Академический словарь башкирского языка. Том IX. Страница 541


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IX

ҺИМЕҮ
көн. һилләуек иртә. һилләуек ваҡытта бесәнде сабып ҡалыр кәрәк.
ҺИМ и. диал. ҡар. шим I, 2. Балға һим һалыу. Һим өҫтәу. Шәкәр һиме.
ҺИМЕҘ (Р.: жирный; И.: fatty, fat, oily; T.: semiz) c.
1. Майы күп булған, майлы (иткә, ашҡа һ.б. ҡарата). □ Жирный. ■ Хәтерендә Гөлфиәнең: бер мәлде яҙ Тәлғәт ҡустыһы менән ошонда ҡармаҡ һалып байтаҡ һимеҙ алабуғалар эләктереп алып ҡайтҡайны. Р. Байбулатов. Иҙелгән әсе ҡорот менән ҡатыштырып, ҡара борос һалып ебәргән был һимеҙ ит һурпаһы Юлдашҡа тағы ла тәмлерәк тойолдо. 3. Биишева.
2. Тулы, йомро тәнле, йыуан (куберәк кешегә ҡарата). □ Полный, толстый, тучный. К Һимеҙ, ауыр кәуҙәһен көскә кутәреп, Дилара урынынан торҙо. X. Зарипов. Хәми-товтың һимеҙ йөҙө шартларҙай булып ҡыҙарҙы, куҙҙәре ҡыҫыла төшөп, уҫал янды. М. Ғиләжев. Рауза куҙен асты, башын ҡалҡытты, һимеҙ бармаҡтары менән маңлайына һырышҡан ҡулса-ҡулса сәстәрен артҡа һыпырҙы. Т. Ғарипова.
ҺИМЕҘЛЕК (һимеҙлеге) (Р.: упитанность; И.: fatness; T.: semizlik) и.
Тулы, һимеҙ булыу хәле. □ Упитанность, полнота. ■ Ғариф ауыҙына тултырған икмәген сәйнәй-сәйнәй һимеҙлегенән муйынын бороп йөрөтә алмағанға барлыҡ кәуҙәһе менән боролоп тәҙрәнән ҡараны. Ж. Кейекбаев. Һимеҙлек йөрәккә зыян ғына итә. М. Садиҡова.
ҺИМЕҘУТ (Р.: солерос; И.: glasswort; T.: deniz börülcesi) и. бот.
Татырлы ерҙә үҫә торған тарбаҡ-тарбаҡ һимеҙ йәшел һабаҡлы, ҡыҫҡа япраҡлы үҫемлек. □ Солерос (лат. Salicomia еигораеа). Һимеҙут салаты. Һимеҙут — ашарға яраҡлы уҫемлек.
ҺИМЕРЕҮ (һимер-) (Р.: поправляться; И.: put on weight; T.: şişmanlamak) ҡ.
1. Тәнгә май йыйып, йыуанға, һимеҙгә әйләнеү; һимеҙ булыу. □ Поправляться, полнеть, тучнеть; жирнеть. // Полнота, тучность, жирность. Я Үҙгәреп киткән Ғәлим: һимергән, олпатланған. Н. Асанбаев. Әлфирә
һуңғы ваҡытта тултырған тауыҡтай һимереп киткәйне. Н. Мусин. • Ҡатыһыҙ ҡара һыуға һимергән. Әйтем. Үләнле ерҙә мал һимерер, даулы ерҙә турә һимерер, улемле ерҙә мулла һимерер. Мәҡәл.
2. кусм. Аҡса, мал йыйып, байығыу.
□ Богатеть. ■ Атлы казактар артта крәҫтиән талап, һимереп яталар. Д. Юлтый.
♦ Елгә һимереү күп ашамайынса ла тиҙ генә сәбәпһеҙ һимереп китеү. □ соотв. Полнеть от воздуха. Я Рауза ҡарсыҡ сәй ҡайната ла сәй һемерә. .. Елгә һимергән куркә кеуек, сәй эсеп һимереп тик йөрөй шул бисә. Т. Ғарипова.
ҺИМЕРТЕЛЕҮ (һимертел-) ҡ. төш. ҡар. һимертеү 1. страд, от һимертеү. ■ Яҙ башынан уҡ махсус ашатып һимертелгән тыу һыйырҙы ике-өс ир-ат етәкләп килтерге]. И. Солтанов. Йыуан аяҡлы тулы официанткалар, һимертелгән өйрәктәр шикелле сайҡала-сайҡала, ашыҡмай ғына йөрөй. Яр. Вәлиев.
ҺИМЕРТЕҮ (һимерт-) (Р.: откармливать; И.: fatten, feed up, cram; T.: semirtmek) ҡ.
1. Һимеҙгә әйләндереү, һимеҙ итеү.
□ Откармливать, способствовать ожирению. // Откорм. ■ Байҙар ҡаҙ, өйрәк һимертә, һуғым һуя; шатланышып байрам итәләр, ҡунаҡҡа йөрөйҙәр. Яр. Вәлиев. Ғилаж бейәне һимертеп һуғымға һуйҙы. Ж. Кейекбаев. [Гөлбәзирә:] Тышҡа сыҡһам, ниңә улыңды һимертеп ятҡыраһың, эшкә ҡушмайһың, тип, куҙҙе астырмайҙар. Р. Ниғмәти.
2. эйһ. ф. ҡар. һимереү 1. Һуңғы арала һимертте. В Ҡайһы берәуҙәр, һимертә тип, шоколадтан баш тарта. «Киске Өфө», №50, 2011.
3. кусм. Анһат аҡса, мал менән байытыу, аҙҙырыу. □ Обогащать, обогатить. // Обогащение. ■ [Ғәләу ҡарт:] Мин әйтәм, улай тугел ул, беҙ ул саҡта уҙебеҙҙең көстән хужаларҙы һимертеп, уларҙың тәртибе менән йөрөнөк. А. Таһиров. • Нәфсене һимертһәң, уҙеңә бәлә өҫтәр. Мәҡәл.
ҺИМЕҮ (һим-) (Р.: уменьшаться; И.: decrease; T.: azalmak) ҡ. диал. ҡар. шиңеү.
1. Күләм яғынан кәмеү, һурығыу.
□ Уменьшаться, спадать, убавляться. Һим-
541