ҺИКЕРТЕҮ
1. Ҡабат-ҡабат һикереү, ырғанлау. □ Подпрыгивать; попрыгать, попрыгивать (некоторое время, время от времени, продолжительно). ■ Йомғаҡ та, Ҡыҙырастан ҡалышмаҫҡа теләп, ҡойма буйында һикеренде.
3. Биишева. Ун йәшлек Азамат сәпәкәйләп һикеренде. М. Садиҡова. Хисмәтулла йылыныу теләге менән һикеренде. Я. Хамматов.
2. кусм. Шашып ҡыланыу, ҡотороу.
□ Беситься, переходить меру. М Саҡай утә һикеренде, кеше танымай башлағайны. Б. Бикбай. Әбелхайыр Татыс турәнең алҡымынан аласағы, һаман элеккесә һикеренһә, уға ҡаршы тотош ҡырғыҙ-ҡайсаҡ илен кутә-рәсәге, Ырымбурҙы һуңғы ташына саҡлы онтаясағы хаҡында белдерҙе. Б. Рафиҡов.
ҺИКЕРЕҮ (һикер-) (Р.: прыгать; И.: jump; T.: sıçramak) ҡ.
1. Аяҡтарҙы көс менән этәреп алға йәки юғарыға хәрәкәт итеү. □ Прыгать, прыгнуть. // Прыжок. М Әлфиә-Жужа ҡурҡыуынан, ҡаушауынан бер нисә аҙым артҡа һикерҙе, тын алырға батырсылыҡ итмәй, «ни булыр икән?» тип куҙәтә башланы. И. Абдуллин. Ишйегет кутәрмәнән ергә һикерҙе лә урамға сапты. М. Ғиләжев. • Тилене тиле тиһәң, тәртә буйы һикерә. Әйтем.
2. Кәүҙәне һелтәнеп ебәреп бер урындан икенсе урынға күсереү. □ Прыгнуть, запрыгнуть, вспрыгнуть. // Прыжок. Ағастан һикереу. Һикереп менеу. һикереп төшөу. М Зөфәр һиҫкәнеп китте, һикереп торҙо. И. Абдуллин. Хәсән башта, оса алмай аҙапланған яралы ҡош һымаҡ, урынында талпынып торҙо ла, иҙәнгә ҡапыл һикереп баҫып, бейергә төшөп китте. С. Агиш. Тейен ҡапыл ғына бер ботаҡтан ҙур ғына алыҫлыҡта торған икенсе ботаҡҡа һикерҙе. А. Карнай.
3. Ҡаҡлығып ҡапыл үргә атлығыу; киҫ-кен-киҫкен итеп, үрле-түбәнле хәрәкәт итеү.
□ Прыгать, подпрыгнуть, взметнуться. // Прыжок. ■ Ҡостяныц ҡаштары юғары һикерҙе. Ә. Байрамов. Тауға барһаң, тауҙар укерә, ә диңгеҙҙә тулҡын һикерә. М. Кәрим.
4. кусм. Бер урындан икенсе урынға күсеү. □ Переходить; перепрыгнуть. // Переход. Н Ауылдың төньяҡ осондағы тау битендәге ағастар янды, унан ут заповед
никтағы ҡарағайҙарға һикерҙе. Т. Ғиниәтуллин.
5. кусм. һөйл. Шашып ҡыланыу; ҡотороу. □ Зазнаваться. // Зазнайство. ■ [Сафа:] Әгәр бик һикерә башлаһа, хәбәр итегеҙ, теҙгенен тартырбыҙ. Б. Бикбай. • Берәу туңып һикерә, берәу туйып һикерә. Әйтем.
♦ һикереп төшөү эште, йомошто үтәргә ихлас, әҙер булыу. □ Быть готовым сделать что-л. Һикереп төшөп тороу.
ҺИКЕРЕШ (Р.: прыжок; И.: jump, leap, hop, spring; T.: sıçrayış) и.
1. Кәүҙәне һ. б. киҫкен хәрәкәтләндереп бер урындан икенсе урынға күсереү. □ Прыжок. Парашюттан һикереш. Хәрби һикереш. ■ Ғәҙел яуабының сәпкә мәргән тейеуен тоя алды: хужаның уң ҡашы ҡапыл һикереш яһаны. Т. Сәғитов. Ишкәксе кәмәне ыңғайына ҡуйып тора ла ҡапыл-ҡапыл ғына һикереш яһай. Д. Бүләков.
2. кусм. Эш, хеҙмәттә киҫкен үҫеш, алға китеш. □ Прыжок, скачок. Хеҙмәттәге һикереш. Уҡыуҙағы һикереш. М Шәмғиҙең тормошонда ниндәйҙер бер ҙур һикереш яһалды: ике йыл араһында ул кандидатлыҡ минимумдарын да тапшырып, диссертацияһын да яҙып бөтөп, яҡлап та ҡуйҙы. Т. Сәғитов.
ҺИКЕРЕШЕҮ (һикереш-) ҡ. урт. ҡар. һикереү 1, 3. взаимн. от һикереү 1, 3. * Ҡырҡылған һарғылт ҡамылдар өҫтөндә сыр-сыу сиңерткәләр һикерешә. Р. Байбулатов. Парта ҡапҡастары берҙәм шартлап асылды: балалар шаулашып, һикерешеп урындарынан төрҙө. 3. Биишева. Ҡыҙҙар, шунда уҡ һикерешеп тороп, ҡаршы яҡҡа ташландылар. Б. Бикбай.
ҺИКЕРТЕҮ (һикерт-) (Р.: подбрасывать; И.: toss; T.: sıçratmak) ҡ.
1. Юғарыға осортоу, күтәртеү. □ Подбрасывать, подкидывать. // Подбрасывание, подкидывание. Атҡа һикертеп мендереу. Ҡойма аша һикертеу. К Атай кеше ҡыҙын ҙур устарына ултыртып һикертә башланы. И. Аҡъюлов. Нурлы юлы машинаны шунда тулҡын өҫтөндәге юнысҡылай һикертә, уңға-һулға сайҡай башланы. Яр. Вәлиев. Ҡатын баланы ҡулына алды, һикертте,
537