ҺИЛ
Йәйге оҙаҡ эҫеләрҙә була торған ҡайнар ҡоро томан һымаҡ һауа күренеше. □ Марево. Һикә күтәрелде. Ауылды һикә баҫты.
ҺИКӘ II и. диал. кар. һитә. Һикә йыйыу, һикә балы. Бал ҡорттары һикәне аҙыҡ итеп ҡулланалар.
ҺИКӘЛ и. диал. ҡар. һикәлтә. Ҡая һикәле. Тау һикәле. ■ Текә һикәл ситендә өңөрәйеп ҙур мәғәрә куренә. И. Ноғманов. Урҙа илселәре тау аралығынан далаға аяҡ ҡуйыр саҡта хәтәр һикәл ҡултығында ҡуналҡаға туҡтаны. Ә. Хәкимов.
ҺИКӘЛТӘ (Р.: уступ; И.: ledge; Т.: çıkıntı) и.
1. Текә ерҙәге киртләсләнеп торған урын.
□ Уступ, выступ. М Юлдаш йәтеш кенә һикәлтә булып һыу эсенә ослайып ингән яҫмаҡ ташҡа атланып ултырҙы ла аяҡтарын һыуға тыҡты. 3. Биишева. Даръя көслө, ҡотороноп аға, тубәндә тупһалар ҙа, таш һикәлтәләр ҙә етерлек. Д. Бүләков.
2. Баҫҡыстың баҫа торған киртләсе.
□ Ступенька. ■ Сәхип сепаратор өйөнөң солан һикәлтәһенә ултырып алған да эшлекле ҡиәфәт менән счёт төймәләрен тарта. Яр. Вәлиев. [Миңлекәй — Мәғфурәгә:] Әйҙә әле, анау мейес һикәлтәһендәге салғы бысаҡты алып яныма ултыр. Бынау итте икәүләп турай һалып алайыҡ. Һ. Дәүләтшина. Арыҫлан солан һикәлтәһенә сығып баҫты. Ғ. Ибраһимов.
3. Юл йәки ер өҫтөндәге тигеҙһеҙлек, урғыл ер; урғылйын. □ У хаб, выбоина. ■ Остапчук машинаһын ҡуҙғатты, тәгәрмәстәр һикәлтәгә тура килеп, машина һикереп алды. Д. Исламов. Автомашина, таш юлдағы яҙғы ҡар һыуҙарынан ҡалған соҡор-саҡырҙарҙы, һикәлтәләрҙе елт-елт итеп урап, ярайһы ғына елде. Т. Килмөхәмәтов.
4. кусм. Тормоштағы ауырлыҡтар, ыҙа, һынау. □ Трудности, невзгоды. ■ Кемдең кем икәнлеге тормош һикәлтәләрендә, ауыр ваҡыттарҙа асыла, иңләп килгән афәт һынай кешене. А. Мағазов. Пётр Максимович Козин — тормоштоң төрлө һикәлтәләрен утеп, йыйыр аҡылын йыйған кеше. Н. Мусин.
ҺИКӘЛТӘК с. ҡар. һикәлтәле. Һикәлтәк урынға эләгеү. Һикәлтәк ер. Һикәлтәк юл.
ҺИКӘЛТӘЛЕ (Р.: ухабистый; И.: bumpy, rough; T.: çukurlu) с.
1. Соҡор-саҡырлы, тигеҙ түгел. □ Ухабистый, неровный. Һикәлтәле ерҙән утеу. М Машина, һикәлтәле ерҙән үткәндә, уны өҫкә сөйҙө. Ә. Вәли. Алалы-ҡолалы һәр төрлө тоҡсайҙар тейәлгән санаға егелгән ҡарт алаша һикәлтәле тар юлдан һалмаҡ ҡына һалдырып алдан атлай. Д. Исламов.
2. кусм. Төрлө ауырлыҡтарҙан торған, һынаулы. □ Тяжёлый, сложный. Я һикәлтәле тормош һуҡмаҡтары, ауыр яҙмышлы етәкселәр, мәкерле дуҫтар тураһында ине был йыр. Н. Алсынбаев. Шәрғиәнең тормош юлы апаруҡ һикәлтәле. Ә. Хәкимов. Егет ун ете йәштә. Тик тормош юлы бик тайғаҡлы, һикәлтәле булған уның. Ф. Әсәнов.
ҺИЛ I (Р.: тихо; И.: quietly; T.: sessizce) р.
1. Шау-шыуһыҙ, тауышһыҙ; тын. □ Тихо.
■ Подъезда аяҡ тауышы һил булды. Р. Байбулатов. Тирә-яҡ һил булғас, Ирек ҡараңғы урамдарҙың береһенә инеп юғалды. 3. Биишева. Ихатала берәү ҙә күренмәй, өй тирәһендә лә һил. Ғ. Хисамов.
2. Ығы-зығыһыҙ, мәшәҡәтһеҙ, тыныс хәлдә. □ Спокойно. S Агроном кешенең эше ҡыш ҡына бер аҙ һилерәк булып тора ла, яҙ ҡар тишелеү менән ҡара көҙгә тиклем, бер ҡараңғынан икенсеһенә тиерлек өйҙө йүнләп күрә лә алмайһың. Р. Солтангәрәев. Ил-йорт барыбер һил түгел ине. Ғ. Хөсәйенов.
♦ Ил {йәки кеше) аяғы һил булыу кеше йөрөүҙән туҡтап, тауыш баҫылыу. □ Когда прекратилось движение, все утихло. ■ Ил аяғы һил булғас, Әминә, Зариф, мин, өсәүләшеп, Таңнурын мәңгелеккә һалҡын ҡуйынына алған зарлы ергә ағайымды алып барҙыҡ. Й. Солтанов, һил аяҡта кеше-фәлән йөрөмәгән тыныс ваҡытта. □ Когда безлюдно. ■ [Ялсығол:] һил аяҡта ҡайтырға кәрәк, һуңға ҡалһаң, кеше күҙенә эләгеүең бар. Т. Хәйбуллин.
ҺИЛ II (Р.: тихий; И.: quiet, silent, soft; T.: sessiz) c.
1. Тауыш-тынһыҙ, тыныс, тымыҡ. □ Тихий, спокойный, а Ҡаланың әрһеҙ бәпкә үләне баҫҡан һил, аулаҡ урамы буйлап ике дуҫ — Салих: Таһиров менән Вася Баранов
539