ҺИҘӘП
мәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе. Н. Мусин. Көнө буйы күнегеүҙәрҙә арыған Байдәүләтов Зәки тәрән траншея төбөнә сүкәйҙе һәм үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡоға сумды. Я. Хамматов.
ҺИҘӘП (һиҙәбе) (Р.: пуговица; И.: button; T.: düğme) и.
1. Кейем-Һалымға таға торған ваҡ төймә.
□ Пуговица. ■ Өй ишегендә аҡ һиҙәп теҙеп ҡара күлдәк кейгән ҡаҡса егет күренде. X. Ғиләжев. Айбулат кәзәкейен сисеп ҡулына алды, иҙеү һиҙәбен ысҡындырып, күлдәген елпетте. Һ. Дәүләтшина. Врач ҡыҙ, халатының һиҙәптәрен ашығыс ҡаптырып, бейек кресло яғына ымланы. М. Садиҡова.
2. миф. Ҡурсалау көсөнә эйә булған предмет. □ Пуговица (используется в качестве оберега). М Күҙ теймәһен тип балаға һиҙәп таҡҡандар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ҺИҘӘП ҮЛӘН (Р.: алтей; И.: althaea; T.: gülhatmi) и. бот.
Мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәрхәт төклө, эре алһыу сәскәле күп йыллыҡ үҫемлек. □ Алтей (лат. Althaea). Һиҙәп үләнен дарыу итеп ҡулланалар. Һиҙәп үләнен киптереү. Һиҙәп үләнен йыйыу.
ҺИЖРИ [ғәр. <5»*] (Р.: относящийся к хиджре; И.: related to Hegira; T.: hicri) c.
Һижрәттән (2) алып иҫәпләнгән йыл иҫәбенә ҡараған. □ Относящийся к хиджре, по хиджре (по мусульманскому летоисчислению). һижри йыл иҫәбе. ■ Кинйәғол абыз «Тәуарихи башҡорт» китабының бер тармағы булыр үҫәргән ырыуының, күрше ырыуҙарҙың һижри мең дә бер йөҙөнсө сәнә-һендәге тарихи ваҡиғаларын теркәп ҡуйыу өсөн ҡулына ҡаурый ҡәләмен алды. Ғ. Хөсәйенов.
ҺИЖРӘ [ғәр. (5и. ҡар. һижрәт 2. ■ Насретдин әл-Насыри .. һижрә йыл иҫәбе менән 752 йылдың сәфәр айы 13-сө көнөндә (миләди иҫәбе менән 1351 йылдың 11 апрелендә) Дамаск ҡалаһында вафат була. Р. Шәкүр.
ҺИЖРӘТ [ғәр. CJjajs] (Р.: переселение; И.: resettlement; T.: hicret) и. иҫк. кит.
1. Бер ерҙән икенсе ергә күсеш, күсенеш.
□ Переселение, переезд, перекочёвка. ■ Ка-раһаҡалдың үҙен күп йыллыҡ һижрәткә
дусар иткән поручик менән һуңғы осрашыуы шулай күңелһеҙ тамамланды. Б. Рафиҡов.
2. дини. Мосолмандарҙа йыл иҫәбенең атамаһы (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнән Мәҙинәгә күскән көнө 622 йыл 16 июлдән башланған). □ Хиджра (начало мусульманского летоисчисления, 16 июля 622 г. н. э.). Һижрәт буйынса иҫәпләү. К Һижрәттән һуң бер мең бер йөҙ ҙә егерме һигеҙ сәнә тарихында Сусҡа йылында Зөлҡәғиҙә айының ун беренсе көнөндә Бөрйән иләүендә икенсе тапҡыр башланып китте әлеге яу хәлдәре, йәғни миләди хисабынса, 1755 йылдың 8 август көнө ине был. Ғ. Хөсәйенов.
ҺИЖРӘТ ИТЕҮ (һижрәт ит ) (Р.: пере селяться; И.: resettle, migrate; T.: hicret etmek) ҡ. иҫк.
Күсеп китеү, сит ергә китеү. □ Переселяться, переезжать. ■ Котҡо буйынса һижрәт итеүселәр аттарын егеп, кире ауылдарына ҡуҙғалды. Ғ. Хәйри.
ҺИКЕ (Р.: низкий столик для посуды; И.: low bench for dishes; T.: alçak masa) и.
1. Һауыт-Һаба өсөн урындыҡ менән усаҡ араһына ҡуйылған тәпәшәк өҫтәл. □ Низкий столик для посуды (у очага). ■ Урындыҡ менән усаҡ араһындағы һикелә әле генә эселгән сәй урыны тора. 3. Биишева. Гөлйөҙөм силәктәрен һикегә ултыртты. Һ. Дәүләтшина.
2. диал. ҡар. урындыҡ I, 1. ■ Түр яҡтағы һикелә мыш-мыш килеп теҙелешеп йоҡлап ятҡан бала-саға асыҡ күренә. Р. Байымов. Биш кеше бер яҡ стена буйлап һуҙылған оҙон һикелә йоҡлап ята. А. Карнай.
3. диал. Ултыра торған ҡоролма, эскәмйә. □ Скамейка. Тар һикегә ултырыу. Таҡтанан һике яһау. Ҙур һике. Артлы һике. ■ Бәхтиәр бабай, төнө буйы һаҡта тороп арығандан һуң, күләгәләге һикегә ятып ял итә. И. Ғиззәтуллин.
ҺИКЕЛДЕК (һикелдеге) (Р.: кухонный стол; И.: kitchen table; T.: mutfak masası) и. диал.
Һауыт-Һаба өҫтәле. □ Кухонный стол. Ағас һикелдек. һикелдек артына ултырыу. Һикелдеккә ҡуйыу.
ҺИКЕРЕНЕҮ (һикерен-) (Р.: подпрыгивать; И.: jump, leap, hop; T.: sıçramak) ҡ.
536