа, уларҙың кеҫәләренә мул ғына бол төшөүен улар алдан һиҙемләй. Р. Өмөтбаев. Мастерҙың һиҙемләүе дөрөҫкә сыҡты. Ғ. Хисамов. һиҙемләүем бойомға ашты — июндең ун икеһендә улыбыҙ тыуҙы. Г. Яҡупова.
ҺИҘЕНЕҮ (һиҙен-) ҡ. ҡар. һиҙемләү 2. ■ Халыҡ, ямғыр булырын һиҙенеп, туҙылып ятҡан иген күбәләрен, ҙураттарҙы эҫкерт-ләп ҡуйырға ашыҡты. С. Агиш. Сәми үҙенә текләп ҡарағандарын һиҙендеме, йылт итеп әйләнеп ҡараны. Р. Байбулатов. Шәүрәнең дә шат, шаян күңеле бойоғоп, ниндәйҙер ауыр ҡайғы һиҙенеп, тынып ҡалғайны. 3. Биишева.
ҺИҘЕҮ (һиҙ-) (Р.: чувствовать; И.: feel; T.: sezmek) ҡ.
1. Нимәнелер эске тойғо ағзалары ярҙамында белеү; тойоу. □ Чувствовать, ощущать. // Чувство, ощущение. Еҫ һиҙеү. Тәм һиҙеү. ■ Яланға килгән ят ҡунаҡтарҙың еҫен әллә ҡайҙан һиҙеп өлгөргән ялан серәкәйҙәре, тызылдатып килеп, уларҙы һырып та алдылар, һ. Дәүләтшина. Кәбән төбөндә бесәндә ятҡан эт, бүре еҫен һиҙеп, ҡобараһы осоп, ҡапҡа эсенә үҙе кереп-сығып йөрөгән тишектән, әсе сыйылдап, саҡ кереп өлгөрҙө. С. Ильясов.
2. Аң, күңел менән алдан тойоу. □ Догадываться, предчувствовать. // Догадка, предчувствие. Күңел менән һиҙеү. Алдан һиҙеү. Һиҙеп тороу. ■ Эштең насарға китеп барыуын һиҙеп, Сажиҙәне тыйырға уйланы Вәлит. И. Ғиззәтуллин. Иренең тел төбө ҡайҙа барғанлығын Миңлекамал тиҙ һиҙеп алды. Д. Исламов.
ҺИҘМӘҪТӘН (Р.: вдруг; И.: all of a sudden; T.: aniden) р.
Ҡапыл, көтмәгәндә, аңғармаҫтан. □ Вдруг, неожиданно; нечаянно. ■ Айтуғанов, үҙе лә һиҙмәҫтән, Сәүәнихкә табан бер аҙым атлап ҡуйҙы. Р. Ғабдрахманов. Гөлсөм үҙе лә һиҙ
535