Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 540


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺИЛ
килә ятыр. X. Мохтар. Шатлыҡ ҡатыш ярһыу ауаз йоҡоға талған һил урманды яңғыратты. И. Ноғманов. Бындай йоҡоһоҙ, һил төндәрҙә кеше хыялға бирелеусән. Ә. Хәкимов.
2. Елһеҙ, буранһыҙ. □ Тихий, безветренный. һил көн. Һил ваҡыт.
3. Ығы-зығыһыҙ, мәшәҡәтһеҙ булған.
□ Спокойный. S Тап ошо һил осорҙа, аяҙ куктә йәшен йәшнәгәндәй, Ғатаны иҫәңге-рәтерлек мөһим ваҡиға булды. Ә. Хәкимов. Йорт тирәһендә ҡышҡы һил осор булғанлыҡтан, ауыр эш юҡ ине. Р. Әхмәтов.
4. кусм. Тыныс холоҡло, сабыр. □ Спокойный. ■ Үзбәктәр бик тә киң куңелле, һил холоҡло, кешегә ярҙамсыл халыҡ икән. Ә. Хәкимов.
5. Әкрен, тымыҡ. □ Тихий, спокойный. М Бына ҡайҙан һил ел алып уткән мәтруш сәскәһенең хуш еҫен. С. Кулибай.
ҺИЛ III и. ҡар. һиллек 1. ■ Киске һилдә тауыштар алыҫҡа китә, ә Ҡотлоярҙарҙың иҫе лә китмәй, уҙҙәрен был донъяға хужа итеп тояларҙыр. Р. Камал.
ҺИЛ IV (Р.: пригорок; И.: hillock; Т.: küçük tepe) и.
1. Тигеҙлектә ҡалҡыу булып, утрау һымаҡ торған ер; ҡалҡыулыҡ. □ Пригорок. ■ [Зиннур:] Анау ике һил ҡушылған тәңгәлгә ҡара әле! — тип, ҡыҙ ҡулын һоноп курһәт-те. Р. Низамов. • Тиңһеҙҙе тиңгә тартһаң, арты һилгә тарта. Мәҡәл.
2. диал. Бәләкәй утрау. □ Островок. Йылға уртаһындағы һил. Кул уртаһында һил бар.
ҺИЛ V (Р.: накипь; И.: scum; deposition; T.: kazantaşı) и. диал. ҡар. юшҡын.
Ҡайнағанда иремәй, һауыт эсенә ултырып ҡатҡан тоҙҙар. □ Накипь, осадок. Сәйнуккә һил ултырған. Һилдән сара куреу. Ҡаты һыуҙан һил ултыра.
ҺИЛА и. ҡар. һула. Һила менән ауырыу.
ҺИЛАЛ [ғәр. J^a] (Р.: молодой месяц; И.: new moon; T.: hilal) и. иҫк. кит.
Яңы тыуған ураҡ һымаҡ булып торған ай.
□ Молодой месяц, молодая луна, нарождающаяся луна. V Кукте иңләп йөҙгән теп-тере йәш һилал. И. Солтанов. Эй, һилал, һин бушҡа
эленеп торғансы, ҡулымда ҡон алыр бер ҡылыс булһаңсы. Р. Ғарипов.
ҺИЛДӘҮ I (Р.: седловина; И.: col; saddle; T.: dağ geçidi) и. диал. ҡар. билән I.
Ике тау араһындағы ер. □ Седловина (впадина в горном хребте). Тау һилдәуе. Һилдәугә етеу. һилдәу аша утеу.
ҺИЛДӘҮ II (Р.: прохладный; И.: chilly, cool; T.: serin) с. диал. ҡар. еләҫ.
һалҡынса ғына еле булған, тынсыу булмаған. □ Прохладный, ветренный. Һилдәу көн. Һилдәу урын. Һилдәу генә кис.
ҺИЛЛЕК (һиллеге) (Р.: тишина; И.: silence, quiet; T.: sessizlik) и.
1. Тауыш-тын булмаған хәл, торош; тыныслыҡ. □ Тишина, спокойствие. Киске һиллек. ■ Һиллеккә сумған киске ауыл Айҙарҙың куңеленә ниңәлер шом өҫтәй. Р. Байбулатов. Сиңерткә соролдашыуын иҫәпкә алмағанда, тирә-йундә ғәжәйеп һиллек хөкөм һөрә. И. Ноғманов.
2. һуғыш булмаған хәл; тыныслыҡ. □ Мир. Ш Беҙҙең тойғоларыбыҙ, маҡсатыбыҙ ҙа бер ук — өйҙәребеҙгә тыныслыҡ һәм һиллек ҡабат ҡайтһын өсөн, ҡырағай фашист урҙаларын тиҙерәк тар-мар итеу. X. Ғиләжев. Донъяла һиллек урынлашһа, Антондың Башҡортостанға кире килеп, бер уртаса ғына хаким булып торорға ла уйы юҡ тугел. Р. Солтангәрәев.
ҺИЛЛӘНЕҮ (һиллән-) (Р.: успокаиваться; И.: calm down, become peaceable; T.: sakinleşmek) ҡ.
Тыныс хәлгә килеү, һил булыу. □ Успокаиваться, затихать. Тирә-яҡ һилләнде. Һилләнгән урам. М Төштән һуң донъя һилләнеп, ойоп ҡалған, хатта ваҡыт ағышы ла туҡтаған төҫлө. Р. Камал.
ҺИЛЛӘҮЕК I (һилләүеге) (Р.: возвышенность; И.: elevation; T.: sırt, yücelik) и. диал. ҡар. ҡалҡыулыҡ.
Ҡалҡыу ер. □ Возвышенность, һилләуеккә ҡарай атланыҡ, һилләуектә еләк уңған.
ҺИЛЛӘҮЕК II (Р.: прохладный; И.: cool, windy; T.: serin) с. диал. ҡар. еләҫ.
Һалҡынса ғына еле булған. □ Прохладный, ветренный; продуваемый, һилләуек
540