ҺИКЕРТЕШЕҮ
упте, нисә айлыҡ, исеме нисек, тип һораны. Т. Ғиниәтуллин.
2. Киҫкен хәрәкәтләндереп, күтәреп төшөрөү, өҫкә ҡыбырлатып алыу (яурын, ҡашты һ. б.). □ Дёргать, пожимать, поводить. // Дёрганье. ■ Мөдир, эйәген сөйөп, ҡаштарын һикертеп ҡуйҙы. Ә. Байрамов. Хәтип ағайым, ҡулын йыуып килгәс, бер яурынын ғына һикертеп ҡуйҙы. Р. Ғабдрахманов.
ҺИКЕРТЕШЕҮ (һикертеш-) ҡ.урт. ҡар. һикертеү 2. взаимн. от һикертеү 2. Ҡаш һикертешеу. Егеттең ҡаш һикертешеп йөрөгән ҡыҙы бар.
ҺИКЕРТМӘ с. диал. ҡар. һикәлтәле 1. Һикертмә юл. һикертмә урын. һикертмә ерҙән барыу.
ҺИКЕРТМӘК (һикертмәге) (Р.: трамплин; И.: springboard; T.: tramplen) и.
Шыуғанда һикертә торған урын, һикереү баҫмаһы. □ Трамплин. Саңғы менән һикертмәктән һикереу. Һикертмәк яһау. ■ Ҡалын таҡтаның бер осон таштар менән баҫтырып һалып, һикертмәк яһап ҡуйылған. Д. Шәрәфетдинов.
ҺИКЕРӘНЛӘК (Р.: вертлявый; И.: fidgety; T.: oynak) с.
Ырғанлап, һикерәнләп йөрөгән. □ Вертлявый, подвижный. // Непоседа, попрыгун. Һикерәнләк ҡыҙыҡай, һикерәнләк кеше.
ҺИКЕРӘНЛӘҮ (һикерәнлә-) (Р.: подпрыгивать; И.: bounce, hop; T.: hoplamak) ҡ.
Тик тормайынса һикергеләү, һикергән һымаҡ хәрәкәтләнеү. □ Подпрыгивать, припрыгивать. // Подпрыгивание, припрыгивание. ■ Ҡинәт кенә етдиләнеп киткән ҡыҙ, ҡыр кәзәһеләй һикерәнләп, тирмәләр яғына йугерҙе. И. Ноғманов. Суфиян сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән һикерәнләргә тотондо. Яр. Вәлиев.
ҺИКЕРӘНЛӘШЕҮ (һикерәнләш-) ҡ. урт. ҡар. һикерәнләү, взаимн. от һикерәнләү. Һикерәнләшеп уйнау. Һикерәнләшеп тороу. И Ҡыҙҙар ҡыуандылар: — Эһемкәс, ун биш тин ҡыя сапҡан, — тип һикерәнләш-теләр. Һ. Дәүләтшина.
ҺИКҺӘН (Р.: восемьдесят; И.: eighty; T.: seksen) төп һ.
1. 80 һаны. □ Восемьдесят, һикһәнгә тиклем һанау, һикһәндән унды алыу. ■ Ҡан баҫымы? — һикһән дә ҡырҡ. Ф. Әсәнов.
2. Ҡемдеңдер йәки нәмәнеңдер 80-гә тиң иҫәбе. □ Восемьдесят. ■ Сәрби әбейҙең кәзәһенә кемдер берәу бер һум һикһән тин хаҡ биреп китте. М. Ғафури. Бер ваҡыт Закиров һикһәнгә сыҡҡан һуҡыр ҡарт менән осрашҡайны. А. Мағазов. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң өс йөҙ илле йыл самаһы ваҡыт эсендә башҡорт һикһәнгә яҡын бола кутәр-гән. Ғ. Хисамов.
ҺИКҺӘНЕНСЕ (Р.: восьмидесятый; И.: eightieth; T.: sekseninci) рәт һ.
Урын тәртибе 80 менән билдәләнгән.
□ Восьмидесятый. ■ һикһәненсе йылдар уртаһында Өфөгә венгр ғалимы Ференң Бу да килгәйне. Б. Рафиҡов, һикһәненсе йылдың яҙында Мараттар полкы ла Афған-станға оҙатылды. Ә. Хәкимов, һикһәненсе йылдар башында, Мәскәуҙә уҡығанда, миңә урыҫ телендә баҫылған дини журнал курергә тура килде. Н. Ғәйетбаев.
ҺИКҺӘНЕШӘР (Р.: по восемьдесят; И.: eighty each; T.: seksen) бул. һ.
Һәр береһе һикһәнгә тиң. □ По восемьдесят. һикһәнешәр һум. һикһәнешәр кеше. һикһәнешәр кило.
ҺИКҺӘНЛЕК (һикһәнлеге) (Р.: старая двадцатипятикопеечная серебряная монета; И.: twenty five-kopeck silver coin; T.: bir gümüş para) и. иҫк.
Боронғо егерме биш тинлек көмөш аҡса.
□ Старая двадцатипятикопеечная серебряная монета. ■ [Ҡорбан:] Алған аҡсаңдың, һаҡлап тотҡанда ла, өс-дурт һикһәнлеге ауылға ҡайта. А. Таһиров.
ҺИКҺӘНЛӘП (Р.: около восьмидесяти; И.: about eighty; T.: seksen civarında) сама һ.
һикһән самаһы, һикһәнгә яҡын. □ Около восьмидесяти. Ш Фәҡәт уң флангыла ғына кавалерияһы, йәйәулеләр һуғышҡан Мейәс һыуы буйында пугачёвсыларҙың бер өлөшөн ҡамап алып, йөҙ һикһәнләп кешене әсир итергә өлгәште. Ғ. Хөсәйенов.
ҺИКӘ I (Р.: марево; И.: mirage, heat haze; T.: serap) и. диал. ҡар. монар.
538